Эстәлеккә күсергә

Ҡарағас (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарағас
башҡ. Ҡарагас
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге612 м
Урынлашыуы
53°48′27″ с. ш. 57°01′19″ в. д.HGЯO
Страна
РФ субъектыБашкортостан
Рәсәй
Красная точка
Ҡарағас
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Ҡарағас

Ҡарағас — Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Райондың көнсығышында,Бөрйән районы сигендә, Ҡарағайтуғай һәм Һаралы (Оло Шешәнәк ҡушылдығы) йылғалары араһында ята. Иң бейек түбәһе — 612 м. Тау биттәре һөҙәк. Тау тоҡомо кварциттар, рифей ҡомташтарынан тора.

Тау итәгендә халыҡ бесән саба, малын көтә. Тауҙан көньяҡтараҡ Иҫкейорт менән Биктәр тауы ята. Көнсығышта төньяҡтан көньяҡҡа табан Алатау һырты һуҙылған. Тауҙа һәм уның тирә яғында һоро урман тупрағында ҡарағай ҡатыш ҡайын урмандары үҫә.

Атамаһы «ҡарағас» — ылыҫлы ағас исеменән алынған (рус.лиственница). Юрматы диалектында ул «нарат» тип атала.