Юлдаш Ҡотлин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлдаш Ҡотлин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Юлдаш
Эшмәкәрлек йылдары 1770
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Юлдаш Ҡотлин (18-се быуаттың икенсе сиреге—1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Тәлтем-Юрматы улусы старшинаһы, Көньяҡ Уралда күмер ятҡылығын табыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлдаш Ҡотлин — Нуғай даруғаһының Тәлтем‑Юрматы улусы ­старшинаһы. Уның ҡарамағында бөтәһе 138 йорт булған.

1770 йылда ул Нуғай даруғаһы Юрматы улусы, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Мәстүк тигән башҡорт ауылы янында таш күмер ятҡылығын таба[1].

Таш күмерҙең икенсе ятҡылығы Яңы Мәскәү юлы буйында, Ырымбурҙан төньяҡ-көнсығышҡа йөҙ илле саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан була.

Юлдаш Ҡотлин ошо асыштары тураһында Ырымбур губернаторы Рейнсдорпҡа белдерә, ә ул руда сәнәғәте буйынса Рәсәйҙәге етәксе орган Берг-коллегияға 1770 йылдың сентябрендә хәбәр итә. Тикшереү өсөн аҙыраҡ күмер ҙә ебәрә[1].

3 мең башҡорт ғәскәре составында 1771—1773 йылдарҙа Бар конфедераттарына ҡаршы Польша походында ҡатнаша. Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр­ һуғышында­ 1774 йылға тиклем ҡатнаша.

Юлдаш Ҡотлиндың 1798 йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙе 8‑се башҡорт кантонының йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән билдәле.

1757 йылдарҙағы документтарҙа уның улдары Бикбулат, Ғөбәйҙулла иҫкә алына.

Башҡортостан Республикаһының Ишембай районының Юлдаш ауылы уның исеме менән менән йөрөтөлә.

Юлдаш Ҡотлин күрһәткән күмер ятҡылығы урынында хәҙер Күмертау ҡалаһы урынлашҡан[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлдаш (Ишембай районы)
Күмертау

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Әнүәр Әсфәндиәров. «Олатайҙарҙың бар тарихы». — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 85-се б.
  2. Башкирские старшины — Емельян Пугачёв. Юлдаш Кутлин

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]