Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Fairuza555

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
   Тиҙ башланғыс өсөн ҡулланма
Fairuza555, Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
Тәүге аҙымдар Википедия ҡатнашыусылары исеменән һеҙҙе башҡорт телендәге бүлектә сәләмләйбеҙ. Был проектта ҡатнашыуҙан кинәнес алырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ.

Википедияла ҡатнашыуҙың төп принциптарына иғтибар итегеҙ: ҡыйыу булығыҙ һәм изге ниәттән тип уйлағыҙ.

Имза ҡуйыр өсөн баҫығыҙ
Википедиялағы мәҡәләләргә имза ҡуйыу кәрәкмәй (авторҙар исемлеге автоматик рәүештә яһала һәм мәҡәләнең төҙәтеү тарихында күрһәтелә), ләкин ҡоролтайҙағы әңгәмәлә йәки айырым биттәр тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашҡығыҙ килһә, зинһар, дүрт тильда (~~~~) билдәһен ҡулланып йәки ҡоралдар панелендәге кәрәкле төймәгә баҫып имза ҡуйығыҙ. Псевдонимды яҙыу кәрәкмәй.

Ҡатнашыусы битегеҙгә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡуя алаһығыҙ. Мәҫәлән, ниндәй телдәр белеүегеҙ йәки ҡыҙыҡһынған темаларығыҙ тураһында иғлан итергә тәҡдим итәбеҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа, белешмә битен ҡарағыҙ. Унда үҙ һорауығыҙға яуап тапмаһағыҙ, ҡоролтайға яҙығыҙ йәки үҙ фекер алышыу битегеҙҙе мөхәррирләгеҙ: {{helpme}} менән бергә һорауығыҙҙы яҙығыҙ — һеҙгә ярҙам итәсәктәр.

Әгәр мәҡәләне бер төҙәтеү менән генә тамамлай алмаһағыҙ һәм уны киләсәктә дауам итергә уйлаһағыҙ, был турала башҡа ҡатнашыусыларға белдереү өсөн мәҡәлә башына {{subst:L}} ҡуйығыҙ.

Әгәр башҡорт теленә тәржемә ителмәгән мәҡәлә күрһәгеҙ һәм ул сит телде беләһегеҙ икән, мәҡәләне (өлөшләтә булһа ла) тәржемә итеүҙән тартынмағыҙ.

Һәм тағы бер тапҡыр: Рәхим итегеҙ!

Hello and welcome to the Bashkir Wikipedia! We appreciate your contributions. If your Bashkir skills are not good enough, that’s no problem. We have an embassy where you can inquire for further information in your native language. We hope you enjoy your time here!
Мәҡәлә исемдәре
Мәҡәлә мөхәррирләү
Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр
Һүрәттәр өҫтәү
Авторлыҡ хоҡуҡтары
Глоссарий


Тәүге мәҡәлә өсөн
--ZUFAr (әңгәмә) 11:20, 23 февраль 2017 (UTC)[яуап бирергә]

Википедияла журнал/гәзит мәҡәләһе баҫтырмайҙар)[сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңынан яҙыу өсөн. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:49, 20 март 2017 (UTC)[яуап бирергә]


Башҡортостанға һүҙ бирегеҙ әле!

   Мәһәҙи Ишмөхәмәт улы Фәтҡуллин 1948 йылдың  15 декабрендә Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуа.Ғаиләлә оҙаҡ көтөп алған бала була ул. Әсәһе, атаһы, ике өләсәһе ҡулдарынан төшөрмәй ҡарайҙар. Әсәһенең атаһы билдәле сәсән Сабирйән  Мөхәмәтҡолов. Сәсән ҡыҙы булғанғалыр әсәһе лә оҙон поэмаларҙы яттан һөйләй, һораһалар,  бер нисә куплет шиғыр ҙа яҙа һалып ҡуя. Ә атаһы Сабирйәнде йыш ҡына былай тип хәтерләне: “Урманға барғанда  ла шиғыр яҙа, уларҙы онотмаҫ өсөн ағасҡа булһа ла уйып яҙып китә ине” Әле лә ул ағастар һаҡланған. Мисәт тигән шиғыры өсөн сәсән репрессияға эләгә һәм шунда һәләк була. Күп шиғыры яндырыла, бик аҙы ғына һаҡланып ҡала.  
 Мәһәҙей ҙә олатаһына оҡшап, бәләкәйҙән сос, тиктормаҫ, зирәк бала була.Мәктәптә яҡшы уҡый. Шиғырҙар ҙа яҙғылай, тик иғтибар итеүсе булмай.  Икенсе класта уҡығанда дүртенсе кластағы  уҡыусыларҙың мәсьәләләрен сисә ала. Алтынсы класта яҡшы уҡығаны өсөн Бөрйән районынан бер үҙен “Артек” кә ял итергә ебәрәләр.  Лагерҙә урыҫса белмәгән малайға  башҡалар менән аралашып китеүе ҡыйын була. Ә бер көн  концерт ҡарарға бара. Унда төрлө илдәрҙән килгән балалар сығыш яһай. Ул уйға ҡала: ” Ә ниңә Башҡортостандан  берәү ҙә юҡ? Булмаҫ шул – бер үҙе лә һуң… Нимә эшләргә? “ Мәктәп сәхнәһендә дуҫтары менән бейей торғайны ла, гармунда башҡортса кем уйнар? Йырлағаны ла юҡ. “Ҡара тауыҡ”ты беләм  дә», - тип уйлап тора бирә лә, ҙур таш артына йүгерә. Ҡат-ҡат үҙ алдына йырлап ҡарағас, концертты алып барыусының янына барып, башҡортсалап : ” Башҡортостанға ла һүҙ бирегеҙ әле! “- ти. Ойоштороусылар аптырап ҡала. Сөнки  концерт программаһына инмәгән бит. Шулай ҙа малайға микрофонды тотторалар. Ул күңелле генә итеп “Ҡара тауыҡ” ты башлап ебәрә. Бер- ике өйрөлөп, тыпырлатып бейеп тә ала. Йырлап бөтөүгә  бөтәһе лә шаулашып ҡул саба. Шул көндән уны ла программаға индереп, күрше лагерҙарға концерт ҡуйып йөрөйҙәр. Уның сираты етһә: “Һүҙ – Башҡортостанға!” – тип иғлан итәләр. Шул саҡта уның ғорурлығының сиге булмай. 12 йәшлек  бала үҙ иленең вәкиле булһын әле.
  Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөләге авиация институтына ( хәҙер университет)  уҡырға инә. Унда бокс менән мауыға. Тренеры – педагогия фәндәре докторы, профессор, ПАНИ академигы Геннадий Иванович Мокеев уның яҡын  дуҫы ла булып китә. Яҙған китаптарында  Мәһәҙи Фәтҡуллинды (1966-1974  йылдар)  Башҡортостандың  алдынғы спортсылары исемлегенә индерә.
  1972 йылда   Бөрйән егете  Ҡырғыҙстандың Фрунзе ҡалаһында Башҡортостандың ғорурлығы өсөн бокс ярышында ҡатнаша. Бында инде балалыҡ хисе менән түгел, ә инде аяғында ныҡ баҫып торған спортсы була. Һәр кем үҙ илендә көслө, тигәндәй, еңеү уның яғында булһа ла, беренсе урынды ҡырғыҙ боксерына бирәләр. Унда ул “спорт мастерлығына кандидат” исемен алып ҡайта.
  Институтты тамамлағас,  Өфө моторҙар эшләү заводында эшләгәндә лә күп ярышта ҡатнаша. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле тренер Николай Ивонович Митькинға бик рәхмәтле була. Унан ике йыл армияла  офицер булып Куйбышев яғында хеҙмәт итеп алды. Бында беҙ ғаилә менән бергә булдыҡ. Мәһәҙи  үҙе хеҙмәт иткән ерендә Башҡортостандан килгән һалдат егеттәрен йыйып алып, бокс түңәрәген ойошторҙо.  “Бахыр булып  туҡмалып йөрөмәһендәр. Часта һәр кем,  “Башҡортостан егеттәре”, тип торһон”, ти ине ул йыш ҡына. Күнекмәгә  йөрөгән  һалдаттар ҙа уны тиҙ арала яратып өлгөрҙө. Ҡайҙа күрһәләр ҙә, атай кеүек күреп, ҡыуанышып янына килеп етәләр ине. Ял көндәре бергәләп Волга буйында балыҡ тоталар,  һыу инәләр. Мин дә бала менән улар артынан эйәреп йөрөйөм.
  Хеҙмәт итеп ҡайтҡас,  Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында сельхозтехника ойошмаһында һигеҙ йыл идарасы булып эшләне. Унда ике ҡатлы гараж һалдырҙы,ашхана, ҡунаҡхана, балалар баҡсаһы төҙөттө. Һуңынан тыуған ауылында колхоз председателе булып  эшләне. 
 Хәҙер уйлайым да, Мәһәҙи ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яғын – Башҡортостанды байраҡ урынына алдан йөрөттө, ғорурланды, башҡаларҙан да шуны талап итте. Минең, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең хәтерендә лә ул һәр саҡ шулай һаҡланыр.

Берәүҙәр тыуған яғына, халҡына һөйөүен шиғыр, хикәйә аша белдерһә, икенселәр һүҙ, хәрәкәт, ярыш, көс менән белдерә. Ирем Мәһәҙи ҙә сәсән олатаһынан күскән был сифаттарын ошо икенсе юл менән дауам итеүсе кеүек.

 Йәшәү дәрте ташып торһа ла, эш урынында фажиғәле рәүештә уның ғүмере өҙөлдө. Беҙҙең балаларҙа ла тыуған илгә һөйөү шулай дауам итер , тип ышанғы килә.

( Мәһәҙи тиҙ арала балаларға булһынмы, ололарғамы шиғыр яҙа ала ине. Шул шиғырҙарҙың береһен тәҡдим итәм. )

                                                                                                            Фәйрүзә Фәтҡуллина
һүрәттә Мәһәҙи Фәтҡуллин
Ярыш ваҡытында