Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы
Светлана Ғәләүетдинова | |
Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Учалы районы Кәрим ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
психология |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
психология фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
профессор |
Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы (30 август 1949 йыл) — ғалим-психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1983), профессор.Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Светлана Ишбулды ҡыҙы Ғәләүетдинова 1949 йылдың 30 авгусында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Кәрим ауылында тыуған[1].
Урта мәктәпте Әзербайжан ССР-ы Ленкоран ҡалаһында алтын миҙалға тамамлай.
1968—1973 йылдарҙа А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт педагогия университетының психология факультетында уҡый. Башҡорт дәүләт педагогия институтында педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетында декан, психология кафедраһы мөдире булып эшләй.
Светлана Ишбулды ҡыҙы — психология фәндәре кандидаты, профессор. 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан мәғәрифты үҫтереү институты ректоры.
Әлеге мәлдә Башҡорт дәүләт университетының психология факультеты деканы.
Ҙур халыҡ-ара фәнни проект етәксеһе. Ғәләүетдинова — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Алтын бишегем — Учалы: Ҡала һәм райондың ҡыҫҡаса энциклопедияһы. — Өфө: Китап, 2003. — 264 бит, илл
- ↑ http://ufasmart.ru/ 2016 йыл 12 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 30 августа тыуғандар
- 1949 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Учалы районында тыуғандар
- Психология фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса психологтар