Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙағстанда мәғариф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙағстанда мәғариф
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Урын Ҡаҙағстан
 Ҡаҙағстанда мәғариф Викимилектә

Ҡаҙағстанда мәғариф —әхләҡи, интеллектуаль, мәҙәни, физик үҫеш һәм һөнәри компетентлык формалаштырыу маҡсаттарында тормошҡа ашырыла торған уҡытыу һәм тәрбиәнең өҙлөкһөҙ процессы[1]. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Ҡаҙағстан Республикаһында 3,3 млн. уҡыусы иҫәпләнә.

Ҡаҙағстанда 12 йыл буйына белем биреү ҡаралған. Ғәҙәттә, мәктәптә балалар алты йә ете йәштән йөрөй башлай. Өс йәштән алты йәки ете йәшкә тиклем балалар баҡсаһына йөрөргә мөмкин (мәктәпкәсә учреждение). Башланғыс белем баҫҡысы, 1-6 кластар, 11 йәшкә тиклем уҡыусыларҙы үҙ эсенә ала, урта белем — 17 йәшкә тиклем, уҡыусыларҙың барыһы ла тиерлек берҙәм милли тест үтә (ЕНТ), ул бер үк ваҡытта юғары уҡыу йортона инергә имтихан һәм мәктәп тамамлауҙа сығарылыш имтихандары булып тора.

Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы OECD фекере буйынса мәғарифтың ҡаҙаҡ системаһы илдең иҡтисади диверсификацияһы өсөн нигеҙ булып тора. Әммә дәүләттең бөтә тырышлығына ҡарамаҫтан, ул донъяла котировкаланмай, уның эшмәкәрлеге күп ҡыйынлыҡтар менән дауам итә. Ҡаҙағстан мәғариф системаһындағы төп проблемалар араһында OECD ойошмаһы төрлө категория уҡыусылар өсөн сифатлы белем алыуға тигеҙ хоҡуҡлы инеү мөмкинлеге булмауына, уҡыу йорттарының сикләнгән үҙаллылығына, уларҙы түбән финанслау кимәленә, студент заемдарының һөҙөмтәле системаһының булмауына һ.б. күрһәтә. Юғары уҡыу йорттарын эҙмә-эҙлекле үҙгәртеп ҡороу ынтылыштары был илдең бөтә мәғәриф системаһына хас булған фундаменталь етешһеҙлектәрҙе адекват рәүештә үтәргә мөмкинлек бирмәй[2].

Барлыҡҡа килеүе һәм эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Атырау нефть һәм газ институты

Советтар Союзы тарҡалыу менән Ҡаҙағстанда донъяның иң алға киткән дәүләттәре кимәленә тиклем бөтөн белем биреү комплексын эҙмә-эҙлекле рәүештә үҙгәртеп ҡороу эше башланып китә. Әммә 1991 йылда, илдә белем биреү сифаты финанс етмәү, дәүләт тарафынан яйға һалмау, белем биреү учреждениеларының милкен хосусилаштырыу һәм квалификациялы белгестәрҙең илдән китеүе тиҙ арала дегадрациялана башлай. Бының һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, илдең профессиональ училищеларҙың дөйөм һаны 40% кәмей[3].

Ҡаҙағстанда барлыҡ белем биреү процесстары дәүләт контролендә булһа ла, 1992 йылда шәхси мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге закон нигеҙендә рәсмиләштерелә. Ваҡыт үтеү менән дәүләт структуралары яйлап шәхси мәғариф секторы эшен тәьмин итә, мәктәп мөхитен компьютерлаштырыуҙы һәм заманса технологияларҙы яйға һала. Ҡаҙағстан хөкүмәте бының менән бергә Ҡаҙағстанда сит ил юғары уҡыу йорттары филиалдарын әүҙем йәйелдерә[3].

Үҙгәртеп ҡорорға ынтылғанда бер ни тиклем алға китеш булыуға ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстан мәғариф системаһы совет осоро өсөн хас булған ҡаты үҙәкләштерелгән идара итеү методтарының ауыр йөгөн үҙ өҫтөнә алыуын дауам итә. Ҡаҙағстан юғары белем биреү учреждениелары системаһы һаман да команда-административ методтар менән идара итә, был түбән һөҙөмтәлеккә һәм яуаплылыҡ булмауға килтерә[4]. Шул уҡ ваҡытта система эше тураһында ышаныслы мәғлүмәт етмәү һәм булмау уны үҫтерүҙең һәм камиллаштырыуының һөҙөмтәле сәйәсәтен эшләүҙе ҡыйынлаштыра. Ошоноң менән бәйле стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү, уларҙың үтәлешен баһалау һәм финанаслағанда өҫтөнлөктәрҙе билдәләү бик проблемалы була[5].

Бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстанда мәғариф системаһы үҫешендә этаптарға айырыла.

  • 1991—1994 йылдар — юғары белемдең закон сығарыу һәм норматив хоҡуҡи базаһын булдырыу
  • 1995—1998 йылдар — юғары белем системаһын модернизациялау, уның йөкмәткеһен яңыртыу (Республикала юғары белем биреүҙе реформалаштырыу 1995 йылдан алып интенсив үткәрелә башлай[6]).
  • 1999—2000 йылдар — идаралыҡты децентрализациялау һәм мәғарифты финанслау, мәғариф ойошмаларының академик азатлыҡтарын киңәйтеү.
  • 2001—2007 йылдар — юғары һәм урта белем биреү системаһының стратегик үҫеше.
  • 2010 йыл — Ҡаҙағстан Республикаһының өҙлөкһөҙ белем биреү системаһына «Үҙ үҙеңде танып белеү» уҡытыу предметын киң индереү башлана: балалар баҡсаһы – мәктәп – колледж – юғары уҡыу йорто. Педагогик вуздарҙа «Социальная педагогика и самопознание» һөнәрен индерәләр, уның сиктәрендә буласаҡ үҙ үҙен танып белеү уҡытыусылар әҙерлеге башлана.
  • 2005—2010 йылдар — баҙар иҡтисады шарттарына юғары белем биреү системаһын яраҡлаштырыу юлдарының оптималь юлдарын эҙләү.

Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы дәүләттәре менән сағыштырғанда, илдең йән башына эске тулайым продукт күләменә ҡарата Ҡаҙағстан мәғариф системаһына дәүләт һалыуҙары күләме маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, 2013 йылда ул йән башына эске тулайым продукттан (ЭТП) 0,3 % артмай, шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһында ул эске тулайым продукттан 1,4 % тәшкил итә, ә иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәре буйынса ул уртаса 1,6 % тәшкил итә[7]. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәт фондтарынан бүлеп бирелгән аҡса бик һөҙөмтәһеҙ бүленә һәм төрлө критерийҙар буйынса көтөлгән һөҙөмтәне тәьмин итә алмай[8].

«2005—2010 йылдарҙа Ҡаҙағстан Республикаһында мәғарифты үҫтереүҙең дәүләт программаһын» тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт бюджет сығымдарының тейешле күләме 330 812,0 миллион тенге аҡса планлаштырылған.

2004 йылда Мәғариф һәм фән министрлығының бюджеты 31 миллиард тенге, 2007 йылда 131,5 миллиард тенге тәшкил иткән.

2012—2014 йылдарҙа мәғариф һәм фәнгә сығымдар 1 132 миллиард тенге тәшкил итә, ә нәҡ:

  • 2012 йылда — 365 миллиард тенге[9]
  • 2011 йылда — 260 миллиард тенге

Ҡаҙағстан Республикаһының «2013—2015 йылдарҙа Республика бюджеты тураһында» Законына ярашлы 2013 йылда мәғарифҡа сығымдар 469,6 миллиард тенге тәшкил иткән[10].

Артабан «2011—2020 йылдарға Ҡаҙағстан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү дәүләт программаһы» ҡабул ителә, ул төп ике этапта тормошҡа ашырылырға тейеш: беренсе 2011—2015 һәм икенсе 2016—2020 йылдарҙа. Был программаны финанслау күләме 2011 йылдан 2013 йылға тиклем осорға 151,15 тенге тәшкил итә[11].

Ҡаҙағстанда белем биреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм белем биреү программалары буйынса Ҡаҙағстанда белем биреү дөйөм һәм һөнәри белем биреүгә бүленә. Белем биреүҙең түбәндәге кимәлдәре айырыла: мәктәпкәсә тәрбиә һәм уҡытыу, урта белем, юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң профессиональ белем биреү.

Ҡаҙағстанда урта белем биреү мотлаҡ һәм урта дөйөм, башланғыс професссиональ һәм урта профессиональ белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Беренсе синыфҡа балалар 6-7 йәштән ҡабул ителә. Ҡаҙағстан урта дөйөм белем биреү 3 баҫҡыстан тора: башланғыс (1-4 кластар), төп (5-9 кластар) һәм өлкән (10-12 класс)[12]. Айырыуса һәләтле уҡыусыларҙың потенциаль мөмкинлектәрен тулыһынса үҫтереү өсөн белем биреү программалары эшләнә, улар һәләтле балалар өсөн махсус мәктәптәрҙә тормошҡа ашырыла.

Ҡаҙағстанда башланғыс профессиональ белем биреү профессиональ мәктәптәрҙә һәм төп дөйөм белем биреү лицейҙары базаһында 2-3 йылда башҡарыла. Урта профессиональ белемде төп дөйөм белем биреү мәктәптәре базаһында колледждарҙа һәм училищеларҙа конкурс нигеҙендә 3-4 йылда алалар.

Ҡаҙағстанда урта белем сифаты сағыштырмаса юғары түгел. Мәҫәлән, уҡыусыларҙың белем ҡаҙаныштарын баһалау буйынса халыҡ-ара программа мәғлүмәттәренә ярашлы 2014 йылда Ҡаҙағстан мәктәптәрен тамамлаусылар йән башына тулайым эске продукттың шундай уҡ кимәле булған илдәрҙә белем алған йәштәштәренән ныҡ ҡалыша. Төркиә йәки Рәсәй уҡыусыларын әҙерләү кимәленең математика, табиғи фәндәр һәм уҡыу кеүек фәндәр буйынса Ҡаҙағстандан күпкә өҫтөнөрәк булыуы асыҡлана. Әммә, Ҡаҙағстан мәғарифының "Үҙ-үҙеңде танып белеү" предметы булыуы ҙур айырма булып тора, унда уҡыусылар рухи-әхлаҡи белем ала.[13].

Ҡаҙағстанда юғары белем урта белем нигеҙендә алына. Юғары уҡыу йортона инеү өсөн мәктәпте тамамлаусылар сығарылыш имтихандары һәм берҙәм милли тест (ЕНТ) йәки комплекслы тест (уҙған йылғы сығарылыш синыфтары өсөн) үткәреү рәүешендә тапшыра. Ҡаҙағстан граждандары конкурс нигеҙендә сит илдә уҡыу өсөн халыҡ-ара «Болашак» стипендияһын алырға хоҡуҡлы. Вузды тамамлау менән сығарылыш уҡыусыһы бакалавр (4 йыл), белгес (5 йыл) йәки магистр (6 йыл) дәрәжәһен ала. Икенсе юғары белем Ҡаҙағстанда тиҙләтелгән уҡыу ваҡыты менән түләүле (2-3 йыл).

Юғары уҡыу йортонан һуңғы белем

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙағстанда юғары уҡыу йортонан һуң белем алыу өсөн белгес йәки магистр дәрәжәһенә эйә булыр кәрәк. Ғилми кадрҙарҙы әҙерләү вуздарҙың магистратурһында, адъюнктураһында (хәрби, юридик) һәм докторантураһында башҡарыла. Ҡаҙағстан граждандары сит илдә уҡыу өсөн конкурс нигеҙендә халыҡ-ара «Болашак» стипендияһын алырға хоҡуҡлы. Магистратурала һәм адъюнктурала уҡыу ваҡыты 1-1,5 йыл, докторантурала 3 йыл тәшкил итә. Медицина юғары уҡыу йортонда академик кимәл — клиник һөнәрҙәр буйынса резидентура бар (52). 2019 йылдан резидентура мотлаҡ була һәм уға база медицина белем алыуын тамамлағандан һуң инергә була (бакалавриат+интернатура).

«Мәғариф тураһында» закон буйынса Ҡаҙағстанда бушлай урта һәм башланғыс һөнәри белем алыу, шулай уҡ әгәр граждан тәүге тапҡыр белем алһа, конкурс нигеҙендә дәүләт гранттары буйынса түләүһеҙ урта һөнәри белем алыу, юғары һәм юғары уҡыу йортонан һуң белем алыу гарантиялана. Бынан тыш, конкурс нигеҙендә дәүләттең белем алыу кредитын бирелә. Конкурс ЕНТ һөҙөмтәләре йәки комплекслы тестар буйынса бирелгән сертификаттарҙың баллдары нигеҙендә үткәрелә. Грант алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа «Алтын белгі» тамғаһына эйә булғандар, шулай уҡ халыҡ-ара һәм республика конкурстарында, ярыштарында һәм олимпиадалында еңеүселәр эйә. Шулай уҡ, 2012 йылда кешенең гармониялы үҫеше өсөн «Үҙ үҙеңде танып белеү» гуманитар колледжы әҙерләгән дипломлы үҙ-үҙеңде танып белеү педагогтарының беренсе сығарылышы булды.

Ҡаҙағстанда даими йәшәгән сит ил кешеләре һәм гражданлығы булмаған кешеләр Ҡаҙағстан Республикаһы законы, халыҡ-ара килешеүҙәр, шулай уҡ Ҡаҙағстан мәғариф ойошмалары менән контракттар буйынса билдәләнгән тәртиптә Ҡаҙағстан Республикаһы граждандары менән бер рәттән белем алыу хоҡуғына эйә.

XX быуат башында күпселек ҡаҙаҡ балаларын ауыл мәҙрәсәләрендә уҡытыу мөмкинлеге була. 1916 йыл алдынан Ҡаҙағстан территорияһында барлығы бер нисә рус һәм рус-ҡаҙаҡ мәктәбе була.

Советтар Союзынан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Ҡаҙағстан мәғариф өлкәһендә реформалар башлай[6].

Иҡтисади депрессия мәғарифҡа дәүләт сығымдарын кәметергә мәжбүр итә. Ул саҡта сығымдарҙың кәмеүе 1991 йылда йән башына эске тулайым продукттан 6 проценттан 1994 йылда яҡынса 3 % кәмей. Уҡытыусылар әҙ эш хаҡы ала. 1993 йылда 30 000 ашыу уҡытыусыларҙың (1990 йылда бөтә уҡытыусыларҙың етенсе өлөшө) күбеһе килемле эш эҙләп, уҡытыуҙы ташлай.

1994 йылда Ҡаҙағстанда 8 575 мәктәп була, уларҙа яҡынса 3,2 миллион уҡыусы уҡый, һәм 244 махсус уҡыу йорттарында 222 000 уҡыусы уҡый. 1992 йылда 51 процент бала 8 500 мәктәпкәсә учреждениеларҙы урынлаша. 1994 йылда илдең 61 юғары уҡыу йортона яҡынса 100 272 уҡыусы уҡырға инә. Студенттарҙың 54 % ҡаҙаҡ һәм 31 % урыҫ була.

1995 йылғы Ҡаҙағстан Конституцияһы урта белем алыуҙы мотлаҡ тип раҫлай. Юғары уҡыу йортона инеү конкурс нигеҙендә үьткәрелә. Шәхси мәктәптәр уҡыусыларҙың яҡынса 5 % һыйҙыра, әммә уларҙың эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан көйләнә.

2000 йылда Ҡаҙағстан хөкүмәте Тажикстан һәм Ҡырғыстан хөкүмәте менән берлектә Үҙәк Азияның беренсе халыҡ- ара юғары белем институтын (University of Central Asia (UCA) ойоштороу өсөн Аға хан IV менән берләшә. Университеттың 3 кампус фаразлана, Ҡаҙағстан кампусы Алматынан 3 сәғәтлек юлда Текелиҙа төҙөлә.

2003 йылда Азия үҫеш банкы илде $ 600 000 ассигнациялай, Ҡаҙағстанда техник тәьмин итеү гранты шулай була. АҠШ 137 Донъя корпусы бүлеп биргән, ул 2004 йылдан мәғариф өлкәһендә хөкүмәттеке булмаған ойошма булараҡ эшләгән.

2006 йылдың 12-13 октябрендә Кондолиза Райс Ҡаҙағстанға килә. Шул саҡта ул: «Теләһә ҡайһы төбәктең киләсәге мәғариф кимәленә бәйле, был минең Ҡаҙағстанға дүртенсе килеүем, Атырау һәм Алматыға барҙым һәм һеҙҙең милләттең юғары белем кимәлен күрҙем, һәм был теләһә ҡайһы илдең уңышына асҡыс булып тора», - тей.

Халыҡ-ара «Білім-Инновация» йәмәғәт фонды етәкселеге аҫтында: 28 ҡаҙаҡ-төрөк лицейы, Сөләймән Демирель исемендәге университет, Тараз ҡалаһында Жамбыл инновацион юғары колледж, Сөләймән Демирель исемендәге колледж-лицей, халыҡ-ара “Galaxy" мәктәбе, халыҡ-ара «Нур-Орда» мәктәбе урынлашҡан.

Белем биреү телдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1999/2000 уҡыу йылында — республиканың 3,5 миллион уҡыусыһынан 1,6 миллион уҡыусы ҡаҙаҡ телендә уҡый (50,6 %), 1,5 миллион — урыҫ (45 %) телендә, 80 мең — үзбәк (2,3 %), 23 меңе — уйғыр (0,6 %), 2,5 меңе — тажик (0,07 %) һәм меңдән ашыуы башҡа телдәрҙә уҡый[14].

Ҡаҙаҡ телендә уҡытыу менән мәктәпкәсә балалар ойошмалары һаны тулайым ил буйынса шундай уҡ ойошмаларҙың дөйөм һанынан 2000 йылға 25 % (1158) артмай. (1,5 миллион — урыҫ телендә (45 %), 80 мең — үзбәк (2,3 %), 23 меңе — уйғыр (0,6 %), 2,5 меңе — тажик (0,07 %) һәм меңдән ашыуы — башҡа телдәрҙә)[14].

Студенттар һаны ҡаҙаҡ теле менән уҡытыу бүлектәрендә 2000 йыл яҡынса 32 % (300 85) тәшкил итә, (рус бүлеге студенттарының һаны — яҡынса 68 % (181 000)).[14]. 2009 йылда баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәр буйынса, юғары уҡыу йорттарының дөйөм студенттар (634 мең) һанынан 322 мең урыҫ телендә (50,7 %), ҡаҙаҡ телендә 302 мең (47,6 %), инглиз телендә 10 мең (1,6 %) уҡый[6].

2001/2002 уҡыу йылынан алып 2005/2006 уҡыу йылына тиклем осорҙа урыҫ телендә белем биреүсе мәктәптәр 303-гә, ҡатнаш урыҫ-ҡаҙаҡ мәктәптәре 5-кә кәмегән, ҡаҙаҡ теле менән уҡытыу мәктәптәре — 46-ға артҡан. Ҡаҙаҡ телендә уҡытылған юғары уҡыу йорттары студенттары өлөшө, шул уҡ осоро менән 31,5 проценттан 42,6 процентҡа артҡан.

2009 йылда баҫылып сыҡҡан мәғлүмәттәр буйынса, бюджет мәктәптәренең 2,546 млн уҡыусыһынан ҡаҙаҡ телендә 1,543 млн (60,6 %) уҡый, урыҫ телендә — 0,904 миллион (35,5 %), үзбәк телендә — миллион 0,079 (3,1 %)[15]. Ҡаҙаҡ телендә уҡытыу мәктәптәре һаны әкренләп арта[14].

2009 йылдың 26 октябренә ҡарата Ҡаҙағстандың 61 % мәктәп уҡыусыһы һәм 48 % студенты ҡаҙаҡ телендә уҡый[16].

Ҡаҙағстан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Ж.Туймебаев, үҙенең 2010 йылда биргән интервьюһында урыҫ мәктәптәренең ябылыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе былай тип аңлата: «Баланы урыҫ йәки ҡаҙаҡ мәктәбенә бирергә икәнен тик ата-әсә генә һайлай. Дәүләт мәктәптәрҙе махсус япмай. Урыҫ мәктәптәре, йәғни барлыҡ урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр республикала яҡынса 30 процент. Килешәһегеҙҙер, улай уҡ аҙ ҙа түгел».

2010 йылдың 26 июлендә ҠР Мәҙәниәт министры Мөхтәр Ҡол-Мөхәммәт хәбәр итеүенсә, Ҡаҙағстан тарихы илдең юғары уҡыу йорттарында бары тик ҡаҙаҡ телендә генә уҡытыласаҡ[17].

2011 йылдың 18 ғинуарында статистика буйынса ҠР агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡыу йылы башына ҡаҙаҡ телендә уҡыған студенттарҙың һаны 319 940 кеше тәшкил итә, был һан яҡынса 52 % тиң[18].

Йәш ҡаҙаҡтар дәүләт телен белмәйенсә белем алыу гранттарын алыу, дәүләт учреждениеларында, хеҙмәттәр өлкәһендә, суд һәм хоҡуҡ өлкәһендә карьера яһау мөмкин түгеллеген аңлай[19].

Белем биреү башлыса урыҫ һәм ҡаҙаҡ телендә алып барыла. Ҡаҙағстанда өс төр милли мәктәп бар: үзбәк, уйғыр һәм тажик. Уларҙың сығарылыш уҡыусылары берҙәм тест эштәрен тик ҡаҙаҡ йәки урыҫ телендә тапшырыу хоҡуғына эйә.

2014 йылда 2,5 миллион уҡыусыларҙан ҡаҙаҡ телендә 1,7 миллион кеше уҡыған (68 %), ә урыҫ телендә — яҡынса 800 мең (32 %). Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡаҙағстан вуздарында студенттар 62,7 % ҡаҙаҡ телендә уҡый, ә 34,3 % — рус телендә[20].

  • Список высших учебных заведений Казахстана
  • Болашак
  • Казахская интеллигенция
  1. Статья 1 Закона Республики Казахстан «Об образовании»
  2. OECD. Executive summary // Higher Education in Kazakhstan 2017. — Paris: OECD Publishing, 2017. — P. 15—17. — ISBN 978-92-64-26853-1.
  3. 3,0 3,1 D. Kassymova, Z. Kundakbayeva, U. Markus. Education // Historical Dictionary of Kazakhstan. — Lanham, Toronto, Plymouth: The Scarecrow Press, Inc, 2012. — P. 90. — (Historical Dictionaries of Asia, Oceania, and the Middle East). — ISBN 978-0-8108-7983-6.
  4. OECD. The persistence of practices from an era of central planning and control result in inefficiency and diminished performance by higher education institutions // Higher Education in Kazakhstan 2017. — Paris: OECD Publishing, 2017. — P. 21. — ISBN 978-92-64-26853-1.
  5. OECD. Significant gaps in the availability and use of data inhibit evidence-based and improvement-oriented policy making // Higher Education in Kazakhstan 2017. — Paris: OECD Publishing, 2017. — P. 22. — ISBN 978-92-64-26853-1.
  6. 6,0 6,1 6,2 Образование в Казахстане 2021 йыл 13 май архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  7. OECD. Public spending on higher education is persistently well below international levels and that of peer nations // Higher Education in Kazakhstan 2017. — Paris: OECD Publishing, 2017. — P. 20. — ISBN 978-92-64-26853-1.
  8. OECD. Public spending is poorly targeted, both with respect to students and higher education institutions // Higher Education in Kazakhstan 2017. — Paris: OECD Publishing, 2017. — P. 20. — ISBN 978-92-64-26853-1.
  9. Казахстан резко увеличит расходы на образование и здравоохранение: Бизнес новости, 27 августа 2011. Дата обращения: 22 декабрь 2011. Архивировано 1 сентябрь 2011 года. 2011 йыл 1 сентябрь архивланған.
  10. http://www.predictor.kz/?p=452 Архивная копия от 3 июнь 2013 на Wayback Machine Анализ расходов республиканского бюджета на образование в 2013 году
  11. Государственная программа развития образования Республики Казахстан на 2011—2020 годы. Дата обращения: 15 ғинуар 2019. Архивировано 15 ғинуар 2019 года. 2019 йыл 15 ғинуар архивланған.
  12. Когда в Казахстане введут 12-летнее образование. Дата обращения: 21 сентябрь 2019. Архивировано 21 сентябрь 2019 года.
  13. OECD. Skills outcomes in Kazakhstan // Higher Education in Kazakhstan 2017. — Paris: OECD Publishing, 2017. — P. 57. — ISBN 978-92-64-26853-1.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Указ Президента Республики Казахстан от 7 февраля 2001 года № 550 О Государственной программе функционирования и развития языков на 2001—2010 годы(недоступная ссылка)
  15. Савин И. С. Этичность как фактор повседневной жизни в сельских районах Южного Казахстана «Неприкосновенный запас», 2009, № 4, с. 281—301
  16. http://pda.zakon.kz/152646-proekt-doktriny-nacionalnogo-edinstva.html (недоступная+ссылка)
  17. Интернет газета Диапазон | История Казахстана в вузах страны будет преподаваться на госязыке(недоступная ссылка)
  18. Численность студентов, обучающихся на государственном языке, в республике составляет 319 940 человек | Информационный портал ZAKON.KZ 2014 йыл 26 август архивланған.
  19. Идейная консолидация казахстанского общества. Ч.2 | contur.kz
  20. Батька — не Елбасы. Шесть различий политических режимов Беларуси и Казахстана. Дата обращения: 6 август 2016. Архивировано 11 август 2016 года. 2016 йыл 11 август архивланған.

движение по спирали — Алматы, «Ақ Шағыл». 2015—276 с.