Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы
Уҡыу көйләүҙәре
| Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1913 |
| Тыуған урыны | Оло Шаҙы ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
| Хәрби звание | Сержант һәм ҡыҙылармеец[d] |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы — (1913 йыл - ?) 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, сержант, ҡыҙылармеец [1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғарифуллин Тимерхан Ғарифулла улы 1913 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуа. Ауыл колхозында эшләй. Фронтҡа 1942 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына.[2] 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Сержант дәрәжәһенә етә. Яу ваҡытында ҡаты яралана. Унан Тимерхан Ғарифулла улы саперға уҡый. Бик күп яуҙарҙа, 1-се һанлы Белорус фронты һыҙығында һуғыша. Днепрҙы азат иткәндә ауылдаштары Ҡорбан Солтаншин Һәм Сафуан Ғәлиханов менән осраша. Һуғыштан һуң “Шаҙы” колхозында йәшелсә бригадаһында эшләй [3].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Память народа. Гарифуллин Тимерхан Гарифуллинович
- ↑ Они вернулись с победой. Большешадинский с/с. 1997 г. стр. 24
- ↑ Они вернулись с победой. Мишкинский район.2005 г.стр.56
- ↑ Гарифуллин Тимерхан Гарифуллинович