Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Асия

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Асия менән фекер алышыу бите. Яңы хәбәрҙәрегеҙҙе өҫкө өлөштә яҙығыҙ. Табыуы еңелерак.

«В соответствии с соглашениями Бернской конвенции по охране литературных и художественных произведений авторское право распространяется по умолчанию. Это значит, что даже произведения, не обозначенные знаком охраны авторского права, могут быть объектом авторского права».

Беҙ бит әҙәби, йәки нәфис әҫәр күсереп яҙмайбыҙ, беҙ фәнни йәки тарихи мәҡәләләр яҙабыҙ. Мәҡәлә яҙғанда беҙ кемдеңдер тикшергәненә, яҙғанына һылтанабыҙ, сығанағын күрһәтәбеҙ Урыҫ википедияһындала күргәнем бар БСЭнан күсереп яҙылған мәҡәләләрҙе, башын ғына википедия форматына килтерәләр, ҡалғаны үҙгәрешһеҙ. Тарихи, фәнни-популяр әҙәбиәттә иң ҡатыһы «күсереп яҙғанда һылтаныу мотлаҡ» тигәнде күргәнем бар.

Әгәр кемдер яҙғанды боҙоп, танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеп яҙһаҡ – шул автор хоҡуғын боҙоу була түгелмени? Саган 15:31, 16 ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Сәләм. Бәлеш ашарға сәйгә саҡырам, Фекер алышыу:Бәлеш битенә барып ҡара әле. --Рөстәм Нурыев 10:57, 18 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Ҡыҫҡартыуҙар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Асия. Википедияла ҡыҫҡартыуҙарһыҙ яҙыу зарур. Урын етәрлек. Йылдарҙы «й.» йәки «йй.» тип ҡыҫҡартма --Рөстәм Нурыев 11:34, 5 февраль (Шаҡай) 2007 (UTC)


Асия. Википедияның башҡорт бүлегенә рәхим ит. Беҙ әлегә күп түгелбеҙ. Әммә ләкин бүлекте артабан үҫтереү башҡорт халҡы өсөн бик мөһим. Һин ике яңы мәҡәлә булдырҙың. Афарин. Ләкин ул мәҡәләләр Вики ҡанундарына әлегә тап килмәй. Дөйөм тәртип буйынса үҙгәртергә кәрәк булыр. Белешмә битен асып ҡараныңмы? Яҡшылап өйрән. Һорауҙарың булһа бына ошонда яҙып ҡалдыр. Йәки минең менән фекер алышыу битендә яҙ. Уңыштар һиңә. --Рөстәм Нурыев 03:50, 25 ғинуар (Һыуығай) 2007 (UTC)

Рөстәм Нурыев. Һаумыһығыҙ. Рәхмәт. Ысынлап та бүлекте артабан үҫтереү башҡорт халҡы өсөн бик мөһим... Я в составлении Википедии участвую в первый раз, поэтому многое для меня пока остается непонятным. Постараюсь научиться пользоваться и принести пользу. Я хотела вложить несколько статей наших ученых на башкирском языке - о выдающихся личностях, об истории и т.д. Потом на днях смогу выложить текст о башкирских племенах с книги Р. З. Янгузина "Башҡорт ҡәбиләләлре тарихынан" - минзәлә башҡорттары тураһында, юрматы, ғәйнәләр, ҡырғыҙҙар, йыландар һәм башҡалар. Вообще, много что могу выложить... Книг на башкирском языке, благо, много. В общем, буду постепенно учиться как пользоваться Википедией и паралелльно вносить информацию. Молодцы, ребята, хорошое дело делаете!!!!

Haqmar Ҡайҙа юғалдығыҙ Асия? Һеҙ булмағас эштәр ҙә яйланы :) --Haqmar 13:39, 16 ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Башҡорт теленән дәрес булыр. Мин һинең менән тик башҡортса аралашасаҡмын, Асия. Тәүге тапҡыр Вики киңлектәренә тап булғас мин үҙем дә һинең кеүек фекер йөрөтә инем. Вики менән яҡындан танышҡас, ниндәйҙер сығанаҡты бында күсереп яҙыу ярамаған эш икәнен аңланым. Сөнки авторлыҡ хоҡуҡтары тигән төшөнсә бар. Урыҫ бүлегендәге «аҡһаҡалдар» ҙа ярҙам итте быны аңларға. Башҡорт бүлегендә әле «авторлыҡ хоҡуҡтары» тәржемә ителмәгән. Һин урыҫ бүлегендәге белешмәне уҡып сыҡ әле - Авторское право --Рөстәм Нурыев 14:44, 25 ғинуар (Һыуығай) 2007 (UTC)
Мин әлегә хушлашмайым. --Рөстәм Нурыев 14:44, 25 ғинуар (Һыуығай) 2007 (UTC)

Рөстәм Нурыев Плагиат килеп сыға икән шул оказывается. Үҙебеҙгә яҙырға кәрәк? Мин башҡорт телен телде ныҡлап белмәйем... Ысынлап әйткәндә, бигерәк насар беләм... Мин уйлағайным беҙҙең бабайҙар, ағайҙар яҙғас шул мәҡәләләрҙе исмаһам урынлаштырырға бында... Аҙаҡтан тулыландырып үҙебеҙ яҙырбыҙ тип...

Башҡорт телен белмәйем тип үҙеңде битәрләмә. Алдағы хәбәреңдә етешһеҙлек икәү генә. Иң мөһиме һиндә теледе өйрәнеү теләге бар. Википедияның башҡорт бүлегенең төп маҡсаты - күмәкләп телде артабан үҫтереү, үҙ телебеҙҙә саф аралашыу, белем кимәлен күтәреү һәм башҡалар һәм башҡалар. Был эш менән кемдер ҡушҡандан түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса шөғөлләнергә кәрәк. Бик үк ярһып та китмә, һалмаҡ бул. Башҡорттоң шундай мәҡәле бар «Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, үтә ҡыҙыу тиҙ үлә». Дәртеңде, илһамыңды оҙаҡҡараҡ еткерергә тырыш. Һин булдырған 7 мәҡәләне үҙеңә үҙгәртеп яҙырға тәҡдим итәм. Мин күҙәтеп торармын һәм ярҙам итәрмен. Башҡа шәхестәр тураһында мәҡәлләрҙе ҡара. Бер төрлөрәк булһын ине. Әлбиттә, мотлаҡ шулай уҡ булһын тип әйтмәйем. Үҙең тураһында мәғлүмәт биреүгә лә тәҡдим итәм, беҙҙә шулай ҡабул ителгән (Асия төймәһенә баҫ). Фекер алашыу биттәрендә имза ҡуйыу фарыз. Уның өс мөхәрриләү өлгөһенең өҫтөндәге төймәләрҙең һулдан 10-сыһына баҫ. Уңыштар һиңә. --Рөстәм Нурыев 05:05, 26 ғинуар (Һыуығай) 2007 (UTC)

Рөстәм Нурыев Рәхмәт. Тырышырмын. Башҡорт телен миңә белергә, өйрәнергә кәрәк. Былай эш бармай. Үҙеңдең телеңде белмәйенсә. Ашығып эш эшләп булмай икән. Мәҡәләләрҙе яңынан ҡарап сығармын, Вики ҡанундарға еткерергә тырышырмын. Әле, әҙерәк, Википедия нимә өсөн, нимә ул аңламай ултырам. Бер һорау бар. Минең, әллә нишләп, ҡайһы бер башҡорт хәрефтәре асылмай. Һиҙемләргә тура килә...

Әҙерәк аңларға аңлай башланым. Ибн Фаҙлан тураһында бәләкәй генә мәғлүмәт яҙҙым. Примерно поняла в каком русле работать. Үҙем тураһында мәғлүмәт әҙерәк торғас яҙырмын.

Сәләм Асия. Әле мин дә бында. Әхмәт ибн Фаҙлан ды әҙерәк төҙәттем. --Рөстәм Нурыев 10:47, 26 ғинуар (Һыуығай) 2007 (UTC)

Сәләм Асия. Һин копирайт булған тағы бер мәҡәлә күсереп яҙҙың. Улай ярамаҫ ине. Әллә һин, башҡалар төҙәтер әле, тип шулай эшләйһеңме? Мәҡәләреңде үҙгәрт, улар 8 булып китте бит инде. Ғәйнә мәҡәлһен мин әҙерәк төҙәттем. Башҡа мәҡәләләргә һылтанма яһағанда, ул мәҡәләнең бармы-юҡмы икәненен тикшер, әгәр булһа исемен дөрөҫ итеп яҙып һылтанма яһа. Миҫал өсөн башҡа мәҡәләләрҙә нисек булғанын өйрән. башҡорттар тураһында әйтелгән һүҙҙәрҙә нисек һылтанма яһарға, был битте Мөхәррирләү битенә инеп ҡара. --Рөстәм Нурыев 04:13, 2 февраль (Шаҡай) 2007 (UTC)

))))) Ярай. А можно немножко сократить, немножко своими словами написать и оставить их, естественно с ссылкой на литературу?
Әлбиттә. Йәнеңә нисек оҡшай, шулай үҙгәртергә, ҡыҫҡартырға, өҫтәргә була. Бер нидей сикләүҙәр юҡ, шуның өсөн ирекле һәм асыҡ энциклопедия тип атала. Ләкин хәҡиҡәттән тайпыларға, төрлө уйҙырмалырға бирелергә ярамай. Әгәр ниндейҙер мәғлүмәт буйынса шикләнеүең булһа, ул турала йәки өндәшмәгәнең йәки шигеңде белдереп китеү хәйерле. Ә инде башҡа кеше мәҡәләләрен тура килеш бында күсереп яҙыу энциклопедияны ҡыйын хәлгә ҡалдырыуы мөмкин. Эшеңдә уңыштар һиңә. Аралашыу битендә лә башҡортса яҙыш. Был проекттың мәғәнәһе Асия яҙған мәҡәләләрҙең күплегендә түгел, ә Асияның башҡорт телен яҡшы итеп беләсәгендә. Уның өсөн аралышыу мөкинселектәренән тайпылма. --Рөстәм Нурыев 07:05, 2 февраль (Шаҡай) 2007 (UTC)