Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы
Һөнәр төрө бухгалтер
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы (1906- ?) — ҡыҙылармеец, рядовой, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт Хисаметдин улы Ҡорбанғәлиев 1906 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) ҡараған Илсекәй ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Октябрь революцияһы ваҡиғалары алдынан мәҙрәсә белеменә эйә була.

1929 йылда атаһы Хисаметдин менән өлкән ағаһы Шәмсетдин Ҡорбанғәлиевтарҙы, кулак синыфы тип иғлан итеп, сәйәси золом ҡорбанына әйләндерәләр, уларҙың малын, мөлкәтен тартып алалар. Атаһы Хисаметдин мулла, өлкән йәштә булғанлыҡтан, хөкөм урынына барып етә алмай, юлда вафат була.

Хәрби юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улын Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына хеҙмәткә саҡырыла.

Калинин фронты составына ингән II формирование 145-се уҡсылар дивизияһының 599-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

1942 йылдың сентябрендә, ай дауамында, дошман менән алышҡанда батырлыҡ күрһәткәне өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

5-се уҡсылар ротаһы уҡсыһы ҡыҙылармеец Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтте, 1942 йылдың сентябрендә аяғы йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, 5 фрицты юҡ итте һәм һуғыш яланын ташлап китмәне. Оборонала булғанда ҡоролмалар төҙөлөшөндә лә өлгө күрһәтте. 1906 йылда тыуған, башҡорт, партияһыҙ, Башҡорт АССР-ының Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан РККА-ға саҡырылған

[2].

Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт Хисаметдин улы тыуған колхозында бухгалтер булып эшләй.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт һуғышҡа алынғанға тиклем ҙур ғаилә башлығы була. Ҡатыны Рәҡиә — Нәсибаш ауылыныҡы. Улдары: Раһип (1929), Акрам (1931), Рәфҡәнә (1933), Зәфирә (1935), Рият (1937), Рәшит (1939), Мөғәллимә (1945) һәм Ғәлимә (1947). 5 балаһы һуғышҡа тиклем, 2 ҡыҙы һуғыштан һуң тыуған. Ҡорбанғәлиева Мөғәллимә апай (сәхнә псевдонимы Рәфиҙә) моңло тауышлы йырсы ине. Уның башҡарыуында «Таштуғай» йыры Башҡортостан телерадиокомпанияһы фондындында һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО Фонд: 33 Опись: 717037 Дело: 1452
  • шкаф 48а, ящик 15

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]