Эстәлеккә күсергә

Ябалаҡташ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ябалаҡташ
Дәүләт  Рәсәй
Урын Силәбе өлкәһе һәм Һатҡы районы

Ябалаҡташ — (рус. Ябулакташ) — Рәсәй, Силәбе өлкәһе, Һатҡы районындағы тау.

Ябалаҡташ ғилми хеҙмәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ябалаҡташ оронимы ғилми хеҙмәттәрҙә лә телгә алына. Мәҫәлән, Силәбелә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған Лена Надир ҡыҙы Дәүләтҡолова үҙенең «Топонимдар лингвокултурологик аспектта» тигән ғилми хеҙмәтендә Силәбе өлкәһе географик атамаларын топонимдарҙың семантикаһын, структураһын, мәҙәни компонентын иҫәпкә алып, өлкәнең ҡатмарлы топонимик системаларының милли мәҙәни үҙенсәлектәрен өйрәнеп, күп кенә атамаларҙы тасуирлай. Улар араһында Ябалаҡташ та телгә алына һәм был атама төбәк тәбиғәт шарттарын, фаунаһын, был ҡоштарҙың йәшәгән урынын, мөхитен күрһәтә, тип раҫлай[1]

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә яҙа:

« Ябулакташ, гора, Саткинский район. С башкирского — «гора филинов», где ябалак — «филин», таш — «камень», «гора»[2][3] »

.

Н. И. Шувалов атамаға башлыса дөрөҫ аңлатма биргән. «Башҡорт теленең һүҙлеге» «Ябалаҡ» һүҙен былай аңлата: Ябалаҡ — йомро башлы, ҙур түңәрәк күҙле, сыбар төҫлө төнгө йыртҡыс ҡош[4]

"Башҡортса-русса һүҙлек"тә: Ябалаҡ — сова тип тәржемә ителгән[5] Мәгәр бында хата юҡ, сөнки филин — өкө шулай уҡ ябалаҡтар ғаиләһенә ҡарай һәм йыш ҡына был ике ҡоштоң атамаларын айырмайҙар.

  1. Л.Н. Давлеткулова Топонимы в лингвокультурологическом аспекте (на примере географических названий графства Оксфордшир и Челябинской области)
  2. Шувалов Н.И. Ябулакташ// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. Ябулакташ//От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 772-се бит
  5. Башкирско-русский словарь/Российская академия наук. УНЦ.АН РБ.- М.:Дигора, Рус.яз. 1996. 884 с. — ISBN 5-200-02354-8
  • Шувалов Н. И. Ябулакташ// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 772-се бит
  • Башкирско-русский словарь/РАН. УНЦ. АН РБ.- М.:Дигора, Рус.яз. 1996. — 884 с. — ISBN 5-200-02354-8