Эстәлеккә күсергә

Ахунов Ғариф Ахунйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғариф Ахунйән улы Ахунов битенән йүнәлтелде)
Ахунов Ғариф Ахунйән улы
татар. Гарифҗан Ахунҗан улы Ахунов
Тыуған көнө:

18 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Татар АССР-ы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Арса районы) Кесе Өс өйлө (Кече Өчиле) ауылы

Вафат булған көнө:

4 июнь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (74 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус, татар

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ахунов Ғариф Ахунйән улы (18 сентябрь 1925 йыл4 июнь 2000 йыл) — яҙыусы, драматург, публицист һәм йәмәғәтсе. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1993).

Ғариф Ахунйән улы Ахунов 1925 йылдың 18 сентябрендә Татар АССР-ының Арса районы Өсөйлө ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы, ауылдың беренсе коммунист-активистарынан булып, күмәк хужалыҡтар төҙөү осоронда ярлы крәҫтиәндәр араһында ҙур ойоштороу эштәре алып барғаны өсөн, 1931 йылда кулактар тарафынан үлтерелә. Атаһыҙ ҡалған 4 баланы әсәләре тәрбиәләп үҫтерә.

Ғариф Ахунов, күрше Ҡаҙанбаш ауылы мәктәбендә ете класс тамамлағас, 1940 йылда Арса педагогия училищеһына уҡырға инә. Тик Бөйөк Ватан һуғышы башланыу арҡаһында, уҡыуын өҙөп, колхозда эшләй.

1946 йылда педучилищела уҡыуын дауам иттерә. 1947-1952 йылдарҙа В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡый. 1952—1956 йылдарҙа «Совет әдәбияте (хәҙерге „Казан утлары“)» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, проза бүлеге мөдире һәм яуаплы сәркәтип вазифаларын башҡара. 1956 йылдың көҙөндә Ғариф Ахунов Татарстандың нефть үҙәге Әлмәткә ижади командировкаға бара, ә 1957 йылда бөтөнләй шунда күсенеп, тиҫтә йылдан ашыу нефтсылар араһында эшләп, ижад итә. 1963 йылда Татарстан Яҙыусылар союзының Әлмәт бүлеге рәсмиләштерелгәс, ул 1963—1965, 1967—1968 йылдарҙа уның яуаплы сәркәтибе булып эшләй. 1968 йылда Ҡазанға ҡайта. 1971—1974 йылдарҙа «Казан утлары» журналының баш мөхәррире булып эшләй. 1974—1984 йылдарҙа Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡара. Ғариф Ахунов 2000 йылдың 4 июнендә Ҡазанда вафат була һәм Арса зыяратында ерләнә.

Ғариф Ахуновтың яҙыусы булараҡ тәүге ижад тәжрибәһе студент йылдарына тура килә. 1951 йылда «Үҫеү юлы» альманахында йәш авторҙың «Ғәлләм һорау бирә» тигән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға. Ул шулай уҡ гәзит-журналдарҙа очерктары, рецензия һәм әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән әүҙем ҡатнаша.

«Совет әдәбияте» журналында эшләгән сағында Ғ. Ахунов күп кенә хикәйәләр, очерктар, «Йәшлек йәме» (1955) исемле беренсе повесын ижад итә, Ибраһим Ғази, Ғабдрахман Әбсәләмов, Ғәли Хужи, Әнүәр Дауытов, Ғүмәр Бәширов, Мирсәй Әмир, Шәйхи Маннур, Сәлих Баттал кеүек күренекле татар яҙыусылары ижады тураһында әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре яҙып баҫтыра.

Ғ. Ахунов, Әлмәттә йәшәгән сағында нефтсылар араһында эшләп, уларҙың хеҙмәте, тромош-көнкүрешен өйрәнеп, улар тураһында күп һанлы очерктар, публицистик мәҡәләләр, хикәйәләр, бәләкәй күләмле повестар («Юлдар сатында», «Хыялый Хәйрүш егеттәре» йыйынтыҡтары; «Артышлы тау буйында», «Ҡанаттар ҡайҙа илтә?» повестары) яҙа. Ныҡлы ижади тәжрибә туплағас, роман жанрына тотона һәм «Хазина» (1963), «Хужалар»(1968) исемле роман-дилогияһын ижад итә. Татарстан төбәгендә нефть табылыуҙан татар халҡының йәшәйешенә, көнкүрешенә килгән үҙгәрештәрҙе, шул яңы шарттарҙа төрлө быуын һәм төрлө һөнәр кешеләре араһында күҙәтелгән социаль һәм әхлаҡи мөнәсәбәттәрҙе реалистик буяуҙарҙа сәнғәтсә кәүҙәләндергән был дилогия әҙәби йәмәғәтселектә үткән быуаттың 60-сы йылдар татар прозаһына яңылыҡ килтергән, уны яңы тормош материалы һәм яңы геройҙар менән байытҡан әҫәрҙәр булараҡ баһалана.

70-се йылдарҙа Ғ. Ахунов «Сәтләүек төшө» (1974), «Ардыуан батыр» (1975), «Оло яҙға сәйәхәт»(1974), «Беҙ бит Арса яҡтары»(1978), «Йондоҙҙар ҡалҡа»(1979) повестарын ижад итә.

1978 йылда тарихи-революцион темаға арналған «Иҙел ҡыҙы» исемле романы донъя күрә. Автор ҡатмарлы тормош юлы үткән төп образдарының яҙмыштары аша, 1900—1930 йылдарҙа Урта Иҙелдә барған ҙур тарихи ваҡиғаларҙың һәм ижтимағи-сәйәси процестарҙың йәнле картиналарын һүрәтләй.

80-се йылдарҙың икенсе яртыһында, 90-сы йылдарҙа Ғариф Ахунов илдә барған демократик үҙгәртеп ҡороу ваҡиғаларына арналған «Ғүмер юлы» романын, «Эт батша», «Һуңлаған мөхәббәт» исемле күләмле ике повесын һәм өс киҫәктән торған «Тимерхандың күргән-кисергәндәре» исемле документаль әҫәрен яҙа.

Ғариф Ахунов драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Сулпы йыры», «Уттар яна усаҡта», «Сәтләүек төшө», «Ардыуан батыр» һ.б. пьесалары, инсценировкалары драма театрҙары тарафынан сәхнәләштерелә.

Әҙип әҙәби тәржемә менән дә уңышлы шөғөлләнә. Михаил Шолоховтың «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһының 2-се, 4-се китаптарын, Виталий Закруткиндың «Йөҙмә станица» романын, Николай Погодин, Александр Островский пьесаларын һ.б. татар теленә тәржемә итә.

Ғ. Ахунов һәм Башҡортостан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғариф Ахуновтың «Хазина», «Хужалар», «Иҙел ҡыҙы» романдарында Татарстан менән Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ бәйләнештәре һәм хеҙмәттәшлеге образлы сағылыш таба. Әҙип уларҙа башҡорт милләте вәкилдәре образдарын да ижад итә. «Йондоҙҙар ҡалҡа» повесында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шәхесе баҙыҡ итеп һүрәтләнә.

Ғ. Ахунов — башҡорт әҙәбиәтенә арналған бер нисә мәҡәлә авторы. Уның 1996 йылда Өфөлә башҡорт телендә «Ғәббәс хәҙрәт» исемле романы донъя күрә. «Сулпы йыры», «Тынғыһыҙ йөрәк» пьесалары Башҡортостан Рспубликаһы театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәким Ғариф Ахунов ижады тураһында «Нива народной жизни» («Литературная Россия» гәзите, 1979 й., 18 май, 9-сы бит), «Халыҡ тормошоноң ҡатламдары» (Ғ. Ахунов. «Шишмәләр менән һөйләшеү», Ҡазан, 1985 й., 3-10-сы биттәр.) тигән мәҡәләләр яҙып баҫтырҙы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (1993);
  • Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1973);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972;)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены(1981);
  • Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы ағзаһы (1998).
  • Даутов Р. Н., Рахмани Р. Ф. Әдипләребез: библиографик белешмәлек. 2 томда. Казан: Татарстан китап нәшрияте, 2009.