Ҡолтай
Ҡолтай | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Култаевское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Култаевское сельское поселение[d] |
Халыҡ һаны | 8476 кеше (2021)[2] |
Почта индексы | 614520 |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1623 |
Ҡолтай (рус. Култаево) — Түбәнге Мол (Кама ҡушылдығы) һәм Сарабаиха (Түбәнге Мол ҡушылдығы) йылғаларында урынлашҡан ғәйнә башҡорттары ауылы[3], Пермь крайы Пермь районының Ҡолтай ауыл биләмәһе үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолтай ауылы тураһында мәғлүмәт 1623—1624 йылғы яҙма сығанаҡтарҙа Польская булараҡ осрай. 1647 йылда ауылда йәшәүселәрҙең фамилияһы буйынса Усольцево ауылы һәм Ҡолтай яланы тип йөрөтөлә. 1870 йылда ауылға әйләндерелә. 1662—1664 йылдарҙа Башҡорт ихтилалдары осоронда биләмәгә «татарҙар» һөжүм итә һәм бер нисә ғаиләне тулыһынса һуйып сыға. Пугачев бунты осоронда, 1773 йылдың 29 декабрендә Ҡолтай ауылы баш күтәреүселәр ҡулында була, отставкалағы һалдат Андрей Бырылов пугачевсыларҙа агитатор булып йөрөй, һуңынан хөкүмәт ғәскәрҙәре яҡлылар ҡулына әсирлеккә эләгеп, һәләк була[4].
1816 йылда Ҡолтай ауылында — 229, 1834 йылда 576 башҡорт йәшәй. Ауылдың мәсете, үҙ тирмәне була. Ғәйнә улусы башҡорттарының ерҙәрен яйлап тоҙ сәнәғәтселәре Строгановтар баҫып ала башлай. Шуға күрә башҡорттар йылға тамағына табан күсенеп, яңы Ҡолтай ауылына (Башҡултай) нигеҙ һала. Бында ла уларҙы тыныслыҡта ҡалдырмағас, Ҡолтайҙың улы Шиғыр Ҡолтаев Мәскәүгә Федор батшаға барып, ергә һаҡ грамотаһы алып ҡайта. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Строгановтар тағы ла ғәйнә башҡорттарын ҡыҫырыҡлай башлай һәм улар көньяҡҡараҡ күсенергә мәжбүр була. Шиғыр Ҡолтаевтың улы Тасим Мәмәтов Ҡуян йәки Тасим ауылына нигеҙ һала. 1701 йылда ул ғәйнә башҡорттарының ергә хоҡуғын раҫлаған грамота алып ҡайта[3].
1929 йылдың 25 ноябрендә Сталин исемендәге колхоз ойошторола, ул 1934 йылдың 10 февралендә тарҡатыла һәм 1950 йылдың 30 июнендә ҡабаттан эреләтелә.
1961 йылдың ноябренән «Россия» колхозы эшләй, ул 1967 йылдың 25 майында Ленин ордены менән бүләкләнә. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан алып ауылда яңы йорттар төҙөлә, һуңғы йылдарҙа коттедж тибындағы торлаҡҡа өҫтөнлөк бирелә.
Ҡолтай 1924 йылдың 27 декабренән Ҡолтай районы үҙәге була, шул ваҡыттан 2006 йылға тиклем Ҡолтай ауыл Советы үҙәге булып та тора[4].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолтай I һәм II биләмәләре, Ҡолтай III һәм IV ауылы археологик ҡомартҡылары.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1869 йыл — 294 кеше
- 1926 йыл — 503 кеше
- 2013 йыл — 5067 кеше
- 2020 йыл — 89 653 кеше
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
4343 | ↗5067 |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Разинская Виктория Дорофеевна (1949 йыл), философия фәндәре кандидаты, доцент.
- Шумилов Евгений Николаевич (1951 йыл), Рәсәй тарихсыһы-медиевисы, тарих фәндәре кандидаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 4,0 4,1 Култаево, Пермский район, село(недоступная ссылка)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ ВПН-2010. Численность и размещение населения Пермского края . Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Култаево, Пермский район, село(недоступная ссылка)
- Шумилов Н. Е. Населённые пункты Пермского края: Краткий исторический справочник. — Пермь.