Эстәлеккә күсергә

Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы
урыҫ Яр-Бишкадакское месторождение каменной соли
Страна
РФ субъектыБашкортостан
Рәсәй
Красная точка
Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы

Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы (рус. Яр-Бишкадакское месторождение каменной соли) — Башҡортостан, Ишембай ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы биләмәләрендә урынлашҡан ятҡылыҡ. Ағиҙел йылғаһының уң һәм һул яҡ ярҙарында бүленгән участкаларҙан тора.

Ишембай ҡалаһында урынлашҡан уң яҡ участкаһын «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте (лицензия УФА 00956 ТЭ) эшкәртә . Һул яҡ участкаһы бүлеп бирелмәгән ер аҫты фондында урынлашҡан.

Ятҡылыҡтар Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм башҡа тораҡ пункттар менән асфальт түшәлгән юлдар бәйләй.

Ятҡылыҡты асыу һәм уны сәнәғәти эшкәртеү мөмкинлеге каустик сода етештереү буйынса химия заводы төҙөлөшө мәсьәләһен күтәрергә булышлыҡ итә. 1955 йылда СССР Министрҙар Советы Стәрлетамаҡ ҡалаһында Яр-Бишҡаҙаҡ тоҙонан химик сеймалға киҫкен ихтыяжды ҡаплаған «Каустик» заводын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә[1].

Әлеге ваҡытта Башҡортостан сода компанияһы — Европаға иң ҙур кальцийлы сода экспортеры[2].

  1. История. Официальный сайт ОАО «Каустик». Дата обращения: 8 октябрь 2014. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2014 года.
  2. ОАО «Сода» приступит к реконструкции Яр-Бишкадакского месторождения // ВЛАСТЬ | новости башинформ.рф. Дата обращения: 11 февраль 2020.
  • Отчет по доразведке правобережной части Яр-Бишкадакского месторождения каменной соли и пересчет запасов по состоянию на 01.01.1951 года.
  • Макушин А. А. Шевчун Н. П. Отчет о детальной разведке левобережного участка Яр-Башкадакского месторождения каменной соли в БАССР, проведенной Западно-Башкирской Комплексной Геологической Экспедицией в 1975—1979 годы (подсчет запасов по состоянию на 01.01.1979 год). Башкирское территориальное геологическое управление МГ РСФСР