Ғәлиуллин
Уҡыу көйләүҙәре
(Ғәлиуллина битенән йүнәлтелде)
Ғәлиуллин — ир-ат фамилияһы. Ғәлиулла исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡорт һәм татар халыҡтарында киң ҡулланыла.
Ғәлиуллина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиуллин Фәтхулла Абдулхалиҡ улы (1901 йыл - сентябрь 1943 йыл).112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1].
- Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (1929 т.) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1970), профессор (1974). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1974).
- Ғәлиуллин Илдус Һаҙый улы (1934—2009) — кинооператор, кинорежиссёр. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), РФ-тың почётлы кинематографисы (2000).
- Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы (Мәсғүт Ғ.; 1907—1944) — шағир.
- Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы (28 апрель 1956 йыл) — комсомол органдары, сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2014—2022 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 2-се класлы ғәмәлдәге муниципаль советник[2].Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
- Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (1953 т.) — философ. Философия фәндәре докторы (1992), профессор.
- Ғәлиуллина Лиә Әсхәт ҡыҙы (1970 т.) — спортсы. Самбо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
![]() |
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
- ↑ Книга Памяти. Галиуллин Фатхулла Абдулхаликович, 371 стр./
- ↑ УГАТУ Галиуллин 2022 йыл 30 апрель архивланған.