Ҡалаҡтау (һырт)
Ҡалаҡтау | |
55°25′00″ с. ш. 57°30′00″ в. д.HGЯO | |
Ил | ![]() |
Регионы | Башҡортостан, Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Оҙонлоғо | 10 км |
Киңлеге | 4 км |
Юғары нөктәһе | 619 м |
Ҡалаҡтау — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Учалы райондары һәм Силәбе өлкәһе буйлап Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы киңлегенән Ям йылғаһы (Урал йылғаһы бассейны) үрге ағымы киңлегенә тиклем көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай һуҙылған.
Оҙонлоғо 10 км яҡын, Башҡортостан Республикаһында 2 км тирәһе, киңлеге 4 км яҡын. Абсолют бейеклеге 619 м (Силәбе өлк.).
Рельефында ҙур уйпатлы һөҙәк‑тулҡынлы көнбайыш битләүҙәре һәм һөҙәк түбәле һәм түбәләр араһында биләндәр булған һөҙәк көнсығыш битләүҙәре айырыла. Франс ярусының кремнийлы‑балсыҡлы һәүерташтарынан, базальттарынан, андезибазальттарынан тора.
Ландшафтары һоро урман тупрағындағы ҡайын урмандарынан, ябай һәм болон ҡара тупрағындағы болонло далаларҙан тора. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көньяҡ‑көнсығыш итәгендә дымлы болондар һәм күрәнле‑төрлө үләнле һаҙлыҡтар булған күл буйы уйһыулыҡтары урынлашҡан.