Яғалбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яғалбай
Ата ҡош
Ата ҡош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ыласындар
Ырыу: Ыласындар
Төр: Яғалбай
Латинса исеме
Falco columbarius
Linnaeus, 1758
Синонимдары һәм диалектизмдары

Яғылбай, яғал ҡош

  • Aesalon columbarius
  • Falco aesalon
Ареал
рәсем
     Бала сығарыу арауығы

     Миграциялары

     Йыл буйы йәшәү
ITIS 175613
NCBI 8953

Яғалбай (лат. Falco columbarius) — йыртҡыс ҡош, Ер йөҙөндәге иң бәләкәй ыласын.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Осло оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ыласын. Һырт яғы нәҙек ҡара өҙөк һыҙыҡтар менән сыбарланған күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы шулай уҡ һыҙыҡлы һарғылт ерән. Елкәһендә һәм яуырынында аҡһыл һары таптар бар. Ҡаштары, суҡыш төбө, аяҡтары һары. Ҡыйғырҙың «мыйыҡтары» булмауы менән, кәүҙәһенең аҫ яғы ерән булыуы менән айырыла. Тауышы яңғырауыҡлы «ки-ки-ки». Ваҡ ҡоштарҙы аулай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ағас башында, ҡая таш һикәлтәләрендә, һирәкләп түңгәктәрҙә була.

Ерәнһыу көрән таплы, һарғылт ҡабыҡлы; йомортҡаларының һаны 3-4 бөртөк. Элек ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр. Тәбиғәттә йәшәү мөҙҙәте 11 йыл.

Яғалбай йомортҡаһы
Себештәре