Эстәлеккә күсергә

Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 декабрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Иҫке Күсәрбай ауылы, Благовар районы, СССР[1]
Вафат булған көнө 16 август 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (89 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғарифуллин Фәрит Шәрифулла улы (20 декабрь 1928 йыл — 16 август 2018 йыл) — агроном-ғалим, йәмәғәтсе. 1980—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — фәнни эштәр буйынса проректор, 1990 йылдан игенселек һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Фәрит Шәрифулла улы Ғарифуллин[2] 1928 йылдың 20 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Ахун улусының[3] Күсәрбай ауылында тыуған.

1952 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Эш урындары: 1952 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында: өлкән ғилми хеҙмәткәр (1964—1965), лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары (1965—1980); Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кафедра мөдире (1980—1983, 1988—1994), ғилми эш буйынса проректоры (1983—1990), Башҡорт дәүләт аграр университетының профессоры (1994—2008).

Фәнни тикшеренеү йүнәлештәре: тупраҡтың агрофизик үҙсәнлектәре, Башҡортостан Республикаһында тупраҡтың һыу-физик үҙсәнлектәрен оптималләштереү. Ул БАССР территорияһына тупраҡ-эрозия районлаштырыу үткәрә (1976), республиканың тупраҡ картаһын төҙөй (1975).

Профессор Фәрит Ғарифуллин Башҡорт дәүләт аграр университетындағы кандидатлыҡ (1993—2000) һәм докторлыҡ (2001—2008) диссертацияһы яҡлау буйынса диссертация советтары етәкләй, СССР Юғары аттестация комиссияһының докторлыҡ советы ағзаһы (1986—1989).

1985—1990 йылдарҙа БАССР Юғары Советы депутаты (11 саҡырылыш) була.

Ғалимдың уҡыусылары араһында — 5 фән докторы һәм 8 фән кандидаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996),
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).
  • 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 4 авторлыҡ таныҡлығы эйәһе.

Шул иҫәптән:

  • Почвы Южного Урала и их рациональное использование / Ф. Ш. Гарифуллин, А. Ш. Ишемьяров ; Ульянов. с.-х. ин-т, Башк. с.-х. ин-т, 82,[2] с. ил., карт. 22 см, Ульяновск Уфа Башк. СХИ 1987.
  • Физические свойства почв и их изменение в процессе окультуривания / Отв.ред. В. К. Гирфанов; АН СССР, Ин-т биологии. — М. : Наука, 1979. — 154с.
  • Зонально-экологические особенности почв РБ и адаптация систем земледелия к агроландшафтам. Уфа, 2001 (соавтор).
  • Почвы лесостепи РБ и их оценка. Уфа, 2005 (соавтор).
  • Агрофизические свойства черноземов Предуралья Башкортостана и пути их оптимизации. Уфа, 2008.
  • Недорезков В. Д., Зиязетдинов Р. М. Башкирский государственный аграрный университет: история и современность. Уфа, 2000.