Эстәлеккә күсергә

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе (конкурс)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
Нигеҙләү датаһы 2014
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы йәмәғәт ойошмаһы[d]
Ойоштороусы Ҡолһарина Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы
Рәсми сайт xn--80aayaqh8a8a1c.xn--p1ai

Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе — 2014 йылда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина инициативаһы менән башланған проект. 2022 йылдан Бөтә Рәсәй форматына күсә[1].

1917 йылда Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында (съезы)нда 17 йәшлек Рабиға Ҡушаева Һамар губернаһының Пугачев (Николаевск) өйәҙенән делегат булып ҡатнаша һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ир-егеттәр менән бер рәттән граждандар һәм сәйәси хоҡуҡтар бирелеү талабын ҡуйып[2] актив сығыш яһай, уларҙы үтәү буйынса ун пункттан торған аныҡ саралар тәҡдим итә. Сығышын ул: «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» тигән әһәмиәтле юлдар менән тамамлай. Уның докладына ярашлы, ҡоролтай резолюцияһына тиң хоҡуҡлылыҡ буйынса пункттар индерелә[3].

Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәтселек эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, уларҙың эшмәкәрлеген баһалау, йәмғиәттә гүзәл заттың статусын күтәреү, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың ғаилә, халыҡ педагогикаһы ҡиммәттәрен тергеҙеү, ғаиләләрҙе нығытыуға ярҙам итеү, әсәлектең, ҡатын-ҡыҙҙың көндәлек һәм ижтимағи-сәйәси хеҙмәтен таныу[4].

  • «Ҡатын-ҡыҙ — әсә» — күп балалы ҡатын ҡыҙҙар өсөн
  • «Ҡатын-ҡыҙ — лидер» — төрлө ойошма-предприятиеларҙы етәкләгән, тормоштоң башҡа өлкәләрендә әйҙәүсе булған ҡатын-ҡыҙ өсөн
  • «Ҡатын-ҡыҙ — ғалим» — фән менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • «Ҡатын-ҡыҙ — педагог» — мәғариф өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкәндәр өсөн
  • «Ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди» — эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • «Ҡатын-ҡыҙ — оҫта» — үҙ эшенең оҫтаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн
  • «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө» — конкурс иғлан ителгәндән йылда ниндәйҙер тармаҡта эшмәкәрлеге менән өлгө булған ҡатын-ҡыҙ
  • «Оло йәштәге йәмәғәтсе» — оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ өсөн
  • «Йәш йәмәғәт эшмәкәре» — йәш йәмәғәтсе ҡатын-ҡыҙ
  • «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ» — мәҙәниәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙ[5].

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмғиәт тормоштонда иң әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнгән Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы. Бөгөнгә 100-ҙән ашыу гүзәл зат бүләкләнгән.

  1. Конкурс «Женщина – мать нации» Общества башкирских женщин впервые пройдет во всероссийском формате
  2. В частности, она в своём докладе потребовала предоставить башкирским женщинам политические и гражданские права наравне с мужчинами.
  3. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 119. — 468 с.
  4. В Уфе наградили победителей V Республиканского конкурса «Женщина — мать нации»
  5. В Башкортостане стартовал конкурс «Женщина — мать нации 2021»