Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы
| Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1912 |
| Тыуған урыны | Яңы Ҡарас, Мәүлит ауыл советы, Мишкә районы |
| Хәрби звание | ефрейтор |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы (рус. Гильмияров Габдулла Гильмиярович) — (1912 йыл - ?) Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, ефрейтор, ҡыҙылармеец [1]. Фронт һыҙығында күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилмийәров Ғабдулла Ғилмийәр улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Ҡарас ауылында тыуа. Һуңынан Мишкә ауылында йәшәй. Фронтҡа 1941 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына. Дим ҡасабаһында ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Хәрби званиеһы - ефрейтор. Яуҙа яраланып 1944 йылда һаулығына бәйле демобилизациялана һәм тыуған ауылына ҡайтарыла. Һуғыштан һуң сәнәғәт комбинатында ат ҡараусыһы булып эшләй [2].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3] 1985 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Память народа. Гильмияров Габдулла Гильмиярович
- ↑ Они вернулись с победой. Мишкинский район. 2005 г.стр.136
- ↑ Гильмияров Габдулла Гильмиярович 2021 йыл 24 июнь архивланған.