Ғәлимов Шамил Миәссар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимов Шамил Миәссар улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)
Тыуған урыны Үрнәк, Әлшәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Ғәлимов Шамил Миәссар улы (рус. Галимов Шамиль Мияссарович; 1 апрель 1943 йыл) —  инженер, ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1992—1998 йылдарҙа Бәләбәй район советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәлимов Шамил Миәссар улы 1943 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы Үрнәк ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1966 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1959 йылда Әлшәй районы «Союз» колхозында колхозсы булып башлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Бәләбәй районы «Авангард» колхозында баш инженер булып эшләй. 1989 йылда Бәләбәй халыҡ депуттарарының район советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һалана. 1990 йылдан Бәләбәй районы администрацияһы башлығы. [2] Бәләбәй районы 172-се Мәтәүбаш һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветерендар һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.

Өйләнгән, ҡыҙы һәм улы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]