Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы
Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы Ғәлиуллина | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
философия |
Эшләгән урыны |
Силәбе дәүләт университеты |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
философия фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31 ғинуар 1953 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1992), профессор (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы Ғәлиуллина 1953 йылдың 31 ғинуарында Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Ҡамышлы ауылында тыуған.
1974 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай. Артабан Өфө һәм Ырымбур ҡалалары китапханаларында китапханасы була[1].
1980 йылдан Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтында уҡытыусы булып эшләй.
1992—1994 йылдарҙа Силәбе өлкәһе хакимиәте ҡарамағындағы Төбәк сәйәсәтен координациялау комитеты консультанты була. 1994 йылдан Силәбе өлкәһе хакимиәтендә сектор мөдире вазифаһын башҡара.
1997 йылдан Силәбе дәүләт университеты профессоры, бер үк ваҡытта 1997—2000 йылдарҙа ошо уҡ университеттың Идара итеүҙең гуманитар-хоҡуҡи нигеҙҙәре кафедраһы мөдире вазифаһын үтәй.
Халыҡ-ара финанс корпорацияһы (IFC) саҡырыуы буйынса башта Мәскәүҙә, аҙаҡ Канадала корпоратив идаралыҡ буйынса белемен камиллаштыра. Хәҙерге ваҡытта АҠШ-тың баш ҡалаһы Вашингтонда йәшәй. АҠШ-та Рәсәйҙең ыңғай яҡтарын күрһәтеү менән шөғөлләнгән PR-агентлығы хеҙмәткәре булып эшләй[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәлимә Ғәлиуллина — 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ретроспективная библиография в системе научных коммуникаций : Учеб. пособие по спецкурсу для студентов библ. фак. ин-тов культуры. — Челябинск : ЧГИК, 1990. — 100 с.
- Информационная деятельность в свете научных коммуникаций в посттоталитарном обществе : Методологический аспект : диссертация … доктора философских наук : 09.00.11. — Челябинск, 1998. — 291 с.
- Успех как стиль жизни: деловая элита Урала в лицах и цифрах. — Челябинск, 1998. — 198 с.
- Информационная деятельность в системе научных коммуникаций в посттоталитарном обществе: методологический аспект : (На прим. библиогр. деятельности) : Монография. — Челябинск : Фрегат, 1998. — 166 с. — ISBN 5-88931-005-4.
- Лидерство в XXI веке: взгляд из России. — Челябинск : Челяб. Дом печати, 2002. — 431 с. — ISBN 5-87184-277-1.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан энциклопедияһы — Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2023)
- ↑ Садчикова Лидия. Профессор из Челябинска поставила в тупик министра обороны США // Комсомольская правда
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиуллина Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2023)