Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1873
Рәсми атамаһы Казанский ветеринарный институт һәм Казан ветеринар институты
Хөрмәтенә аталған Николай Эрнестович Бауман[d]
Дәүләт Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй[1]
Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй империяһы
СССР
Административ-территориаль берәмек Ҡазан ҡалаһы
Рәсми сайт ksavm.senet.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели КГАВМ[d]

Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһыҠазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, Татарстан, Рәсәйҙең ветеринария йүнәлешендәге уҡыу йорттарының иң боронғоһо.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Академия 1873 йылда Ҡазан ветеринария институты булараҡ барлыҡҡа килә. Академия структураһы 3 факультетты, 26 кафедраны, шулай уҡ дауалау-консультация үҙәген үҙ эсенә ала.

Түбәндәге йүнәлештәр буйынса әҙерлек алып барыла: Зоотехния, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы, Метрология һәм стандартлаштырыу, Ветеринар санитар экспертиза. 113 уҡытыусы иҫәпләнә.

Адресы: Ҡазан, Себер тракты, 35. Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығына буйһона. Тулы атамаһы: Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы»[2], ҡыҫҡаса: ФГБОУ ВО Казанская ГАВМ.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институтта ветеринар табиптарҙы уҡытыу 1874 йылда башлана. 1930 йылда институт бер факультеттан тора. 1931 йылда Бөтә Союз эпизоотик тресҡа тапшырыла һәм дүрт факультеттан тора (эпизоотологик, санитар-клиник, зоотехник һәм эшселәр факультеты). Киләһе йылда трест бөтөрөлә, әммә дүрт факультеттан торған ветеринария институты 1936 йылға тиклем йәшәй һәм СССР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында була. Һуңынан ике факультеты — ветеринария һәм зоотехник — берләштерелә[3]. 1984 йылда академияның фәнни секторынан Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү ветеринария институты (Ҡазан) ойоштороусылар[4].

1995 йылда Ҡазан ветеринария институты Ҡазан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы итеп үҙгәртелә[5]. Юғары уҡыу йорто үҙе эшләгән йылдарҙа 22 меңдән ашыу зооинженерҙар һәм ветеринария табиптары әҙерләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]