Ғафаров Искәндәр Алмас улы
Ғафаров Искәндәр Алмас улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 5 апрель 1990 (34 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | музыкант, пианист |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғафаров Искәндәр Алмас улы (5 апрель 1990 йыл) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Искәндәр Ғафаров 1990 йылдың 5 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — билдәле музыкант Алмас Ғафаров, шулай уҡ Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998). Искәндәр Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы махсус музыкаль мәктәп-интернатта уҡый (1998—2008). Артабан ул сәнғәт институтына уҡырға инә (уҡытыусыһы — профессор Рөстәм Шәйхетдинов).
Искәндәр Ғафаров бик күп абруйлы конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты.
2010 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курсы студенты Өфө педагогы Рөстәм Шәйхетдиновтың тәрбиәленеүсеһе Искәндәр Ғафаров Парижда үткән Х Халыҡ-ара Александр Скрябин исемендәге пианистар конкурсында ҙур еңеү яуланы. Халыҡ-ара баһалама комиссияһын етәкләгән Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы профессоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Воскресенский Искәндәр Ғафаровҡа беренсе премия тапшыра. 19 йәштән 25 йәшкә тиклемге категориялағы башҡарыусылар араһында Искәндәр иң кесеһе булып сыға. Шуға ҡарамаҫтан, йәш музыкант жюри иғтибарына 40 минутлыҡ ифрат ҡатмарлы программаһын уйнап ишеттерә. Мотлаҡ программаға ингән Скрябин, Гендель, Прокофьев, Дебюсси әҫәрҙәренән тыш Искәндәр үҙенең сығышына башҡорт композиторы Айрат Ҡобағошовтың әҫәрен өҫтәй[1].
2011 йылда Ференц Листтың 200-йыллығына арналған Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Искәндәр Ғафаров музыкаль вуздар студенттары араһында 1-се премияны яулай. Конкурс Венгрияла үтә. Жюри ҡарары буйынса Искәндәр Ғафаровҡа һәм Руслан Воротниковҡа шулай уҡ Равель һәм Метнерҙың әҫәрҙәрен иң яҡшы башҡарғаны өсөн махсус дипломдар тапшырыла[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — юғары башҡарыу оҫталығы өсөн (2010).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уфимец Искандер Гафаров стал лауреатом престижного международного конкурса в Париже
- Башкирские пианисты стали лучшими на международном конкурсе в Венгрии