Эстәлеккә күсергә

Ғосман мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Ғосман мәсете
ғәр. جامع عصمان‎

Мәсеттең бөгөнгө күренеше
Ил Ливия Ливия
Регион Киренаика
Ҡала Бәнғази
йүнәлеш, мәктәп сөнни
Мәсет төрө Йәмиғ мәсете
Архитектура стиле Ғосман архитектураһы
Төҙөлөштө башлаусы Рашид-паша
Төҙөлөш 18821883 йылдар
Торошо эшләмәй

1883

Ғосман мәсете (ғәр. جامع عصمان‎; рус. Османская мечеть), шулай уҡ Ғәмр ибн әл-Әғәс (ғәр. جامع عمرو بن العاص‎ йәки Әбү Ҡиләз (ғәр. جامع أبو قلاز‎) мәсете тигән исемдәр менән билдәле — Ливияның көнсығыш өлөшөндәге Киренаика төбәге Бәнғази ҡалаһындағы мәсет. Мәсет XVIII быуатта төҙөлгән һәм ҡалалағы иң боронғо мәсеттәрҙең береһе булып тора.

Мәсеттең тәүге бинаһын 1740 йылда әл-Бәрәғәт ҡәбиләһе төҙөй һәм ул Әбү Ҡиләз мәсете исемен йөрөтә. 1882 йылда Киренаика хакимы Рәшит паша иҫке мәсетте һүтеп, уның урынында яңы мәсет төҙөргә бойора. 1883 йылда яңы мәсет төҙөлә, уның дизайны беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Мәсет бинаһында Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән бәйле ҡомартҡылар һаҡланған. Әммә 1977 йыл артефакттар урланған һәм эҙһеҙ юғалған.

Хәҙерге ваҡытта Ғосман мәсете файҙаланылмай һәм ташландыҡ хәлдә тора, шуға күрә уға емерелеү хәүефе янай.

Мәсет Бәнғази үҙәгендәге Муниципаль майҙанда урынлашҡан. Хәҙерге үҙәк көмбәҙ ҡоролмаһы ғосман стилендә башҡарылған[1].

  1. Луиджи Витторио Бертарелли[It]: Guida d’Italia del Touring Club Italiano. Possedimenti e Colonie. Милан. Touring Club Italiano, 1929, с. 100.