Ҡатнашыусы:8 һанлы "Халыҡтар дуҫлығы" китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Китапхана тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адресы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

8-се китапхана Яңы күпер урамында ойошторолған булған. 1972 йылда ул әлеге адресы буйынса: Достоевский урамындағы 160- сы һанлы йортҡа күсерелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙгәртеп ҡороу осоро халыҡтың үҙ аңын үҫтерҙе, бигерәк тә ситтә йәшәгәндәрҙең үҙ теленә, үҙ еренә, үҙ мәҙәниәтенә булған тойғоларын тәрәнәйтте. Халыҡтың үҙ телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйренеүгә, яктыртыуға әүҙем иғтибар бүленә башланы. Башҡортостан үҙенең күп милләтле булыуы менән Рәсәй киңлектәрендә беренселәрҙән тора. Ошо айҡанлы, дәүер һулышын иҫәпкә алып, 1994 йылда ҡалала үҙәкләштерелгән йәмәғәт китапханалары системаһындағы 8-се китапхана нигеҙендә «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы асылды. Бөгөнгө көндә майҙаны яғынан артыҡ ҙур булмаған китапхана 3 меңдән артык кешене хеҙмәтләндерә. Республикала йәшәүсе төрлө халыҡтар телендә китап тупланған һәм һаҡланған китапхана Өфө калаһында ғына түгел, республика кимәлендә берҙән-бер булып һанала.

Абонемент[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китапханала иң популяр урын — абонемент. Сөнки китаптар һәм башҡа төрлө баҫмалар унда өйҙә укырға бирелә. Абонементта ун ете милләт вәкилдәре яҙылғандар. Иң әүҙем уҡылған китаптар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, украин, мордва телдәрендә.Шулай уҡ абонемента 1997 йылдан бирле «Уҡыусылар клубы» эшләп килә. Унда китап уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең китаптары менән уртаҡлашалар. Абонементта ҡыҙыклы китаптарға, яҙыусыларға арналған, төрлө өлкәләрҙҙәгемәғлүмәттәрҙе сағылдырған күргәҙмәләр урын ала. Унда хатта уҡыусыларыбыҙ теләге буйынса ойошторолған күргәҙмәләр ҙә була. «Йәйге каникулда уҡыйбыҙ», «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ», «Ҡоштар, беҙҙең дуҫтар» бик йыш ҡабатланған күргәҙмәләр һанала.


Уҡыу залы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китапханала — 20 урынлы уҡыу залы ла бар. Укыу залында һәр саҡ кәрәкле китаптар, белешмәләр, донъя энциклопедиялары, бик әһәмиәткә эйә булған башҡа төрлө документтар һәм материалдар тупланып, залда ҡулланырга мөмкинселек бирелгән. Унан тыш уҡыу залы — саралар, кисәләр үткәреү урыны. Унда халыҡтарҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен күрһәткән аҙна көндәре уҙғарыла. Сит илдәрҙән килеп Башҡортостан ерендә ғүмер уҙғарған күп кенә милләт кешеләре Халыҡтар дуҫлығы йортонда үҙҙәренең мәҙәни ойошмаларын булдырып, республика тормошонда ғына түгел, китапханала үҙғарылған сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Ҙур күләмдәге сараларға Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән милләт вәкилдәре йыйыла. Китапханала йыл һайын рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм тағы ла 10-лаған халыҡтың әҙәбиәтенә арналған милли әҙәбиәтдекадалары уҙғарыла.

Китапхананың бөгөнгө торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге көндә китапхана үҙенең эшмәкәрлеген заманса үҙгәртте. Бында Башҡортостанда күпселек йәшәгән халыктарҙың 10-12 телендә китаптар һәм гәзит-журналдар тупланған, заманса компьютерҙар урынлаштырылған, инновация алымдары киң ҡулланыла.

Китапхананың төп маҡсаттары:

  • тыуған телдәрҙе һаҡларға булышлыҡ итеү
  • китапҡа, тыуған телгә ҡарата һөйөү уятыу
  • ситтән килгән мигранттарға, уҡырға килгән студенттарға Башкортостан мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, ғөрөф -ғәҙәттәр аша таныштырыу, ерлеккә өйрәнергә ярҙам итеү
  • укыусыларҙы ижтимағи — иҡтисади мәғлүмәттәр, библиографик белешмәләр менән тәъмин итеү
  • уҡыусыларҙың һорауҙарын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн китапханала бар мөмкинлектәр ҙә бар тип әйтергә мөмкин.

Ун туғыҙ мең баҫма тәшкил иткән дөйөм фондтын ике меңе башҡорт, татар, украин, сыуаш, белорус, ҡаҙаҡ, марый, мордва, инглиз, немец, поляк, таджик, грузин, әрмән телдәрендәге китап, гәзит- журналдар менән тултырылған


Китапхананың барлыҡ баҫма байлығы каталог Һәм картотекалар селтәрендә сағылдырылған:

  • Алфавит каталогы
  • Системалы каталог
  • Тыуған яҡты өйрәнеү картотекаһы
  • Милли әҙәбиәт картотекаһы ….

Бөгөнгө тормош йәшәйештә ҙур таҫыллыҡ, ижтимағи аң һәм ҡанундарҙы белеүҙе талап итә. Был юҫыҡта һәр кеше хоҡуҡ буйынса китаптар, РФ-ның, БР-ның рәсми хоҡуҡ нормалары базаларын ирекле ҡулланыу мөмкинлегенә эйә, был маҡсатҡа уҡыусылар шулай уҡ «Гарант» базаһы һәм электрон каталог аша ла ирешә алалар.

  • хоҡуҡи документтар, «Рәсәй ҡануниәте» буйынса эшләү;
  • Бар һорауҙар буйынса түләүһеҙ юридик консультациялар;
  • Халыҡтың хокуҡи культураһын, белемен үҫтереү;
  • Компьютерҙа башланғыс грамотаға өйрәтеү; эшҡыуарҙарҙы ваҡытлы матбуғат менән тәьмин итеү;.

Шулай уҡ китапханала интернет менән ҡулланыу, текст йыйыу, документы баҫып сығарыу һәм күсермәһен эшләү, мәғлүмәтте электрон рәүештә таратыу һәм электрон почта менән эш итеү һәм башҡа хеҙмәттәр тәҡдим ителә.