Эстәлеккә күсергә

Ятаған

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ятаған
изображение
Классификация

Музыкаль ҡыллы инструмент, хордофон

Туғандаш инструменттар

Гусли, Жетыген

Етештереүселәр

Баймөхәмәтов С. У., Ғәлимова Г. Р.

Ятаған (ятага; башҡ. ятаға, йатаған) — ҡыллы музыкаль инструмент.

«Мәскәүҙәге Дашков этнография музейында һаҡланыусы музыкаль инструменттарҙың иллюстрациялы һүрәтләнеше» (1909) тигән китапта халыҡ музыкаһын өйрәнеүсе, фольклорисы А. Л. Маслов: «Ятаған — Ырымбур ҡырғыҙҙары ҡулланған музыкаль инструмент, корпусының киҫелеше оҙон квадраттан торған, бер яҡҡа бөгөлгән еңелсә тупаҡ мөйөшлө инструмент. Ике ҡабырға декаһы бөтөн, ҡалған икәүһенең һәр ҡайһыһы үҙҙәре ике өлөштән тора, улар бер-береһенә ҡарата 9:25 нисбәтендә урынлашҡан. Аҫҡы декала 25 тауыш сығарғыс эшләп ҡуйылған, улар биш йондоҙ рәүешендә урын алған. Саҡ ҡына ҡабарып торған өҫкө деканың бөгөлгән еренә ҡылдарҙы бәйләү өсөн ете ағас сөй нығытылған плапка беркетелгән, был сөйҙәр икенсе осҡа баҡыр дүңгәләктәр ярҙамында нығытылып ҡуйылған. Еҙ ҡылдарҙың һәр ҡайһыһы дүңгәләктәрҙең эргәһендә махсус аҫлыҡ менән терәтеп ҡуйыла. Аҫҡы деканың остарынан әллә ни ҙур булмаған кәкерсәктәр сығып тора, улар биҙәүес ролен генә түгел, бер үк ваҡытта, инструментты ҡуйыу өсөн таяу та булып тора. Ятаған тышҡы яғы менән япондарҙың бик ҙур котоһын хәтерләтә. Ятағандың декаһы һары төҫкә буялған, ағас сөй кеүек ҡара төҫкә буялған ваҡ деталдәренән башҡаһы ҡыҙыл төҫтә.Ятағандың ҡоролошо билдәһеҙ. Үлсәме түбәндәгесә: ҙур булмаған оҙонлоғо 102 см, ҙур булмаған яҫылығы 14 см, бейеклеге лә сама менән шул саҡлы, әммә резонаторҙың ҡалынлығы ике тапҡырға тиерлек кәмерәк»[1].

Башҡорт эпостарын, ҡобайырҙарын, һәр төрлө таҡмаҡтарҙы башҡарғанда оҙатыусы музыкаль инструмент булған, тип фаразлана. Дөйөм алғанда, бындай музыка ҡоралы тик бай башҡорттарҙа ғына булғанға оҡшай. XX быуатта ятағанда уйнау традициялары юҡҡа сыҡҡан[2].

Ошоға оҡшаш музыка ҡоралдары Боронғо Ҡытайҙа, Японияла, Кореяла, шулай уҡ төрки халыҡтарында ла булған. Мәҫәлән, татарҙарҙа — ятаған/елтага[3], ҡаҙаҡтарҙа — жетыген, ҡалмыҡтарҙа — ятха (ятка), монголдарҙа — ятага, хакастарҙа — чатха.

Формаһы буйынса һалып ҡуйылған оҙонса арфаны хәтерләтә. Ятағандың иң боронғолары ағастан (күбеһенсә ҡарағайҙан) соҡоп эшләнгән йәшниккә оҡшаған була. Шуның өҫтөнән тынлы ҡылдар тарттырыла, тағы ла һарыҡтың бәкәл һөйәгенән эшләнгән күсереп йөрөтмәле сөйҙәр (таяуҙар) ҡуйыла, улар һәр ҡылды икегә айырып тора. Шулай итеп, һәр ҡыл ике нотаны белдерә, ә таяуҙарҙы күсереү һөҙөмтәһендә, был музыка ҡоралы бөтөнләйе менән төрлө характерҙа булған башҡарыу өсөн тәғәйенләнә. Традицион рәүештә, ятағанда ултырып уйнайҙар, был саҡта ятағандың бер осон тубыҡҡа һалалар, икенсеһен — иҙәнгә, аяҡтарҙы бөкләйҙәр. Шулай уҡ профессиональ башҡарыу өсөн, инструментты таяуҙарға ла ҡуйырға мөмкин.

Заманса ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһында был музыка ҡоралы тәүгеләрҙән булып традицион музыкаль башҡарыу кафедраһы профессоры, проект етәксеһе Айрат Миңнеәхмәт улы Ҡобағышев тарафынан тергеҙелә, 2007 йылда ул музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы Ғәлимова Гөлнур Рәшит ҡыҙы менән берлектә тергеҙеү эшенә бик ентекле тотоналар. Бөгөнгө көндә ятаған ағас корпуслы, сығып торған декаһы булған ялпаҡ ҡумта рәүешендә күҙ алдына баҫтырыла. Аҫҡы декала резонатор тишектәре, йыш ҡына, таяуҙар урынлашҡан. Ятағандың оҙонлоғо сама менән 1200 мм. Инструмент 7 һәм унан да күберәк тимер тынлы ҡылдарҙан тора. Күпселектә, уң ҡул менән уйнайҙар. Һулы менән түбәндәге алымдар: вибрато, тарттырғыстар, глиссанд башҡарыла.

Инструментты оҙаҡ ваҡыт төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡулланмайҙар, беренсе тапҡыр уны 2013 йылда оҫта һәм йырау Илдар Шакиров ҡуллана. Был музыка ҡоралы әллә нисә тапҡыр үҙгәртеүҙәргә дусар була, һәм, хәҙерге көндә профессиональ сәхнәлә йыш яңғырай.

2014 йылда Башҡортостанда ошо уҡ инструмент атамаһына тап килгән исемде йөрөткән берҙән-бер фольклор-этнотөркөм барлыҡҡа килә, ул үҙенең сығыштарында ятаған аранжировкаһын киң ҡуллана башлай. Әлеге көндә «Йатаған» төрлө көйләүгә ҡорорлған: 9 һәм 13 ҡыллы 2 киң диапозонлы инструмент ҡуллана.

  1. Маслов А. Л. Иллюстрированное описание музыкальных инструментов, хранящихся в Дашковском этнографическом музее в Москве. М., 1909, С.11.
  2. Кубагушев А. М. Ятаған // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Традиционная культура народов Поволжья. Материалы Всероссийской научно-практической конференции. Изд. КГУ 2014 г. С.242 — 243 2018 йыл 23 ноябрь архивланған.
  • Ахметжанова Н. В. Башкирская инструментальная музыка. Наследие. — Уфа, 1996. — 105 с.
  • Кубагушев А. М. Традиционные башкирские народные инструменты. — Уфа, 1997.
  • Маслов А. Л. «Иллюстрированное описание музыкальных инструментов, хранящихся в Дашковском этнографическом музее в Москве» (1909).