Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһы
Нигеҙләү датаһы 1873
Рәсми атамаһы Казанский ветеринарный институт һәм Казан ветеринар институты
Кем хөрмәтенә аталған Николай Эрнестович Бауман[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2]
Рәсми сайт ksavm.senet.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Казанской академии ветеринарной медицины[d]
Карта

Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринария медицинаһы академияһыҠазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, Татарстан, Рәсәйҙең ветеринария йүнәлешендәге уҡыу йорттарының иң боронғоһо.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Академия 1873 йылда Ҡазан ветеринария институты булараҡ барлыҡҡа килә. Академия структураһы 3 факультетты, 26 кафедраны, шулай уҡ дауалау-консультация үҙәген үҙ эсенә ала.

Түбәндәге йүнәлештәр буйынса әҙерлек алып барыла: Зоотехния, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү технологияһы, Метрология һәм стандартлаштырыу, Ветеринар санитар экспертиза. 113 уҡытыусы иҫәпләнә.

Адресы: Ҡазан, Себер тракты, 35. Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министрлығына буйһона. Тулы атамаһы: Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Н. Э. Бауман исемендәге Ҡазан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы»[3], ҡыҫҡаса: ФГБОУ ВО Казанская ГАВМ.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтта ветеринар табиптарҙы уҡытыу 1874 йылда башлана. 1930 йылда институт бер факультеттан тора. 1931 йылда Бөтә Союз эпизоотик тресҡа тапшырыла һәм дүрт факультеттан тора (эпизоотологик, санитар-клиник, зоотехник һәм эшселәр факультеты). Киләһе йылда трест бөтөрөлә, әммә дүрт факультеттан торған ветеринария институты 1936 йылға тиклем йәшәй һәм СССР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында була. Һуңынан ике факультеты — ветеринария һәм зоотехник — берләштерелә[4]. 1984 йылда академияның фәнни секторынан Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү ветеринария институты (Ҡазан) ойоштороусылар[5].

1995 йылда Ҡазан ветеринария институты Ҡазан дәүләт ветеринар медицинаһы академияһы итеп үҙгәртелә[6]. Юғары уҡыу йорто үҙе эшләгән йылдарҙа 22 меңдән ашыу зооинженерҙар һәм ветеринария табиптары әҙерләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Сведения об образовательной организации — kazanveterinary.ru
  4. История факультета — kazanveterinary.ru
  5. История. Казанская государственная академия ветеринарной медицины имени Н.Э. Баумана.
  6. Устав федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования "Казанская государственная академия ветеринарной медицины имени Н. Э. Баумана". — Республика Татарстан, 2015. — С. 2. — 52 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]