Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы
Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы | |
Тыуған көнө | 3 август 1903 (121 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Миәкә районы, СССР |
Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы (3 август 1903 йыл — 14 август 1977 йыл) — ғалим-агроном, иҡтисадсы, партия һәм дәүләт хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1961). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1944, 1957) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли Заһит улы Хәмиҙуллин 1903 йылдың 3 авгусында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Ишле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Үҙ районында урта белем алғандан һуң, 1932 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай һәм Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау институтында эшләй.
1934 йылда ВКП(б)-ның Башҡортортостан өлкә комитетына эшкә күсерелә. 1938 йылдан алып Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ғилми хеҙмәткәр. 1939—1942 һәм 1945—1952 йылдарҙа Башҡортостан баҫыусылыҡ станцияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры була. 1942—1945 йылдарҙа Ер эшкәртеү халыҡ комиссариатында эшләй. 1952—1972 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә ғилми хеҙмәткәр була.
1947—1948 һәм 1952—1960 йылдарҙа күп тапҡырҙар Башҡортостандың таулы һәм тау алды райондарына ауыл хужалығын тикшереп өйрәнеүсе комплекслы экспедицияларҙың етәксеһе булып бара. Уның фәнни тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре булып ауыл хужалығы иҡтисады һәм ауыл хужалығын ойоштороу, ер эшкәртеү һәм малсылыҡ продукцияларын етештереүҙең эффективлығын арттырыу тора. Ғ. З. Хәмиҙуллин иң беренсе булып Башҡортостан территорияһын ауыл хужалығын алып барыу райондарына бүлә, ул райондарҙы тәбиғи-иҡтисади ҡылыҡһырлай, таулы Урал микрорайондарында ауыл хужалығын алып барыу мөмкинлектәрен тикшерә, Башҡорт АССР-ы территорияһындағы сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү һәм унда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү юлдарын планлаштырыуға яңыса ҡарау юлдарын эҙләй.
Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы — 12 монография һәм китаптар авторы. Ул 1977 йылдың 14 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1948)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1944, 1957)
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сельское хозяйство Башкирии за 25 лет. Уфа, 1944.
- Организация отгонного животноводства в Башкирии. Уфа,1956.
- Вопросы экономики Башкирской АССР. Уфа, 1959.
- Себестоимость сельскохозяйственной продукции и пути ее снижения в колхозах и совхозах. Уфа,1961.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәмиҙуллин Ғәли Заһит улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)