Ғилманов Фитрат Абдулла улы
Ғилманов Фитрат Абдулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 апрель 1921 |
Тыуған урыны | Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР[1] |
Вафат булған көнө | 2015 |
Һөнәр төрө | офицер, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал-майор[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғилманов Фитрат Абдулла улы (15 апрель 1921 йыл — 2015 йыл) — хәрби эшмәкәр. Генерал-майор (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы (1941—1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фитрат Абдулла улы Ғилманов 1921 йылдың 15 апрелендә Автономиялы Башҡорт Республикаһының Тамьян-Ҡатай кантонындағы (хәҙер Башҡортостандың Әбйәлил районы) Рауил ауылында тыуған.
1940 йылдан НКВД-ның эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә: айырыуса мөһим сәнәғәт объекттарының һағы, диверсанттар менән көрәш буйынса функциялар башҡара; 1941 йылдың ноябренән — Калинин фронтында саперҙар взводында. 1942 йылдан — Ярославль өлкәһендә станковый пулеметсылар әҙерләү буйынса уҡытыу пунктында взвод командиры ярҙамсыһы. 1945 йылда С. М. Киров исемендәге НКВД эске сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби училищеһына йүнәлтелә (Дзауджикау ҡалаһы). 1953 йылдан алып Эстония ССР-ында команда-штаб вазифаларында: командир ярҙамсыһы һәм полк штабы начальнигы. 1958 йылда полк командиры итеп тәғәйенләнә, 1967 йылдан — СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәр дивизияһы командиры. 1979 йылдан — отставкала.
НКВД ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби училищеһын — 1945 йылда, К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһын 1953 йылда тамамлай.
Аҙаҡҡы ваҡыт Курск ҡалаһында йәшәгән[2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1963)
- Миҙалдар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Победители. РУ, страница 1828
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия — Гильманов Фитрат Абдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2021)
- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013. 142 бит.