Ҡайын бәшмәге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ябай ҡайын бәшмәге
Ҡайын бәшмәге
Ябай ҡайын бәшмәге
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Базидиомикота
Класс: Агарикомицеттар
Суб-класс: Agaricomycetidae
Тәртип: Болет һымаҡтар
Ғаилә: Болет һымаҡтар
Ырыу: Лекцинум
Төр: Ябай ҡайын бәшмәге
Латинса исеме
Leccinum scabrum

Ябай ҡайын бәшмәге (лат. Leccinum scabrum) — эшләпәле иренле бәшмәктәр төрөнән, Лекцинум (лат. Leccinum)ырыуынан, болеттар ғаиләһенән булған, ашарға яраҡлы бәшмәк.

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер класификацияларҙа айырым төрсәләргә бүленгән төрҙәре бар:

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эшләпәһе төрлө төҫтә була, аҡтан алып тоноҡ һоро йәки ҡара төҫкә тиклем. Йәш сағында аҫ яҡтан ап-аҡ төҫтә булһа, ҡартая килә тоноҡлана, һоро-бурыл төҫкә инә. Дымлы урындарҙа, бигерәктә, һаҙ ҡайын бәшмәге күп осрай. Уның эшләпәһе аҡ йәки аҡһыл төҫтә була.

Бәшмәктең һабағы аҫҡа табан ҡалын, итләс, аҡ йәки тоноҡ тәңкәләр менән ҡапланған.

Ите аҡ, төҫө бүлгеләгәндә лә үҙгәрмәй. Һаҙлыҡлы урындарҙа алһыу ҡайын бәшмәге (Leccinum oxydabile) осрай. Уны бүлгеләһәң алһыу төҫкә инә.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайындар аҫтында микоризалар (бәшмәктәрҙең үҫемлек тамырында үҫеүе) барлыҡҡа килтерәләр. Ҡайынлыҡтарҙа, ҡайын урмандарында йыш осрай. Шуның өсөн дә ҡайын бәшмәге тигән исем бирелгән. Йәйҙең беренсе яртыһында сыға башлайҙар һәм көҙгә хәтле үҫәләр.

Ҡайын бәшмәге тундрала һәм урман тундраһында кәрлә ҡайындар янында үҫә. Хатта улар кәрлә ҡайындарҙан да оҙонораҡ булалар.

Евразияның, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың урмандарында ла билдәле.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ашарға яраҡлы, уны ҡыҙҙырып, бешереп һәм тоҙлап ҡулланалар. Шулай уҡ киптереп тә һаҡлайҙар.

Файл:Podberezovik sboku.JPG
Ҡайын бәшмәге

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Грибы СССР — М.: Мысль, 1980.
  • Сержанина Г. И. Шляпочные грибы Белоруссии. — Минск: Наука и техника, 1984. — С. 229—230.