Эстәлеккә күсергә

Азия үҫеш банкыһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азия үҫеш банкы
Эшмәкәрлеге

төбәк үҫеш банкы

Нигеҙләнғе йылы

22 август 1966

Урынлашҡан урыны

Филиппин Манила, Филиппин

Төп фигуралары

Япония Такэхико Накао (президент)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

яҡынса 3000 кеше

Сайт

adb.org

Азия үҫеш банкы
Азия үҫеш банкы дәүләт-ҡатнашыусылары

Азия үҫеш банкы (ингл. Asian Development Bank) — тура займдар һәм техник булышлыҡ аша Азияла һәм Алыҫ Көнсығышта иҡтисадты үҫтереүгә стимул биреү маҡсатында 1966 йылда нигеҙләнгән банк.

Штаб-фатиры Манила (Филиппин) ҡалаһында урынлашҡан. 2013 йылдың 28 апреленән Такэхико Накао Азия үҫеш банкының Президенты булып тора.

Азия үҫеш банкының займдарына ҡатнашыусы-илдәрҙең хөкүмәттәре менән бер рәттән юридик шәхестәр ҙә дәғүә итә ала. Бер кредиттың уртаса суммаһы 15 млн АҠШ доллары тәшкил итә, ҙурыраҡ кредиттарҙы (50 млн АҠШ долларына тиклем) банк бик һирәк бирә. Мәҫәлән, 2015 йылдың 20 авгусында Азия үҫеш банкы алдан тәнгәне девальвацилау тураһында иғлан иткән Ҡаҙағстанға 1 млрд АҠШ доллары суммаһына кредитты хуплай, был милли валютаның ирекле курсы урынлашҡандан һуң иҡтисади эҙемтәләрен кәметергә тейеш[1].

2014 йылда бирелгән кредиттарҙың дөйөм күләме $22.9 миллиард доллар тәшкил итә[2].

Өҫтөнлөклө аҡса һалыу өлкәләре — транспорт һәм элемтә, сәнәғәт, энергетика, ауыл хужалығы, финанс секторы.

Кредиттар ике фондтан — ябай һәм махсус фондтарҙан бирелә. Тәүгеһе коммерция шарттарында, йәғни сауҙа процент иҫәбенә һәм ҡыҫҡараҡ осорға, йыш ҡына 15-25 йылға бирелә. Махсус фонд оҙайлы кредитлауға — 25-40 йыл осорға тәғәйенләнгән һәм льготалы процентлы ставка (1-3 %) менән бирелә. Льготалы осор ябай фондтан алынған кредиттарға 3-5 йыл, ә махсус фондтан — ҡағиҙә булараҡ 10 йыл тәшкил итә. Азия үҫеш банкының ағза- илдәргә ярҙам итеүҙә кредиттан башҡа ҡоралдар иҫәбенә техник ярҙам күрһәтеү, гарантия биреү һәм акцияларын һатып алыу инә.

2006 йылда банк «азия валюта берәмеге»н индерә, ул төбәктәге 13 дәүләттең аҡса берәмеге котировкаларын сағылдыра, һәм ваҡыт үтеү менән евро валютаһының аналогына әйләнеп китеүе мөмкин.

Банктың аҡсаһы ағза илдәренең взностары (банктың устав капиталының 7 %, йәғни яҡынса 55 млрд доллар тәшкил итә), халыҡ-ара облигациялар баҙарында үҙләштереү һәм кредитлау килеме иҫәбенә формалаша.

Билдәле проекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Транс-Афғанстан нефть үткәргесе
  • Индонезияла ер тетрәүҙәр һәм цунами булған осраҡта ашығыс ярҙам күрһәтеү проекты
  • Меконг йылғаһын файҙаланыу буйынса төбәк программаһы.
  • Филиппинда фәҡирлеккә ҡаршы көрәшеү өсөн шәхси секторҙың стратегик хеҙмәттәшлеге, һ. б.

Төбәк ағзалары (48)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австралия Австралия (1966) Афғанстан Афғанстан (1966) Бангладеш Бангладеш (1973) Бутан Бутан (1982)
Бруней Бруней (2006) Вануату Вануату (1981) Вьетнам Вьетнам (1966) Гонконг Гонконг (1969)
Грузия Грузия (2007) Индонезия Индонезия (1966) Камбоджа Камбоджа (1966) Кирибати Кирибати (1974)
Корея республикаһы Корея республикаһы (1966) Кук Утрауҙары Кук Утрауҙары (1976) Көнсығыш Тимор Көнсығыш Тимор (2002) Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан (1994)
Ҡырғыҙстан Ҡырғыҙстан (1994) Ҡытай Ҡытай (1986) Лаос Лаос (1966) Малайзия Малайзия 1966)
Мальдив Республикаһы Мальдив Республикаһы (1978) Маршалл Утрауҙары Маршалл Утрауҙары (1990) Федеративные Штаты Микронезии Микронезия (1990) Монголия Монголия (1991)
Мьянма Мьянма (1973) Науру Науру (1991) Непал Непал (1966) Самоа Самоа (1966)
Сингапур Сингапур (1966) Соломон Утрауҙары Соломон Утрауҙары (1973) Пакистан Пакистан (1966) Палау Палау (2003)
Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея (1971) Тажикстан Тажикстан (1998) Таиланд Таиланд (1966) Ҡытай Республикаһы Ҡытай Республикаһы (1966)
Тонга Тонга (1972) Тувалу Тувалу (1993) Төркмәнстан Төркмәнстан (2000) Үзбәкстан Үзбәкстан (1995)
Филиппин Филиппин (1966) Фиджи Фиджи (1970) Һиндостан Һиндостан (1966) Шри-Ланка Шри-Ланка (1966)
Әзербайжан Әзербайжан (1999) Әрмәнстан Әрмәнстан (2005) Яңы Зеландия Яңы Зеландия (1966) Япония Япония (1966)

Төбәктә урынлашмаған ағзалар (19)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австрия Австрия (1966) Америка Ҡушма Штаттары АҠШ (1966) Бельгия Бельгия (1966) Бөйөк Британия Бөйөк Британия (1966)
Германия Германия (1966) Дания Дания (1966) Испания Испания (1986) Ирландия Ирландия (2006)
Италия Италия (1966) Канада Канада (1966) Люксембург Люксембург (2003) Нидерланд Нидерланд (1966)
Норвегия Норвегия (1966) Португалия Португалия (2002) Төркиә Төркиә (1991) Финляндия Финляндия (1966)
Франция Франция (1970) Швейцария Швейцария (1967) Швеция Швеция (1966)
  1. Азиатский банк развития. Азиатский банк развития одобрил кредит в $1 млрд Казахстану (21 август 2015).
  2. ADB. ADB $1 Billion Loan to Help Kazakhstan Counter Economic Slowdown, ADB (21.08.2015).