Эстәлеккә күсергә

Ғәҙәти аҡсарлаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәҙәти аҡсарлаҡ
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rissa tridactyla (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : ???

Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Ғәҙәти мо́евка[1] йәки аҡсарлаҡ[2], йәки ҡара аяҡлы моевка[2] йәки өс аяҡлы аҡсарлаҡ[3][4] (лат. Rissa tridactyla) — аҡсарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош төрө (Laridae)[5].

XX быуатта ла моевкаларҙың һаны арта, бөгөнгө көндә (гә тиклем дә) уларҙың үрсеүенә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

Уртаса ҙурлыҡтағы аҡсарлаҡ яҡынса күк аҡсарлаҡ ҙурлыҡта, унан ҡара суҡышы һәм осоу ҡауырһындарының ҡара төҫтәге осонда аҡ таптар булмауы менән айырыла. Моевкаларҙың анатомик үҙенсәлеге булып артҡы бармаҡтың булмауы тора. Көҙ көнө ҡауырһындарының төҫө бер төрлө, әммә арҡаһы һәм муйыны һоро төҫтә, ҡолаҡтары ҡара-һоро таплы була. Йәш ҡоштарҙың баштарында шундай уҡ ҡара биҙәк, шулай уҡ муйынының артҡы яғында ҡарағусҡыл ярым ҡулса, бөтә ҡанат буйлап мөйөш рәүешендә ҡара һыҙат була.Ҡойроғоноң осо ҡара һыҙатлы, уның уртаһы ситтәренә ҡарағанда киңерәк, шуға күрә ҡойроғо алыҫтан бормалы булып күренергә мөмкин, һәм йәш мо́евкаларҙы һәнәкҡойроҡло аҡсарлаҡ менән бутарға мөмкин. Унан айырмалы рәүештә, йәштәренең арҡаһы асыҡ һоро төҫтә.

Туҡланыу ризыҡтары башлыса балыҡтарҙан, шулай уҡ ҙур булмаған планктон ҡыҫалаларынан һәм моллюскыларҙан тора, уларҙы һауанан һыуға сумып сығаралар. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа балыҡсылар тарафынан тотолған балыҡтың бер өлөшөн ситкә ташлап китеү ҙә уларҙың туҡланыуында билдәле бер роль уйнай.

Бөтә аҡсарлаҡ төрҙәренең йәшәүе асыҡ диңгеҙ менән бәйле, оя ҡороу өсөн генә ергә төшәләр. Ҡоштар, ғәҙәттә, Голарктика диңгеҙҙәренең ҡаялы ярында, бейеклеге ҙур булмаған ҡаялы суҡаҡтарҙа — Төньяҡ Американың һәм Евразияның бөтә төньяҡ поляр төбәгендә (шул иҫәптән, Алыҫ Көнсығыштың бөтә яр буйы һыҙатын да индереп) оя ҡоралар. Моевкалар көҙ көнө Европа һәм Көнбайыш Себер төньяғынан, Исландия, Гренландия һәм Ньюфаундлендҡа осалар.

Ғәҙәти моевка йомортҡаһы

Моевкалар тар таш кәрнизгә ләм йәки ылымыҡтар алып килә һәм уларҙы ҡаяға тығыҙ йәбешкән ҡаты майҙансыҡ барлыҡҡа килгәнсе тапайҙар. Бында йыртҡыстар менә алмай. Оялары тамсылар буяуҙар арҡаһында асыҡ күренә. Себештәре ояларын ташламай, ә унда ята, ә һуңыраҡ уның ситендә тора — яҡты төҫө һәм бөтөнләй тиерлек хәрәкәтһеҙ булыуы арҡаһында уларҙы осоусы йыртҡыс ҡоштар тиҙәктәре менән бутарға мөмкин. Туғанынының аҙығын тартып алып, моевка бәпкәләре, башҡа ҡош балалары кеүек, ҡасып китмәй, баштарын ғына бора. Сөнки муйынындағы арҡыры һыҙаты тынысландыра. Йәш ҡоштар уны оҙаҡ һаҡлай.

Шотландияла заказник ойошторолған, унда ғәҙәти моевка һаҡланып ҡалған төрҙәр исемлегенә индерелгән:

  • Носс утрауы[6].
  • Самборо-Хед мороно[7].
  • Фула утрауы[8].
  1. Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 91. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
  2. 2,0 2,1 Коблик Е. А. Разнообразие птиц (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ). — М. : Издательство МГУ, 2001. — Т. 2. — С. 241. — 400 с. — 400 экз. — ISBN 5-211-04072-4.
  3. Моевка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Чайки трехпалые // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Gill F., Donsker D. & Rasmussen P. (Eds.): Noddies, gulls, terns, skimmers, skuas, auks (ингл.). IOC World Bird List (v11.2) (15 июль 2021). doi:10.14344/IOC.ML.11.2. Дата обращения: 16 август 2021.
  6. Заказник «Носс» 2012 йыл 7 март архивланған..
  7. Заказник «Самборо-Хед» 2013 йыл 3 декабрь архивланған..
  8. Заказник «Фула» 2013 йыл 16 октябрь архивланған..
    • Акимушкин И. И. Мир животных: Птицы. Рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — 3-е изд. — М.: Мысль, 1995. — ISBN 5-244-00803-X.
    • Рябицев В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2008.