Эстәлеккә күсергә

Ҡазыханов Вил Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазыханов Вил Суфиян улы
татар. Вил Суфиян улы Казыйханов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Дүртөйлө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Дүртөйлө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле һәм урыҫ теле
Һөнәр төрө уҡытыусы, шағир, публицист, тыуған яҡты өйрәнеүсе
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡазыханов Вил Суфиян улы (рус. Казыханов Виль Суфиянович; 24 сентябрь 1939 йыл) — уҡытыусы, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы.

Вил Суфиян улы Ҡазыханов 1939 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Дүртөйлө ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын район гәзитендә техник секретарь булып башлай. Университетты тамамлағас рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан Илеш Районы паркомы инструкторы, ВЛКСИ комитеты секретары, Дүртөйлө ракомында комсомол секретары. 1966—1994 йылдарҙа Дүртөйлө 3-сө урта мәктәбенең директоры. [1] Дүртөйлө ҡалаһы 85-се Горшков һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104