Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы
Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы (Мәсғүт Ғ.) | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе Нөрлө ауылы |
Вафат булған көнө |
ғинуар 1944 йыл |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
шағир |
Мәсғүт Ғ. (тулы исеме Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы; 22 июнь 1907, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе Нөрлө ауылы (Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) — 1944 йылдың ғинуары, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы.
1927 йылдан алып илдең төрлө предприятиеларында эшләй. 1937 йылдан башлап аҙнаһына бер тапҡыр татар телендә сыҡҡан «Сталинсы» (хәҙер Шишмә районы «Родник плюс» гәзите) гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй. Ошо гәзиттә Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Ғабдулла Байбурин менән бер рәттән Ғалиуллин Мәсғүттең дә Мәсғүт Ғ. псевдонимы аҫтында тәүге шиғырҙары баҫыла[1].
1928 йылда татар телендә «Ауыл ғишыҡтары» исемле тәүге китабы сыға. Артабан шағир «Мартен яҡтыһы» (1940), «Таныш рәсем» (1959) шиғри йыйынтыҡтарын, балалар өсөн яҙылған «Туғыҙ Туҡылдыҡ, бер Мыймылдыҡ тураһында әкиәт» (1940) поэмаһын ижад итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Родник плюс 2017 йыл 5 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МӘСҒҮТ Ғ. // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Родник плюс 2017 йыл 5 апрель архивланған.