Эстәлеккә күсергә

Мөслим ибн әл-Хажаж

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөслим ибн әл-Хажаж
араб. مسلم بن الحجاج‎‎
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Мөслим ибн әл-Хажаж ән Найсабури

Ҡушаматы:

Асакируддин, имам, хәфиз, худжат әл-ислам

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Мөхәддис, Фаҡиһ

Тыуған көнө:

821[1][2][3]

Тыуған ере:

Нишапур, Хөрәсән[d], Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Үлем көнө:

6 май 875({{padleft:875|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]

Үлгән ере:

Нишапур, Хөрәсән[d], Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Ил:

 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

әл-Хажаж ән-Найсабури

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Хәҙис ғилеме һәм Фиҡһ

Остаздары:
Шәкерттәре:
Йоғонто яһаған:

сөнниҙәр

Хеҙмәттәре:

Сәхих Мөслим һәм Almnfrdāt wālwḥdān[d]

 Мөслим ибн әл-Хажаж Викимилектә

Асакируддин Абу́л-Хөсәйен Мөслим ибн әл-Хажаж ән-Найсабу́ри, күберәк имам Мөслим булараҡ билдәле (ғәр. إمام مسلم‎; 821, Нишапур — 875, Нишапур) — ислам дин белгесе, хәҙистәрҙе өйрәнеүсе һәм хоҡуҡ белгесе. Иң абруйлы хәҙистәр йыйынтығыСәхих Мөслим авторы. Сауҙа менән шөғөлләнгән һәм үҙен тулыһынса хәҙистәр йыйыуға, төрлө ҡалалар буйлап сәйәхәт итеүгә арнау өсөн етерлек байлығы булған. Ираҡта, Сүриәлә, Мысырҙа, Хиджазда булған. әл-Бохари имамда, Әхмәт ибн Хәнбәл, Ибн Шихаб әз-Зөһри һәм башҡа дин белгестәрендә уҡыған. Имам әт-Тирмизи, Ибн Хузайма, Әбү Хәтим әр-Рази һәм башҡа дин белгестәренең уҡытыусыһы булған. Ике тиҫтәгә яҡын китап төҙөгән, уларҙың күпселеге хәҙис фәне һәм уларҙы быуындан-быуынға тапшырыусылар тураһында.

Уның тулы исеме: Асакируддин Әбул-Хөсәйен Мөслим ибн әл-Хажаж ибн Мөслим ибн Вард ибн Кәүшаз әл-Кушайри ән-Найсабури[5]. Уның тыуған йылы датаһын асыҡлауҙа тарихсыларҙың фекерҙәре айырыла. Хижрә йылының 202 йылын (817/818)[6][7], хижрә йылының 204 йылын (819/820)[5][8], йәки хижрә йылының 206 йылын (821/822)[9][6][7] атайҙар. Ул хәҙерге төньяҡ-көнсығыш Иран территорияһында[10], Хөрәсән провинцияһының Нишапур ҡалаһында тыуған . Нисба әл-Кушайри Бану Кушайр ҡәүеменә ҡарағанлығын күрһәтә[11]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Мөслим ошо ҡәүемдән сыҡҡан[12], ә уның ата-бабалары Фарсыға Ғәрәп баҫып алыуы осоронда килгәндәр һәм дәүләттә юғары постар (эш урындары) биләгәндәр[13]. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса ул бәлки фарсы булғандыр, ә уның ата-бабалары кушайриттарҙың иреккә ебәрелгән кешеләре йәки кушайриттарҙан ислам ҡабул итеүселәр булғандар[8]. Бик бәләкәйҙән Мөслим атайы етәкселегендә хәҙистәр өйрәнә башлай, атайы улын тәрбиәләүгә һәм уға белем биреүгә ҙур иғтибар бүлә. Ул шулай уҡ Нишапурҙың (Исхак ибн Рахавейх, Ибн Шихаб әз-Зөһри һәм башҡалар), Бохараның һәм Сәмәрҡәндтың билдәле дин белгестәренән белем ала[14]. Артабанғы йылдарҙа, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәрен йыйыу һәм өйрәнеү өсөн, ул Яҡын Көнсығыш илдәренә — Ираҡҡа, Сүриәгә, Мысырға, Хиджазға (Көнбайыш Ғәрәбстан) сығып китә[15][16]. Мөслим ибн әл-Хажаж сауҙа менән шөғөлләнгән һәм үҙен тулыһынса хәҙистәр йыйыуға, төрлө ҡалалар буйлап сәйәхәт итеүгә арнау өсөн етерлек байлығы булған[10]. Ун дүрт йәшлек сағында Мәккәгә барып хаж ҡылған. Хиджазда булғанда ул Исмаил ибн Әбү Увайс (ум. 841-2), Сәит ибн Мансур (ум. 842) һәм башҡа абруйлы урындағы мөхәддистәр менән осраша. Исмаил ибн Әбү Увайс бәхәсле тапшырыусы булып иҫәпләнә, сөнки ул бер тапҡыр Мәҙинә ғалимдары араһында уйлап сығарған хәҙис ярҙамында бәхәс ойоштороуы тураһында иҡрар итә[17]. Ислам сығанаҡтарында күрһәтелгәнсә, ул 300 мең хәҙисте ҡарап сыға, шуларҙың 12 меңен генә ышаныслы тип таба[18]. Уның хәтере шул тиклем яҡшы була[13]. Уҡыуын тамамлағандан һуң Нишапурҙа төпләнә һәм бөтә ҡалған ғүмерен кешеләргә хәҙистәр өйрәтеп шунда үткәрә. Бер нисә тапҡыр Бағдадта була. Һуңғы тапҡыр вафат булырынан ике йыл алда була[13]. Шейх Абдул-Латиф һүҙҙәре буйынса, Әбү Иса әт-Тирмизи һәм Мөслим ибн әл-Хажаж шафиит мазхабына эйәреүселәр булалар. Маулана Абдур-Рәшит имам Мөслим маликит булды тип раҫлай. Шейх Таһира Джазари имам Мөслим маликит та, хәнәфит тә, шафиит та булманы тип әйтә, ләкин ул яҙған «Сахих Мөслим» уның шафиит мазхабына нығыраҡ ауышыуын дәлилләй[13]. Хижрә буйынса 261 йылда (875) рәжәп айының 25 -дә Нишапурҙа вафат була. Насарабадта (Нишапур ҡалаһы янында) ерләнгән[19]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, финиктарҙы артыҡ ашау үлеменә сәбәп була. Һирәк осрай торған хәҙис эҙләп ултырып, үҙенең артыҡ күп финик ашауын һиҙмәй ҡалған. Һөҙөмтәлә ул ауырып китә һәм үлә[20][11].

Ул хәҙистәрҙе Яхья ән-Найсабуриҙан (839-41 вафат булған), Абдуллах әл-Кәнәбиҙән (835-6 вафат булған), Кутайб ибн Сәиттән (854 үлгән) (өсөһө лә Малиҡ ибн Әнәстең иң билдәле уҡыусылары), Убайдулла әл-Каваририҙан (849 вафат булған), Мөхәммәт ибн әл-Әлиҙән (862 үлгән), Усман ибн Әбү Шейбанан (853 үлгән), Мөхәммәт ибн әл-Мусаннанан (866 үлгән) һәм Мөхәммәт ибн Рафиҙан (869 үлгән) ишеткән тип әйтелә[17]. Мөслим ибн әл-Хажаж Әхмәт ибн Хәнбәлимам (855 үлгән), Абдулла әл-Карри, Кутайба ибн Сәйет, Әхмәт ибн Юныс, Абдулла ибн Маслама әл-Канаби, Хармала ибн Яхья , Әли ибн Хужра (858 үлгән), Абд ибн Хумейд (863 үлгән), Әбү Хузейма ибн Харб (848 үлгән), Әбү Бакр ибн Әбү Шейб (849 үлгән), Әбү Зура әр-Рази (878 үлгән), Мөхәммәт Бундар (866 үлгән) һәм башҡа билдәле мөхәҙҙистәрҙең лекцияларында булған. Әз-Заһаби имам һүҙҙәре буйынса, Мөслим ибн әл-Хажаж 222 уҡытыусынан (шәйехтәрҙән) уҡый[21]. Мөслимдең шәйехтәре араһында Мөхәммәт ибн Хатим да булған (849-50 үлгән), уны уйлап сығарған хәҙистәрҙе таратҡан тип шикләнәләр[17]. Мөслим Мөхәммәт әл-Бохариҙың дәрестәренә даими йөрөй һәм уның менән тығыҙ бәйләнештә була. Мөслим ибн әл-Хажаждың әл-Бохари имам менән тап үҙенең тыуған ҡалаһы Нишапурҙа осраша алыуы ҡыҙыҡлы[14]. Шундай осраҡ билдәле, Мөслим хөрмәт йөҙөнән әл-Бохари имамды маңлайынан үбә һәм уның аяғын үбергә рөхсәт һорай. Әл-Бохари имамды эҙәрлекләү ваҡытында ул үҙенең уҡытыусыһынан баш тартмауын асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Мөслим ибн әл-Хажаж әл-Бохари имамға былай ти: «Һине тик көнләшеүселәр генә яратмай»[11]. Мөслим имамдың иң билдәле уҡыусылары булып Әбү Хәтим әр-Рази, Әхмәт ибн Салма, Әбү Иса әт-ТирмизиДжами әт-Тирмизи» авторы), Яҡуп әл-Исфараини, Муса ибн Харун[6], Наср ибн Әхмәт әл-Хафиз[21], Әбү Әүәна әл-ИсфараиниМуснад Әбү Увана» авторы)[11], Ибн ХузаймаСахих Ибн Хузайма» авторы) һәм башҡа билдәле ислам дин белгестәре торалар[13].

Мөслим ибн әл-Хажаж фиҡһ буйынса китаптар һәм мөхәддистәргә арналған биографик йыйынтыҡтар авторы. Мөслим имандың иң билдәле һәм беҙҙең көндәргә килеп еткән берҙән бер китабы хәҙистәр йыйынтығы Сәхих Мөслим[18]. Сәхихтән башҡа әл-Кунья вә-ль-әсмә, әт-Табакат һәм әт-Тамйиз тигән китаптары баҫылып сыҡҡан[11]. Мөслим ибн әл-Хажаж Сәхих өҫтөндә 29 йәшендә (849 йыл) Нишапурҙа эшләй башлай, 15 йылдан һуң 864 йылда эшләп бөтә[10]. Мөслимдең Сәхихы, әл-Бохари имамдың шуға оҡшаш китабы менән бер рәттән, традицион исламсылар һәм дин белгестәре араһында иң абруйлы хәҙистәр йыйынтығы булып тора[18]. Сәхих Мөслим алты иң абруйлы сөннисе хәҙистәр йыйынтығына (Кутуб әс-ситта) инә. Мөслимдең Сәхихе әл-Бохари Сәхихенән ҡала икенсе иң абруйлы хәҙистәр йыйынтығы һанала һәм күбеһенсә Мөхәммәт әл-Бохари хеҙмәтендәге кеүек үк материалдарҙан тора[17]. Был ике әл-Бохари һәм Мөслимдең китаптарын бергә «Сәхихейн» (ике Сәхих)[16] тип атайҙар. Бер үк ваҡытта ике Сәхихтә лә килтерелгән хәҙистәр «килешеп эшләнгән» (муттафак алейхи) тигән исем алғандар[14]. Имам ән-Нәүәүи һүҙҙәре буйынса, төҙөү теүәллеге буйынса Мөслимдең Сәхихенә етеүселәр юҡ, ләкин «был фекергә ҡарамаҫтан, әл-Бохари йыйынтығы шулай ҙа ышаныслыраҡ һәм унан файҙа күберәк»[22]. Бүлектәрҙе төҙөү яғынан Мөслимдең йыйынтығы башҡа хәҙистәр йыйынтығынан өҫтөнөрәк[11]. Мәғриб илдәрендә күпмелер ваҡыт Мөслим Сәхихен әл-Бохари Сәхихенән өҫтөн күрәләр. Айырып әйткәндә, Ибн Хазм әл-Бохари имамды үҙенең йыйынтығына иснады өҙөлгән хәҙистәр индереүҙә ғәйепләй[17]. Әл-Бохариҙан айырмалы рәүештә, Мөслим теге йәки был хәҙистең версияларын төрлө бүлектәргә һирәк индерә[10]. Мөслим имам үҙе йыйған 300 000 хәҙисенең яҡынса 4000 ҡабатланмаған хәҙисен Сәхихҡә индерә[23]. Мөхәммәт Фуада Абд әл-Баки редакторлаған баҫмаға 3033 ҡабатланмаған ышаныслы хәҙис ингән, автор хәҙистәрҙе номерлап сыҡҡан һәм күрһәткестәр ҡуйған[17].Хәҙистәрҙең дөйөм һаны, инеш һүҙҙә килтерелгән ете хәҙисте лә ҡушып иҫәпләгәндә, 7563 -кә етә[10]. Мөслим хәҙистәрҙе быуындан быуынға тапшырыусыларҙың сылбырын асыҡлауға ҙур иғтибар бирә, (иснад) — хәҙистәрҙең ышаныслы булыуына төп талаптарҙың береһе. Ул хәҙистәрҙе, теге йәки был тапшырыусынан нисек ишеткән, тап шулай итеп әйтеп биргән (рави)[16]. Ул бөтә хәҙистәрҙе лә яҙған, хатта бер үк хәҙис төрлө кешеләрҙә айырылып торһа ла. Хәҙергеләрҙән айырмалы рәүештә, ул хәҙистәрҙең йөкмәткеһен биреүгә түгел, ә һүҙмә-һүҙ әйтеп биреүгә ҙур иғтибар биргән[16]. Мөслимдең Сәхихе мусаннаф йыйынтығы тибында төҙөлгән, йәғни хәҙистәр билдәле бер тема буйынса урынлашҡан (аля-ль-абваб). Сәхихтә бөтәһе 52 бүлек (мәҫәлән, никах тураһында, мираҫҡа ҡалдырыу ҡағиҙәләре тураһында, ҡорбан тураһында, пәйғәмбәрҙәр тураһында, этик һәм медицина йөкмәткеле хәҙистәр)[18]. Кади Ийяд билдәләүенсә, һәр бүлектә килтерелгән беренсе хәҙис нигеҙ булып тора, ә ҡалғандары уға аңлатма ролен үтәйҙәр[10]. Тарихи һәм биографик йөкмәткеле хәҙистәр Мөслимдең Сәхихен тарихи сығанаҡ итеп ҡарарға мөмкинлек бирәләр[18]. Хеҙмәт мөһим башланғысҡа сәбәп булып тора (Китап әл-иман), унда автор материал һайлағанда үҙе таянған принциптарҙы әйтеп бирә. Һәр бүлектең инешендә Мөслим имам уға ингән хәҙистәрҙең хоҡуҡи мәғәнәһен асып бирә. Шулай итеп уны мөхәҙҙис тип кенә түгел, ә хоҡуҡ белгесе тип иҫәпләргә була[16]. Сәхихҡа аңлатманы Мөхөтдин ән-Нәүәүи имам, Йәләлитдин әс-Суюти һәм Ҡаҙый Ийяд кеүек дин белгестәре яҙа. Түбәндә Мөслим Сәхихенә аңлатмалар исемлеге бирелгән:

  • Аллама Гөләм Рәсүл Сәиди «Шарх сәхих Мөслим»;
  • Ибн әс-Сәләх «Сияна Сәхих Мөслим»;
  • Кади Ийяд «Икмәл әл-мулим би-фәүәид Мөслим»;
  • Мөхәммәт ибн Хәлифә «Икмәл икмәл әл-мулим»;
  • Мөхәммәт Таки Усмани «Такмилат Фас әл-Мүлхим»;
  • ән-Нәүәүи «әл-Минхаж фи шарх Сәхих Мөслим»[10];
  • әс-Суюти «әт-Дибадж аля Сәхих Мөслим»[11];
  • әл-Хумайди «Тәфсир әл-гариб ма фи әс-Сәхихейн»;
  • Шаббир Әхмәт Усмани «Фас әл-Мөлхим».

Сахихты ҡулланыуы уңайлы булһын өсөн төрлө ваҡыттарҙа бер нисә ҡыҫҡартылған варианттары төҙөлә, уларҙа хәҙисте тапшырыусылар сылбыры төшөп ҡалдырыла. Уларҙың иң яҡшылары иҫәбенә Абдул-Азим әл-Мунзириҙың «Мөхтасар Сәхих Мөслим» китабы инә (1185—1258)[10]. Ҡайһы бер дин белгестәре әл-Бохари һәм Мөслимдең хәҙистәр йыйынтығын берләштерәләр, уларҙың иң билдәлеләре:

  • «Әл-Джам бәйнә-с-Сәхихайн», Мөхәммәт әл-Джаузаки (998 вафат булған);
  • «Әл-Джам бәйнә-с-Сәхихайн», Хөсәйен әл-Баһаүи (1122 вафат булған);
  • «Зад әл-мөслим фи-ма иттафака аляй-хи әхари ва Мөслим» , Мөхәммәт аш-Шанкити (1945 вафат булған);
  • «Әл-люлю вә-ль-марджан фи-ма иттафака аляй-хи аш-шайхан», Мөхәммәт Фуад Абдул-Бака (ум. 1968)[10].

Мөслимдең Сәхихы төрлө ислам илдәрендә бер нисә тапҡыр баҫып сығарыла. Мөхәммәт Фуад Абдул-Баки редакторлаған баҫма иң яҡшыһы тип һанала [10].

Мөслим ибн әл-Хажаж ике тиҫтәгә яҡын китап төҙөй, уларҙың күптәре хәҙистәр һәм уларҙы тапшырыусылар тураһындағы фәнгә ҡағылышлы[14].

  • Авлад әс-сәхәбә (ғәр. أولاد الصحابة‎);
  • Әүхәм әл-мухаддисин (ғәр. أوهام المحدثين‎);
  • әл-Агран;
  • Афрад аш-шамиййин (ғәр. أفراد الشاميين‎);
  • әл-Джами әл-кәбир;
  • әл-Интифа би унуб ас-сиба;
  • Китап әл-афрад (ғәр. كتاب الأفراد‎);
  • Китап әл-иляль (ғәр. كتاب العلل‎);
  • Китап әл-вухдан (ғәр. كتاب الوُحْدَان‎);
  • әл-Кунья ва-ль-асма (ғәр. الكنى والأسماء‎)[24];
  • Мәшәих Мәлиҡ (ғәр. مشايخ مالك‎);
  • Мәшәих ас-Саури (ғәр. مشايخ الثوري‎);
  • Мәшәих Шуба (ғәр. مشايخ شعبة‎);
  • әл-Мунфаридат әл-вихдан (ғәр. المنفردات والوحدان‎)[25];
  • Китап әл-муснад әл-кәбир аля ар-риджаль;
  • әл-Мөхәҙрәмин (ғәр. المخضرمين‎);
  • Сәхих Мөслим (ғәр. صحيح مسلم‎)[26];
  • Суалата Әхмәт ибн Хәнбәл (ғәр. سؤالاته أحمد بن حنبل‎);
  • әт-Табакат (ғәр. الطبقات‎)[27];
  • әт-Тамйиз (ғәр. التمييز‎)[28].
  1. 1,0 1,1 Али-заде А. Исламский энциклопедический словарь (урыҫ)М.: Ансар, 2007.
  2. AA.VV. Encyclopaedia of Islam, Encyclopédie de l’Islam (фр.) — 1913.
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #119196824 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 арабская Википедия — 2003.
  5. 5,0 5,1 Abdul Mawjood, S. A., 2007
  6. 6,0 6,1 6,2 Siddiqui A.
  7. 7,0 7,1 Ahmad K. J., 1987
  8. 8,0 8,1 Ali S. B., 2003
  9. Ibn Khallikan, 1868, с. 349
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 IslamTV
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 IslamDag.ru, 2012
  12. تهذيب الأسماء واللغات — أبو زكريا محيي الدين يحيى بن شرف النووي
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 Аскимам.ру, 2003
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 РДУМ Удмуртии
  15. وقال بندار: «الحفاظ أربعة، أبو زرعة ومحمد بن إسماعيل والدارمي ومسلم»
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 Али-заде, А. А., 2007
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 Juynboll, G.H.A., 1993, с. 691
  18. 18,0 18,1 18,2 18,3 18,4 Ислам: ЭС, 1991
  19. Encyclopædia Britannica
  20. تاريخ الإسلام وَوَفيات المشاهير وَالأعلام — شمس الدين أبو عبد الله محمد بن أحمد بن عثمان بن قَايْماز الذهبي
  21. 21,0 21,1 Sunnah.org.sa, 2010
  22. ән-Нәүәүи. Тәхзиб әл-әсмә вә-ль-люгат. — Т. 2.
  23. طبقات الحفاظ — عبد الرحمن بن أبو بكر، جلال الدين السيوطي
  24. مسلم بن الحجاج. .
  25. مسلم بن الحجاج. .
  26. مسلم بن الحجاج. .
  27. مسلم بن الحجاج. .
  28. مسلم بن الحجاج. [1].
  • Бойко К. А. Мөслим // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 147.
  • Али-заде, А. А. Мөслим ибн Хажаж (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ҡалып:ЭИ/2
  • Abdul Mawjood S. A. . — ISBN 9960988198.
  • Ahmad K. J. . — ISBN 0933511167.
  • Ali S. B. . — 2003. — (The Makers of Islamic Civilization Series). — ISBN 1563162040.
  • Ahmad ibn Muhammad ibn Khallikan. . — Т. III.