Ҡолжа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡолжа
Рәсем
Рәсми атамаһы 伊宁市, غۇلجا شەھىرى һәм قۇلجا قالاسى
Дәүләт  Ҡытай
Административ үҙәге Или-Казахский автономный округ[d]
Административ үҙәк Herembagh Subdistrict[d]
Административ-территориаль берәмек Или-Казахский автономный округ[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Халыҡ һаны 526 745 кеше (2012)
Административ рәүештә бүленә Saybuyi Subdistrict[d], Döngmehelle Subdistrict[d], Ili Deryasi Road Subdistrict[d], Qazanchi Subdistrict[d], Döletbagh Subdistrict[d], Chongköwrük Subdistrict[d], Herembagh Subdistrict[d], Azatliq Road Subdistrict[d], Yining Border Economic Cooperation Zone[d], Bayanday[d], Yëngiyer[d], Xenbing Township[d], Tashköwrük Township[d], Qaradöng Township[d], Toghraq Township[d], Këpekyüzi Township[d], Dadamtu[d] һәм Penjim[d]
Майҙан 644,01 км²
Почта индексы 835000
Рәсми сайт yining.gov.cn
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 0999
Номер тамғаһы коды 新F
Карта
 Ҡолжа Викимилектә

Ҡолжа (уйғ. غۇلجا, Ғулҗа, ҡаҙ. قۇلجا Құлжа, йәки Ини́н (ҡыт. упр. 伊宁, пиньинь: Yíníng) — Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округындағы ҡала өйәҙе, автономиялы округтың халыҡ хөкүмәте урынлашҡан урын.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Или йылғаһының төньяҡ ярында, Ҡаҙағстандың Алматы өлкәһенән Ҡытай сигенән яҡынса 100 км көнсығышҡа табан, Ҡолжа тигеҙлегендәурынлашҡан. Бында — башлыса ҡоро Шеңжан төбәгенең иң юғары дымлылыҡҡа эйә урыны.

Ҡолжа ҡала өйәҙенән көнсығышҡа табан Ҡолжа өйәҙе, көнбайышта — Хочэн өйәҙе, көньяҡта — Чапчал-Сибо автономиялы өйәҙе урынлашҡан.

Автотранспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Годао 218 (Инин — Жоцян)
  • Годао 312 (Шанхай — Инин)

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат рус әҙәбиәтендә Ҡолжа (Инин) ҡалаһы ҡайһы берҙә «Иҫке Ҡолжа» йәки «таранчин Ҡолжаһы» тигән исем аҫтында барлыҡҡа килә, ә төньяҡ-көнбайышҡа табан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Хуэйюань ҡалаһы «яңы Ҡолжа» йәки «ҡытай Ҡолжаһы» тип атала. Ул осорҙа «тарансылар Ҡолжаһы» (йәғни тарансылар — игенсе уйғырҙар) сауҙа үҙәге, ә 1762 йылда нигеҙләнгән һәм сик һыҙығына яҡыныраҡ урынлашҡан «Ҡытай Ҡолжаһы» — төбәктәге ҡәлғә һәм Ҡытай хакимиәте үҙәге булған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолжа. Дунганда мәсет манараһы, 1880-се йылдар

Или уйһыулығының тау көтөүлектәре борондан күсмә халыҡтарҙы йәлеп иткән. «Ҡолжа» тигән исем тәүге тапҡыр Төрки ҡағанаты дәүерендә барлыҡҡа килә.

Уйғыр ҡәбиләләре Пен Текин етәкселегендә көнбайышҡа киткәс, улар менән уйғыр ҡәбилә союзына ингән Яғлаҡар ҡәбиләһенең бер өлөшө лә китә.

XIII быуатта Сыңғыҙхандың улы Сығатай бында үҙенең биләмәләренең баш ҡалпһын урынлаштыра.

Жунгар ханлығы осоронда Или үҙәнендә жунгар хунтайжиҙарының (эре феодалдар) ставкаһы торған.

Пекин хакимлығына был ерҙәр XVIII быуат уртаһында Өсөнсө ойрат-манчжур һуғышы йомғаҡтары буйынса күсә. Күп йылдар буйына Ҡолжа Цинь Шеңжанының (һүҙмә-һүҙ «Яңы сиктәр») административ һәм хәрби баш ҡалаһы булған.

XIX быуаттың уртаһында Етеһыу, Рәсәй йоғонтоһо таралыуға ҡарамаҫтан, Ҡолжа Рәсәй менән Ҡытай араһында мөһим сауҙа үҙәгенә әүерелә. 1851 йылда был төбәктә ике империя подданныйҙары араһында сауҙа итеүҙе законлаштырған Ҡолжа килешеүе төҙөлгән.

Ҡала 1864—1866 йылдарҙа уйғыр-дунған ихтилалы ваҡытында емерелә. Ҡолжа, бөтә Или солтанлығы, 1871 йылда Рәсәй ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына; 1881 йылда Ҡытайға кире ҡайтарыла, шунан һуң бик күп Или уйғырҙары (45 меңгә яҡын кеше) һәм дунгандар (4,6 меңгә яҡын) Рәсәй биләмәләренә (бөгөнгө көньяҡ-көнсығыш Ҡаҙағстан һәм төньяҡ Ҡырғыҙстан) күсенә.

1884 йылда Цинь хөкүмәте Шеңжан провинцияһын ойоштора, Ҡолжа тирәһендәге территория Нинъюань өйәҙенә (宁远县) әйләнә. Синьхай революцияһынан һуң 1913 йылда Нинъюань өйәҙе Инин өйәҙе (伊宁县) тип үҙгәртелә. 1944 йылда Или ихтилалынан һуң Ҡолжа Көнсығыш-Төркөстан революцион республикаһының баш ҡалаһы була.

1952 йылда Инин өйәҙенең биш районынан Инин ҡала өйәҙе (Ҡолжа ҡалаһы) ойошторола. 1954 йылда Или-Ҡаҙаҡ автономиялы округы ойошторола, һәм Инин уның баш ҡалаһы булып китә.

1997 йылда Ҡолжала уйғыр халҡының сыуалыштары була.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолжаның ҡала өйәҙе халҡының төп өлөшө — йыл һайын илдең көнсығышындағы этник ханьдарҙың ағымы көсәйһә лә, уйғырҙар, дунгандар һәм ҡаҙаҡтар. Ҡала эргәһендә — малсылыҡ менән шөғөлләнгән маньчжур (сибо) һәм монгол ауылдары. XIX—XX быуаттарҙа Ҡолжала, 1917 йылғы Октябрь революцияһына бәйле, Рәсәй империяһынан сыҡҡан татар интеллигенцияһы һәм сауҙагәрҙәренең йоғонтоһо көслө була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, XX быуаттың тәүге яртыһында ҡала халҡының өстән бер өлөшөн татарҙар тәшкил иткән. Татарҙар Ҡолжала тәүге яңы ысуллы (йәдитселек) мәктәптәре төҙөй, ул һуңынан уйғыр, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ мәктәптәренә нигеҙ һала.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡолжа ҡала өйәҙе 8 урам комитетына, 1 ҡасабаға һәм 8 улусҡа бүленә.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инин керамик продукция, шул иҫәптән Үҙәк Азияға һәм Рәсәйгә сығарылған кафель плитка етештереү үҙәге булып тора[1].

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авиатранспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Инин (аэропорт)

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сталин урамы[2].

Топографик карталары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лист карты K-44-7 Кульджа. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1980 год. Издание 1982 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Из китайского Или в Алматы отправился первый спецсостав с кафелем. Жэньминь Жибао. Дата обращения: 10 апрель 2021. Архивировано 10 апрель 2021 года.
  2. Китай и «вождь народов» — Столетие. RU. Дата обращения: 24 май 2011. Архивировано 27 август 2016 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]