Эстәлеккә күсергә

Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Урсай, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 28 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Развилка[d], Ленин районы[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Газпром ВНИИГАЗ[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (26 декабрь 1929 йыл28 март 2016 йыл) — ғалим-инженер-механик. 1962—2004 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Газ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының (Газпром ВНИИГАЗ) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан — институт директорының беренсе урынбаҫары, 1994 йылдан — «Газ транспорты» бүлеге директоры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).

Заһиҙулла Талип улы Ғәлиуллин 1929 йылдың 26 декабрендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны [2] Яңы Урсай ауылында тыуған.

1947 йылда Карповка ете йыллыҡ мәктәбен Маҡтау грамотаһы менән тамамлай (Карповка ауылы Баҡалы районы); 1951 йылда Өфө авиация техникумын «Махсус двигателдәр буйынса техник-механик» һөнәре буйынса (тик бишле билдәләренә) тамамлай.

  • 1956—1961 йылдарҙа Өфө нефть институтын (хәҙер — Өфө дәүләт нефть техник университеты) «Нефть һәм газды транспортлау һәм һаҡлау» һөнәре буйынса, инженер-механик квалификацияһы алып бик яҡшы билдәләргә тамамлай.
  • Өфө нефть институтын тамамлағас, институтта кафедрала, аҙаҡ — нефть эшкәртеү буйынса Башҡорт ғилми-тикшеренеү институтының нефть һәм газды транспортлау бүлегендә эшләй.
  • И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында аспирантура (хәҙер — академик Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты).
  • 1967—2003 йылдарҙа «ВНИИГАЗ» Бөтә союз тәбиғи газ фәнни-тикшеренеү институтының газды магистраль транспортлау өлкәһендә техник сәйәсәте етәксеһе.

Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы 2016 йылдың 28 мартында Мәскәү өлкәһенең Развилка ҡасабаһында вафат була.

Төп фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магистраль газ торбаларын проектлау, уларҙы эксплуатациялау шарттарында ышаныслылығын арттырыу, газды алыҫҡа транспортлағанда ресурстарҙы һаҡлау өлкәһендә алдынғы белгес, магистраль газ торбаларына гидравлик һәм йылылыҡ иҫәпләүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләй.

Яңы класлы газ торбалары ҡоролмаларына күсеүҙе нигеҙләй, был газды алыҫ араға транспортлау системаһы өсөн үткәргес торбалар төҙөүгә металл сарыф итеүҙе ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә һәм илдә тәбиғи газ сығарыуҙы арттырыуҙа хәл иткес роль уйнай. Һөҙөмтәләр Бохара — Урал, Урта Азия — Үҙәк, Игрим — Серов, Ухта — Торжок, Ырымбур — СССР-ҙың дәүләт сиге («Союз», 1978), Уренгой — Помара — Ужгород (1983), Ямбург — СССР-ҙың көнбайыш сиге («Прогресс», 1985) һәм башҡаларҙа магистраль газ торбалары ҡеүәтен проектлау һәм үҙләштереүҙә файҙаланыла.

Утыҙ биштән ашыу техник фәндәр кандидаты етәксеһе, һуңынан уларҙың дүртәүһе техник фәндәр докторы булып китә.

Хеҙмәттәре һәм уйлап табыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҫтырылған ике йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ҡырҡ биш уйлап табыу авторы.

  • «Новые методы проектирования газонефтепроводов», М.: Недра, 1964 г..
  • «Интенсификация магистрального транспорта газа». М.: Недра, 1989 г.
  • «Внутренние покрытия труб на магистральных газопроводах». М.: ООО « ИРЦ Газпром», 2006 г.
  • «Нестационарные (переходные) тепловые и гидравлические режимы магистральных гозопроводов, проложенных в многолетнемерзлых грунтах». М.: ОАО «Газпром» ООО «Газпром ЭКСПО», 2009 г.
  • «Развитие научных исследований, техники и технологий в области трубопроводного транспорта газа». Изд. ООО «Газпром ВНИИГАЗ», 2009 г.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974),
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы (1945),
  • «Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре» (1977),
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992),
  • «Газ сәнәғәте хеҙмәт ветераны» (2002).
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы