Ҡолһарин Ғибат Ғәли улы
Ҡолһарин Ғибат Ғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 1906 |
Тыуған урыны | Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 1965 |
Вафат булған урыны | Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | Сержант |
Ғәскәр төрө | Украинский фронт[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡолһарин Ғибат Ғәли улы (1906 йыл, БАССР, Бөрйән районы, Тарыуал ауылы — 1965 йыл, БАССР, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы) — сержант. 1-се Украина фронтының 10-сы Айырым Армия трофей батальоны 5-се гвардия армияһының взвод командиры ярҙамсыһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры [1] (1945). «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[2] (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡолһарин Ғибат Ғәли улы 1906 йылда Бөрйән районының Яңы Тарыуал ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың 2 июлендә Ҡыҙыл Армия сафына Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1-се Украина фронтының 10-сы Айырым Армия трофей батальоны 5-се гвардия армияһының ат тотоусыһы булып хеҙмәт итә башлай. Мәскәү, Сталинград, Курск, Белгород һәм Полтава янында Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнашып, биш тапкыр яралана. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң демобилизацияланғас, Бөрйән районына ҡайта. Иҫке Собханғол ауылында май һығыу цехы шофёры, эшселәрҙе тәьмин итеү бүлегендә йөк ташыусы булып эшләй. Өйләнә, алты балаһы була. 1965 йылда вафат була.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың декабренән батальонда хеҙмәт итә, намыҫлы, тырыш, хәрби заданиеларҙы теүәл үтәүсе яҡшы яугир була. 1944 йылдың ноябрендә яңғыҙы бер көн эсендә бер вагон металл һынығын тейәй. 1945 йылдың 27 мартында Яуер ҡалаһы янында немец разведкаһына юлыға, алышҡа инә һәм ике немец һалдатын юҡ итә. Апрель айында алғы һыҙыҡтан 200 метр алыҫлыҡта дошман уты аҫтында үҙенең йөк арбаһында Гучдорфҡа 27 тонна шәкәр сығара. "Өлгөлө эше һәм тәртибе өсөн иптәш Ҡолһарин ат тотоусынан взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. «2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ», — тип яҙа уның тураһында 10-сы Айырым Армия трофей батальонының 5-се гвардия армияһы майоры Лагутин.
СССР Юғары Советы Президиумы исеменән фронтта командованиенең хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 10-сы айырым армия трофей батальонының взвод командиры ярҙамсыһы Ҡолһарин Ғибат Ғәли улы 1945 йылдың июнендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1945)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кульсарин Гибат Галиевич (недоступная ссылка)
- Кульсарин Гибат Галиевич (недоступная ссылка)