Эстәлеккә күсергә

Ғиләжев Илшат Фәрит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғиләжев Илшат Фәрит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 март 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (62 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Ғиләжев Илшат Фәрит улы (1 ғинуар 1960 йыл6 март 2022 йыл) — скульптор, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012).

Илшат Фәрит улы Ғиләжев 1960 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Янбай ауылында тыуған.

Әрме хеҙмәтен ГДР-ҙа үтә. Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә танк дивизияһының айырым разведка батальонында хеҙмәт итә.

1985 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлағандан һуң Нефтекамала рәсем уҡытыусыһы булып эшләй.

Скульптор булараҡ, металл (ҡара металл, алюминий һәм бронза); боҙ менән эшләй. Уның «Скрипкалы ҡыҙ» тип аталған диплом эше лә металл-алюминийҙан башҡарыла.

1997 йылдан «Мираҫ» ижади төркөмө ағзаһы.

Ижадсы 2022 йылдың 6 мартында Нефтекама ҡалаһында вафат булды, тыуған ауылында ерләнде[2].

  • Нефтекамалағы Еңеү һалдаты һәйкәле[3].
  • «Киләсәк тауышы», «Скрипкалы ҡыҙ» скульптуралары. Боҙ ҡаласыҡтары.

Скульпторҙың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Нефтекама картиналар галереяһында, «Мираҫ» (Нефтекама) картиналар галереяһында, Ғабдулла Ғәлиевтың (Батырша) мемориаль йорт-музейында һаҡлана.

Ғиләжев Илшат Фәрит улы 1985 йылдан республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы.
  • Салауат Юлаевтың һәм уның арҡаҙаштарына, уларҙың ҡаһарманлығына арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәрҙәренә республика күргәҙмә-конкурсының (2004; Өфө) «Скульптура» номинацияһы дипломанты (III дәрәжә диплом һәм премия).