Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы
Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 октябрь 1940 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы (25 декабрь 1940 йыл — 26 апрель 2017 йыл) — ғалим-философ һәм дәүләт эшмәкәре. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1992 йылдарҙа философия кафедраһы мөдире. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 йылдан — Мәғлүмәт-аналитика идаралығы, 2006—2008 йылдарҙа Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—2010 йылдарҙа Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2000). Башҡортостан Фәндәр академияһының Зәки Вәлиди исемендәге премияһы лауреаты (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмир Мырҙағәли улы Юлдашбаев 1940 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тыуған[1].
1959—1961 йылдарҙа техник станция слесары, район башҡарма комитеты ҡарамағындағы төҙөлөш бүлеге мастеры була.
1961—1963 йылдарҙы комсомол эшендә, «Знамя труда» район гәзите редакцияһы хеҙмәткәре.
1963—1967 — Мәскәү дәүләт университетында уҡый, 1968—1971 йылдарҙа Мәскәү дәүләт педагогия институты аспиранты.
1971—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта, 1991—1992 йылдарҙа уҡыу йортоноң философия кафедраһы мөдире була[2].
1994—2010 йылдарҙа— Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә эшләй[3], шул иҫәптән 1997 йылдан Социаль-иҡтисади сәйәсәт идаралығы, 2004 йылдан — Мәғлүмәт-аналитика идаралығы, 2006—2008 йылдарҙа Эске сәйәсәт идаралығы, 2009—2010 йылдарҙа Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы бүлеге мөдире.
Әмир Мырҙағәли улы Юлдашбаев 1917 йылдың 26 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]30-ҙан ашыу фәнни, шул иҫәптән Ә. -З. Вәлиди Туғандың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында хеҙмәттәр авторы. Төрөк теленән Вәлидиҙең «Хәтирәләрен», «Башҡорттар тарихын» башҡорт һәм рус теленә тәржемә итә[4].