Эстәлеккә күсергә

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғабдрахманов Әйүп Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Моратша, Сельское поселение Южное[d], Оло Глушица районы
Вафат булған көнө 1955

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит улы (1907 йыл — 1955 йыл) — ауыл хужалығы белгесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ефрейтор[1].

Әйүп Хәмит улы Ғабдрахманов 1907 йылда Һамар губернаһы Имелей улусының (хәҙер — Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Южный ауыл хакимиәте) Моратша ауылында тыуған[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1928-1929 йылдар — Куйбышев өлкәһе Алексеев районы Моратша ауыл советы рәйесе.

1930-1933 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы Октябрьский һәм Уральский бүлексәләренең баҫыу эштәре белгесе (полевод).

1933-1934 йылдар — Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында келәт мөдире.

1941 йылдың ғинуарында Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла.

1943 йыл — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы Үҙәк усадьбаһы коменданты.

1943дың майынан 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылдың апрелендә Белорус фронты составында Көнсығыш Пруссия ерендә барған һуғыштарҙа транспорт взводы ездовойы Ғабдрахманов Әйүп Хәмиҙулла улы ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Артабан Алыҫ Көнсығыш фронты составындағы 5-се армияның 157-се дивизияһы 422-се артиллерия полкында хеҙмәт итә.[3].

1945 йылдың 9 авгусынан 1 сентябренә тиклем күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә:

« 1945 йылдың 9 авгусында Маньчжурия территоияһында япон милитаристарына ҡаршы алышта полктың транспорт взводы ездовойы ефрейтор Ғабдрахманов Әйүп Хәмиҙулла улы, урманлы-таулы ҡыйын юл шарттарына ҡарамай, дошмандың бер туҡтауһыҙ ут ҡойоно аҫтында, полктың команда пунктына аҙыҡ-түлек, фураж һәм башҡа матди әйберҙәр ташыны һәм полкты матди средстволар менән тәьмин итеү мәғлүмәтен еткереп торҙо

»

1947-1948 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында һөт-тауар фермаһы (МТФ) идарасыһы.

1948-1953 йылдар — Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының бүлексә идарасыһы (управляющий).

1953-1954 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының Комсомольск бүлексәһенең ат һарайы мөдире.

1955 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Маннапов М. М. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в.. — Уфа: Гилем, 2008. — С. 200.
  • ЦАМО шкаф 18, ящик 11
  1. Габдрахманов Аюп Хамидович
  2. М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.185.
  3. Память народа Габдрахманов Аюп Хамидуллович
  4. Габдрахманов Аюп Хамидович
  5. Память народа. Габдрахманов Аюп Хамидуллович