Ҡаласыҡ (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаласыҡ (Городище) тауы
Төп мәғлүмәт
Майҙаны102 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы ]] [[Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел йыл|Хата: ваҡыт дөрөҫ түгел йыл]] 
Урынлашыуы
48°28′ с. ш. 40°31′ в. д.HGЯO
Ростов өлкәһе
Точка
Ҡаласыҡ (Городище) тауы

Ҡаласыҡ (Городище) тауы — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе Тарасов районындағы төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Ҡурсаулыҡ статусы был территорияға Рәсәйҙең Ростов өлкәһе администрацияһының 2006 йылдың 19 октябрендә ҡабул иткән № 418-се һанлы Ҡарарына ярашлы бирелә. Территорияның дөйөм майҙаны 102 гектар тәшкил итә. Тау Калитва йылғаһының уң ярында, Александровка слободаһынан төньяҡта урынлашҡан[1].

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаласыҡ тауы территорияһы Донецк урман хужалығы территориаль бүлеге Криворог участка урмансылығының 97-се кварталын биләй[1]. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, таштан һәм өлөшләтә ҡомдан торған, тау формаһын алған ҡатлам. Тау өҫтө урман һәм дала уҫемлектәре менән ҡапланған. Бында имән, энәлек, ғәҙәттәге ҡарағай, Ҡырым ҡарағайы, уҫаҡ, ҡарама, алмағас, урман грушаһы, татар сағаны, асыҡ япраҡлы саған һәм эт муйылы үҫә. Эндемиктар (билдәле географик урында таралған үҫемлектәр, хайуандар): күк умырзая , май ландышы, зәңгәр себер умырзаяһы, айыу емеше киң таралыу алғандар. Тауҙа ҡоштарҙың күп төрҙәре оя ҡоралар[2].

Тау башында бейеклеге 2-3 метрға еткән таштар урынлашҡан. Элек уларҙы «ҡырағай таштар» тип, ә тауҙың үҙен «Зәңгәр ҡурған», «Аҡ тау» тип атағандар. Хәҙерге исеме «Городище». Сөнки, үткәрелгән тикшереүҙәр был урында боронғо ҡәүемдәрҙең торған урыны булғанлығын иҫбатлай. Ғәҙәт буйынса, бындай объекттар ҡаласыҡ (городище) тип атала[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]