Юхари-Джами
Юхари-Джами | |
Нигеҙләү датаһы | XIX быуат |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Украина |
Административ-территориаль берәмек | Алушта[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия Украины[d], Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] һәм памятник архитектуры местного значения[d] |
Юхари-Джами Викимилектә |
Юхари-Джами (ҡырым татарҙары телендә — «Үрге мәсет») — Ҡырым ярымутрауындағы мәсет, Крепостной тауы (убаһы) түбәһендә, Алушта ҡалаһының тарихи үҙәгендә, Приморье паркынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. Ҡырым мосолмандары Диниә назаратына ҡарай[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдарға тиклем комплекс ике ҡатлы бинанан һәм уға өҫтәп төҙөлгән Орта-Кул башняһынан тора. Эргәлә генә фонтан бар. Эске биҙәлеше традицион стилдә, бай һәм зауыҡлы итеп башҡарылған — тәҙрәләрҙә витраждар, стеналарҙа оҫталар төшөргән һүрәттәр, интерьерҙың күп элементтары ағасты һырлап эшләнгән[2].
Мәсет эшләгән осорҙа уны бер нисә тапҡыр ябалар, бинаны төрлө хеҙмәттәргә ҡарамағына бирәләр. 1962 йылдан бында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй[3].
1986 йылдың яҙында мәсет бинаһы урындағы әһәмиәткә эйә архитектура һәйкәле булараҡ, дәүләт ҡурсауына алына.
1994 йылдың майында «Үрге Йома мәсете» «Алушта» мосолман общинаһына кире ҡайтарыла, әммә эске яҡтан ул буш ҡумта ғына була, элекке эске бай биҙәлешенән, бөйөклөгөнән бер нәмәм лә ҡалмаған була[4].
1996 йылдан бында һәр йома намаҙ уҡыла.
Архив фотоһүрәте һәм хәтирәләре буйынса, мәсет, мосолман общинаһы мәсеттең эсен ҡабаттан тергеҙә — намаҙ залы стеналарын биҙәйҙәр, ағас балкондарҙы һырлап эшләйҙәр. Бинаға яңы манара төҙөйҙәр, тәһәрәтләнеү һәм мәрхүмдәр менән хушлашыу өсөн бүлмәләр булдырыла.
Яҡын-тирәлә башҡа эшләгән мәсеттәр булмағанлыҡтан, Үрге мәсет Ҙур Алушта төбәгенең ҡырым-татар халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Религия, культовые сооружения «Мечеть Юхары-Джами» 30 июля 2015 года
- ↑ Мечеть Юхары-Джами 30 июля 2015 года 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Мечеть Юхары-Джами в Алуште 30 июля 2015 года(недоступная ссылка)
- ↑ Червонная С. М. Искусство и религия. — М., 2008. — С. 238.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гиргенс Г. Г Алушта: Путеводитель. — Симферополь: Таврия, 1979.
- Криштоф Е. Алушта: Путеводитель.- Симферополь: Таврия, 1976.
- Сергеева, Г. Алушта — Судак: Путеводитель.- Симферополь: Крым, 1970.
- Талышев, В. Н. Алушта: Путеводитель.- Симферополь: Таврия, 1984.