Эстәлеккә күсергә

Артемида ғибәҙәтханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эфес ғибәҙәтханаһы битенән йүнәлтелде)
Ҡорамдың емереклектәре

Эфестағы Артемида ғибәҙәтханаһы  — Донъяның ете мөғжиҙәһенең береһе. Кесе Азия ярымутрауындағы (хәҙерге Төркиә биләмәләренең урта өлөшө[1]) боронғо Эфес ҡалаһында урынлашҡан булған. Бөгөн Эфес Төркиәнең Измир провинцияһының көньяғындағы Сельчук ҡалаһы. Иң беренсе ҙур ҡорамдарҙың береһе булараҡ, беҙҙең эраға тиклем VI быуат уртаһында төҙөлә. Б. э. т. 356 йылда Герострат тарафынан яндырыла. Бының өсөн ул үлем язаһына хөкүм ителә, ҡорамды яндырыуыу сәбәбен киләсәк быуындар өсөн исеменең тарихҡа инеп ҡалыуын теләүе менән аңлата. Бер аҙҙан бина яңыса үҙгәртеп тергеҙелә. III быуатта боронғо немец ҡәбиләләре берләшмәһе вәкилдәре готтар тарафынан талана. IV быуатта христиандар күп аллалыҡты тыйыу сәбәпле ғибәҙәтхананы яба. Ҡорамды емереп, урынына сиркәү төҙөһәләр ҙә, уныһы ла оҙаҡ тора алмай, емертелә.

Артемида ғибәҙәтханаһын төҙөү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәттәр буйынса, Артемида Аполлондың игеҙәк һыңары. Боронғо гректарҙың ышаныуынса, Артемида ерҙә һәм баҫыуҙа үҫкән бөтә нәмәләрҙе лә ҡайғыртыусы булған. Ҡырағай хайуандарҙы, малдарҙы ҡурсалаған. Үлән, сәскә һәм ағастарға үҫергә ярҙам иткән. Кешеләр ҙә уның ҡурсауында булған: ғаилә һәм балалар бәхете бүләк иткән. Ҡатын-ҡыҙҙар нәзәкәтлек биргәне өсөн Артемидаға ҡорбанлыҡ килтергәндәр.

Андрокл мәлендә Артемидаға табыныу культы кире тергеҙелгән. Унан алда бер-береһен өс табыныу ҡоролмалары алмашынған[2]:

  • Б. э. тиклем VIII быуатта.
  • Б. э. тиклем VII быуат уртаһында.
  • 16×31 м ҙурлығындағы ҙур булмаған ҡорам. Алдында ике колонна.

Артемиды хөрмәтенә Эфес халҡы ҡала эргәһендә ғибәҙәтхана (ҡорам) төҙөй. Ул урын изге һаналған. Уңыш алиһәһенә табына торған ер булған.

Төҙөлөш өсөн аҡсаны данлыҡлы бай, Лидия батшаһы Крёз биргән. Колонналарҙа уның ике яҙмаһы һаҡланған[3]).

Страбон раҫлауынса, ҡорамдың проектын Кносс ҡалаһынан архитектор Херсифрон эшләгән. Уның ҡатнашлығында ҡорамдың диуарын күтәргәндәр һәм колонналарҙы ҡуйғандар (б. э. тиклем VI быуат тың тәүге яртыһы).

Херсифрон вафат булғас, төҙөлөште артабан уның улы Метаген дауам иткән (б. э. тиклем VI быуаттың икенсе яртыһы). Витрувий хәтирәләре буйынса, архитекторҙар Пеоний һәм Деметрий төҙөлөште аҙағына еткереп ҡуялар (б. э. тиклем V быуат тың тәүге яртыһы).

Ҡорам иҫ китмәле матур булған. Тик биҙәлеше тураһында мәғлүмәттәр ҡалмаған. Иҫтәлектәр буйынса шул билдәле: уны биҙәүгә грек донъяһының иң-иң оҫталарын йыйғандар. Ә Артемиданың һынын алтындан һәм фил һөйәктәренән эшләгәндәр.

Тәүҙә ҡорам Артемидаға табыныу урыны, ғибәҙәтхана булған. Аҙаҡ йолалар үтәү менән бер рәттән, Эфестың финанс һәм эшлекле дәирә үҙәге лә булып хеҙмәт иткән. Ҡорам үҙаллы булған, ҡала менән идара итеүселәрҙә бөтөнләй буйһонмаған. Иң юғары дин әһелдәре (жрецтар) коллегияһы етәкселек иткән.

Херсифрон ҡорамдың проектын эшләгән һәм төҙөлөште үҙе башлаған. Пеоний менән Деметрий тамамлап ҡуйғандар.

Төркиәлә паркта ҡорамдың моделе. Миниатюрк

Риүәйәттәр буйынса, б. э. тиклем 356 йылда, Македония баш ҡалаһы Пеллала, буласаҡ Бөйөк Искәндәр тыуған төндә Герострат исемле Эфес кешеһе ҡорамға ут төртә.

Ошо юл менән был ҡупым кеше данлыҡҡа ирешергә теләй. Ҡала йыйылышы уның исемен тарихтан юйып ташларға ҡарар итә. Әммә Герострат исеме тарихта лаҡап булып тороп ҡала.

Б. э. тиклем III быуатта ҡорамды тулыһынса тергеҙәләр. Төҙөлөш өсөн аҡсаны Александр Македонский (Искәндәр Зөлкәрнәйен) бирә. Архитектор Александр Дейнократ (Страбон буйынса исеме Хейрократ) уны элекке планы буйынса эшләй. Тик бинаны һикәлтәле бейек нигеҙ өҫтөнә ултырта.

Ғибәҙәтханан киңлеге 52 метр, оҙонлоғо — 105 м, бағаналарының(колонналар)бейеклеге — 18 метр булған. Түшәмде 8 рәт яһап теҙелгән 127 бағана тотоп торған. Риүәйәттәр буйынса,[4], һәр бағана 127 батшаның һәр береһенән бүләк булған.

Многогрудая Артемида Эфесская

Ҡорам эсен Пракситель эшләгән һындар һәм Скопастың рельефлы һүрәттәре биҙәгән. Диуарындағы картиналар бигерәк тә иҫ китмәле булған. Ҡорамды төҙөүгә биргән хәйриәһе өсөн Искәндәр Зөлкәрнәйенгә рәхмәт йөҙәнән Апеллесҡа уның һүрәтен эшләргә заказ бирәләр. Ул полководецты Зевсҡа оҡшатып, ҡулына йәшенле ялағай тоттороп эшләй. Ғәжәйеп оптик эффект арҡаһында йәшенле ҡул һүрәт эсенән тышҡа сығып торған кеүек тойолған. Заказды ҡабул итергә килгәндәр һүрәтттең камиллығына шаҡ ҡатып, художникка егерме биш алтын талант хаҡ түләгәндәр. Аҙаҡ бер һүрәт өсөн бындай хаҡ өс быуат бер кемгә лә эләкмәгән.

Ҡорам аҙаҡҡы дәүерҙәрҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

263 йылда Артемида ҡорамы готтар тарафынан таланған. Император Феодосий I мәлендә (391—392 йй.) Артемида ғибәҙәтханаһын ябалар. Урынына сиркәү төҙөйҙәр. Сиркәү ҙә оҙаҡ тормай емерелә.

Ҡорамды тиреп, мәрмәр йөҙлөктәрен төрлө төҙөлөштәргә алып китә башлағандар. Емеректәре яйлап ергә һеңгән, юҡҡа сыҡҡан. Хатта торған ере лә онот булған.

Инглиз архитекторы һәм инженеры Джон Тертл Вудҡа ҡорамды оҙаҡ йылдар эҙләргә тура килә. Ниһайәт, 1869 йылдың 31 октябрендә уңыш йылмая. Бинаның нигеҙен тулыһынса егерменсе быуатта ғына тикшереп бөтәләр. Аҫтында Герострат] яндырған ҡорамдың ҡалдыҡтары килеп сыҡҡан. Хәҙерге көндә бер бағанаһын тергеҙеп ҡуйғандар.

  1. Малая Азия // Ҙур совет энциклопедияһы.
  2. комментарий Г. А. Тароняна (Плиний Старший. Об искусстве. М., 1994. С. 762)
  3. Лаптева М. Ю. У истоков древнегреческой цивилизации: Иония XI—VI вв. до н. э. СПб, 2009. С. 346, примечание 169
  4. Плиний Старший. Естественная история. XXXVI. 95.
  • Комментарий Г. А. Тароняна в кн.: Плиний Старший. Естествознание: Об искусстве. М.: Ладомир. 1994. С. 762—767.