Ғәлә әд-Дин мәсете (Синоп)
Ғәлә әд-Дин мәсете | |
Нигеҙләү датаһы | 1267 |
---|---|
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Синоп[d] |
Ғәлә әд-Дин мәсете (Синоп) Викимилектә |
Ғәлә әд-Дин мәсете (төр. Alâeddin Camii) — Синоптағы (Төркиә) тарихи мәсет, сәлжүк осороноң[1]Төньяҡ Анатолиялағы иң ҙур мәсете. Шулай уҡ Ғәрәп мәсете йәки Ҙур мәсет[2]тигән атамалар менән билдәле.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет Синоптың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Ул XIII быуат башында Синоп ярымутрауының уртаһында төҙөлгән. Мәсеттән төньяҡта тағы бер тарихи бина, Перване мәҙрәсәһе урынлашҡан.[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа Синоп Ҡара диңгеҙҙең мөһим порты булған. 1214 йылда ҡаланы төрөк-сәлжүктәрҙең Конья солтанлығы хакимы Кайкаус баҫып алған. 1220-се йылдарҙа Ғәлә әд-Диндең ағаһы Кейкубат I мәсетте сафҡа индергәнлектән, мәсет уның исемен йөрөтә. Дәүләт түңкәрелешенән һуң ҡасып килгән һәм сәлжүктәрҙә йәшеренгән Анатолий бейлеге вәзире Атабәк Эседюддин Айас мәсет бинаһын ҡурсалаған. Әммә Мануил I Синопты кире яулап алғандан һуң, мәсеттең күп өлөшө емертелгән.
Төрөк-сәлжүктәр 1264 йылдан ҡалала үҙ контролен яңынан булдырған, ә сәлжүктәр вәзире Перване 1267 йылда мәсетте тергеҙгән.[2] Ҡаланы Исфендиярогуллар<u>ы</u> баҫып алған, һәм 1340-сө йылдарҙа Ибраһим Исфәндияроғуллы мәсет ихатаһының төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә кәшәнә төҙөгән. 1385 йылда Баязит Жәләл әд-Дин мәсетте киңәйткән. Исфәндияроғуллыларҙың башҡа ерҙәре кеүек, 1460-сы йылдарҙа Синопты ла Ғосман империяһы баҫып алған[3]. Ғосман хакимлығы осоронда мәсеткә бер нисә тапҡыр ремонт үткәрелгән. 1850-се йылдарҙа Синоптың ғосман губернаторы Туфан паша мәсеттең ер тетрәүҙән зыян күргән көмбәҙен[2].тергеҙгән.
2008—2009 йылдарҙа мәсеткә реставрация үткәрелгән.
Мәсет бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет биләмәһе квадраттан ғибәрәт, уларҙың өстән бер өлөшөн — 66 х 22 м2 — мәсет бинаһы, ә өстән ике өлөшөн — 66 х 44 м2 — ихата биләй[2]. Мәсет бинаһының тура мөйөшлө планы унан һуңғы ғосман мәсетенән айырыла. Мәсет ихатаһы 12 метрлыҡ стена менән уратып алынған. Көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта өс сығыу урыны бар. Тәһәрәт өсөн фонтан ихата уртаһында урынлашҡан.
Мәсеттең өс төп һәм ике бәләкәй көмбәҙе бар. 1853 йылғы ер тетрәүҙән биналар етди зыян күргән, 1860-сы йылдарҙағы реставрация ваҡытында үҙенсәлекле мәрмәр минбар Истанбулға.ебәрелгән. Бинаға ҡуйылған ағас минбар һуңғы өҫтәмә булып тора[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Sinop Alaaddin Camii Açıldı (төр.). Sinop Rehberi (17 апрель 2009). Дата обращения: 9 март 2019.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Alâeddin Camii ve Medresesi (төр.). islamansiklopedisi.org.tr. Дата обращения: 9 март 2019.
- ↑ Sinop page Ҡалып:Tr icon
- ↑ 2017 йыл 7 июль [https://web.archive.org/web/20170707015815/http://bilgidagi.com/gezi-rehberi/sinop/1260/sinop-camileri.html архивланған. 2017 йыл 7 июль архивланған. 2017 йыл 7 июль архивланған. 2017 йыл 7 июль архивланған. 2017 йыл 7 июль архивланған. Sinop Mosques page Ҡалып:Tr icon] 2017 йыл 7 июль архивланған.