Ярневич Драгойла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ярневич Драгойла
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Хорватия
Тыуған көнө 4 ғинуар 1812({{padleft:1812|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Хорватия, Карловац[d]
Вафат булған көнө 12 март 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2] (63 йәш)
Вафат булған урыны Хорватия, Карловац[d]
Һөнәр төрө шағир, Уҡытыусы, яҙыусы
Сәнғәт йүнәлеше Иллиризм[d]
Commons-logo.svg Ярневич Драгойла Викимилектә

Драгойла Ярневич (тыуғанда — Ярневич Каролина) (хорв. Dragojla Jarnević; 4 4 ғинуар 1812(18120104) — 12 март 1875) — хорват шағиры, яҙыусы, драматург, педагог, альпинист. Иллирия хәрәкәте ағзаһы. Хорват феминизмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Драгойла Ярневич 1912 йылдың 4 ғинуарында Карловацта сауҙагәр ғаиләһендә тыуа. Был ете йәшендә атаһы вафат була. Күп балалы ғаилә ярлы йәшәй. Драгойла Ярневич 13 йәштән үҙ аллы белем алыу менән шөғөллә. 21 йәшендә Морава немцы, нәшриәтсе Франц Редингерға ғашиҡ була. Уның кәләше барлығын белгәс, уның менән мөнәсәбәтен туҡтата, ләкин артабан уның образын үҙенең әҫәрҙәрендә кәүҙәләндерә. Замандаштары ир-атта ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ҡыҙ тип һүрәтләй, әммә 40 йәшенә тиклем төнгө бәүеле тотмауы арҡаһында, Каролина кейәүгә сығыу идеяһынан баш тарта.

Грац, Триест һәм Венеция бай ғаиләләрҙә уҡытыусы булып эшләй. 1840 йылда Карловацҡа ҡайтып, унда ҡыҙҙар өсөн шәхси мәктәп аса (1840—1853). 1853 йылдан Прибичта йәшәй, 1866 йылдан тағы ла Карловацҡа ҡайта.

Карловацта Д. Ярневич бюсы

Драгойла бик йыш хорват халҡына белем биреү зарурлығы хаҡында белдерә, сөнки сәйәси маҡсаттарына өлгәшеү өсөн белемдә мөһим тәүшарттар күрә. 1850 йылдар башында сәйәсәттән ситләшә һәм үҙен бары тик педагогик эшмәкәрлеккә бағышлай.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1839 йылдаүҙенә ҙур йоғонто яһаған яҙыусы И. Трнски менән таныша. Иллирийҙарға ҡушылып, Danicа журналында хорват телендә патриотик һәм мөхәббәт шиғырҙары баҫтыра.

Уның 1848 йылғы революция темаһына яҙылған «Два Пира» романы романтизм традицияларында ижад ителә һәм 1864 йылда баҫыла.

Д. Ярневич айырыуса театрҙы ярата. Ул «Вероника Десиничева», «Мария, королева Венгрии», «Дувна» (хәҙер юғалғандар) драмаларын яҙа.

Уның әҫәрҙәре, күп замандаштарыныҡынан айырмалы, төрөк үткәне, шул ваҡыттағы хорват йәмғиәттең актуаль проблемаларын һүрәтләй. 1850—1860 йылдар дауамында Ярневич матбуғат баҫмаларында тиҫтәнән ашыу сентименталь-мажаралы тарих баҫтыра. Шулай уҡ, балалар өсөн бер нисә хикәйә авторы.

Яҙыусының 1832—1874 йылдарҙа алып барған көндәлеге ҙур иғтибарға лайыҡ. Автобиографик яҙмаларҙан тыш унда авторҙың билдәле замандаштары һәм сәйәси ваҡиғалар тураһындағы күҙәтеүҙәр бар. Аңлы рәүештә бойондороҡһоҙлоҡто һәм яңғыҙлыҡты һайлаған, үҙ хеҙмәте менән генә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ позицияһынан яҙылған көндәлек аҡса мөһимлеген һәм үҙ заманында ҡатын-ҡыҙҙарҙың патриархаль һәм матди иҙелеүен һүрәтләй. Тәүҙә Драгойла уны немец телендә алып бара, ә бер нисә йылдан һуң, хорват теленә күсә. Үҙенсәлеге шунда: Ярневич уны һуңынан, үҙе вафат булғандан һуң 10 йыл үткәс халыҡҡа сығарырға тип васыят итә. Ҡулъяҙмаларҙы бер нисә тапҡыр эшкәртеп ҡарайҙар, шуларҙың иң билдәлеһе Дворжак станогы редакцияһы була. Һөҙөмтәлә 1958 йылда «Жизнь одной женщины. Избранные страницы дневника» китабы донъя күрә. Бары тик 2000-се йылдарҙа ғына көндәлектәр тулыһынса баҫтырыла.

Д. Ярневич — Хорватияла альпинистар хәрәкәте пионеры. Ул илдең беренсе альпинисы тип иҫәпләнә. 1836 йылдың 19 апрелендә ул Карловац эргәһендәге Мартиншак түбәһенә күтәрелә. Ә 1843 йылдың 13 сентябрендә беренсе ҡатын-ҡыҙ булараҡ, Окич тауының көньяҡ текә яғынан күтәрелә. Ул ваҡытта был ҙур ҡаҙаныш була, сөнки бер ниндәй альпинист йыһазы булмай. Драгойла ҡаяға ялан аяҡ менә. Әлеге ваҡытта уның маршруты Драгойла һуҡмағы тип йөрөтөлә[3]. Йыл һайын яҙыусының юлын ҡабатлаған йәйәүле походтар ойошторола[4].

Һайланма әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Domorodne poviesti» (хикәйәләр йыйынтығы), Карловац, 1843;
  • «Два банкета» (роман), 1864;
  • «Жизнь одной женщины. Избранные страницы дневника», Загреб, 1958;
  • «Дневник», Карловац, 2000.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]