Эстәлеккә күсергә

Ғурабә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғурабә йәки Әл-Ғурабә (ғәр. الغرباء‏‎, әл-ғурабәғ) — имам Әхмәт, Мөслим һәм Ибн Мәджәһ йыйынтыҡтарында риүәйәт иткән хәҙистә телгә алынған һүҙ. Был һүҙ ысын мосолмандарҙың йәмғиәттә нисек ҡабул ителеүен һүрәтләй. Ғәрәп теленән ғурабә һүҙҙе сәйер тип тәржемә итергә була.

Аңлатма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пәйғәмбәр, салләЛлаһу ғәләйһи үә сәлләм: “Ислам дине кешеләр араһында сәйер (бер күренеш) булып башланды һәм заман аҙағында ла шулай сәйер булып яңынан ҡайтыр”, тигән.[1]

Йәғни ғурабә, сәйерҙәр ул – дингә ҡайтыу сәбәпле үҙҙәре йәшәгән халыҡ араһында "мулла" булған, төрлө гонаһтар ҡылыуҙан тыйылып мәсеткә йөрөй, һаҡал үҫтерә, ҡатын-ҡыҙ хижәп кейеп, яулыҡ ябынып йөрөй башлай һәм был күренеш башҡалар күҙлегенән сәйер булып күренә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Сахих әл-Джәмиғ әс-Сағир» йыйынтығы, 1580-се хәҙис.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ютубтағы "МОСОЛМАН БАШҠОРТ" тигән канал