Ҡайыш илә Йүкә
Ҡайыш илә Йүкә | |
Жанр | мэсэл |
---|---|
Автор | Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы |
Нәшер итеүсе | Китап |
Нәшер ителеү урыны | Ҡазан һәм Өфө |
Әҫәрҙең теле | татар теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1897 һәм 1984 |
«Ҡайыш илә Йүкә» (1897 йыл) — мәҫәл, башҡорт мәғрифәтсеһе, шағиры, публицисы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙған. Мәҫәл тәү башлап шағирҙың 1897 йылда Ҡазанда баҫылған «Йәдкәр» китабында нәшер ителә. Уҡытыу туған (башҡорт) телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-сы класы өсөн әҙерләнгән башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия китабына индерелгән[1].
Идея-йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҫәл бер-береhенә ҡаршы ике көстөң — Ҡайыш менән Йүкәнең тәбиғәтен, уларға хас сифаттарҙы hүрәтләүҙән башлана:
Ҡайыш тәрбиәлелер hәм аҙ эшләй,
Уның өҫтөн биҙәйҙәр алтын-көмөшкә.
Ҡайыш майлы өсөн хөрмәт табалыр,
Йүкәлә ул юҡ өсөн, кәм баhалыр.
Мәгәр hыу Йүкәнең төҫөн асалыр,
Һыу илә күп ергә дәүләт сәсәлер.
Ҡайыш ошо рәүешле hыуға сумып, төҫөн аса-аса йөрөгән Йүкәнән ныҡ көнләшә. Берҙән-бер көндө ул Йүкә илен бөтөнләй туҙҙырып ташларға иҫәп тотоп, уның еренә килә. Улар араhында ҡыҙыу алыш башлана. Хәле бөтә башланымы, Йүкә төшә hалып hыу эсә, уның шунда уҡ ҡеүәте артып китә. Йүкәнән күрмәксе, Ҡайыш та hыуға сумып ала hәм hәләкәткә юлыға: ул бөтөнләй ебеп төшә, унда « боҙолдо, май әҫәре ҡалмай». Автор уларҙа ысынбарлыҡтағы тормошто тасуирлаған. Үтә һауалы Ҡайышҡа үҙенсә ҡеүәтле Йүкә образы ҡаршы ҡуйыла. Уларҙың көрәше йүкә файҙаһына хәл ителә[2].
Әхнәф Харисов был мәҫәлде «һүҙ сәнғәтенең шаҡтай камил әҫәре» тип атаған[3].
Был шиғырҙың иң характерлы үҙенсәлеге шуның менән билдәләнелә, унда шағир үҙенең эстетик, философик ҡараштарын, әхләҡи нәсихәтен поэтик образдар аша, матур-матур һүрәтләүҙәр, эстетик тойғолар аша бирә. Бына шул үҙенсәлеге — ғибрәтле фекер йөрөтөү, теге йәки был күренештең ижтимағи асылын аңлтыу планында өгөт-нәсихәт уҡыу шиғырҙарынан бик күпкә өҫтөн ҡуя [4]. |
Мораль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҫәлдең морале иҫкәртмәле: «ҡыйынында берәүҙең барлығынан, ҡолаҡ ҡағыр шул көнсөл байлығынан». Көнсөл ҡайышҡа иҫкәртеү был.[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 148-се.
- ↑ 2,0 2,1 Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 246-сы.
- ↑ Ә.И.Харисов. «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII-XIX быуаттарҙа». — Өфө: «Китап», 1965 й. — С. 366-сы б..
- ↑ Тимерғәле Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө» «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — шағир». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 253-сө б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғ.С.Ҡунафин,Ғ.Б.Хөсәйенов. «Башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия.9-сы класс». — Өфө: «Китап», 2020 й. — С. 148-се.
- Ғ.Хөсәйенов. «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 246-сы.
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. «Йәдкәр». — Өфө: «Китап», 1984 й. — С. 48-се б..
- Тимерғәле Килмөхәмәтов. «Халыҡсанлыҡ көсө» «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев — шағир». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 253-сө б..