Ҡараҡором шоссеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Автомобиль юлы
Ҡараҡором шоссеһы
N-35
 Автодорога Викимилектә
Ҡараҡором шоссеһы
Китай
Ябайлаштырылған ҡытай теле: 喀喇昆仑公路
ur name
ur: شاہراہ قراقرم
śāharāha qarāqaram


Ҡараҡором шоссеһы (урду شاہراہ قراقرم, Śāharāha qarāqaram; ҡыт. 喀喇昆仑公路, пиньин Kèlǎkūnlún Gōnglù; рус. Каракорумское шоссе) йәки Ҡараҡором автомобиль юлы[1] — 1300 километрлыҡ бейек тауҙар аша үткән автомобиль юлы, Ҡараҡоромдо Хунджераб артылышы аша 4693 м бейеклектә киҫеп үтә.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡараҡором шоссеһы — донъялағы иң бейек халыҡ-ара шоссе. Ул 1966 йылдан 1986 йылға тиклем боронғо Бөйөк ебәк юлы маршруты буйынса төҙөлгән. 806 км алыҫлыҡта урынлашҡан шоссе төҙөүгә сығымдар Пакистандан, ә ҡалған 494 км СУАР-ҙан (Ҡытай), өс миллиард доллар самаһы тәшкил иткән[2]. Төҙөлөш ваҡытында гөрөндәрҙән һәм ҡолап төшөүҙәрҙән 810 пакистанлы һәм 82 ҡытай эшсеһе һәләк булған[3]. Ҡышҡы ваҡытта гөрөн төшөү ҡурҡынысы арҡаһында Ҡараҡором шоссеһы буйлап хәрәкәт ябыла.

Ҡытай территорияһында шоссе Годао 314 республика трассаһы булараҡ билдәләнә.

Шоссеның өҙөлөүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың ғинуарында Хунза тау йылғаһы йырҙаһын ҡаплап торған көслө ер һелкенеүе булғас, автомобиль юлы буйынса бәйләнеш өҙөлә. Һыу ағымын ҡаплау һөҙөмтәһендә Аттабад күле барлыҡҡа килә, әкренләп 20 км самаһы шоссены, эргә-тирәләге территорияларҙы һәм тораҡ пункттарҙы һыу баҫҡан һәм емергән.

Һыу баҫҡан шоссе участкаһы аша пассажирҙар һәм йөк бәйләнеше кәмәләрҙә башҡарыла.

Яңы маршрут[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылда күлде урап үткән 24 километр оҙонлоғондағы шоссе участкаһы төҙөлөшө тамамлана, ул дөйөм оҙонлоғо 7 километрлыҡ биш тоннель, 2 ҙур һәм 78 бәләкәй күперҙе үҙ эсенә ала.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Каракорумская автомобильная дорога // Военная энциклопедия / П. С. Грачёв. — Москва: Военное издательство, 1995. — Т. 3. — С. 481. — ISBN 5-203-00748-9.
  2. Китай выделил 6 миллионов долларов на ремонт Каракорумского шоссе // podrobnosti.ua. Дата обращения: 10 август 2008. Архивировано 16 март 2008 года.
  3. Пакистан и Каракорумское шоссе — Азиатский курьер. Дата обращения: 9 август 2008. Архивировано 18 ноябрь 2008 года.
  4. Премьер-министр Наваз открыл тоннели пакистано-китайской дружбы в обход озера Аттабад. Дата обращения: 21 ғинуар 2022. Архивировано 4 сентябрь 2020 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.