Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улы
Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны | Башҡорт Илсекәйе ауылы, Мөрсәлим ауыл советы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 3 октябрь 1944 |
Вафат булған урыны | Пинск[d], Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | ефрейтор һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улы (рус. Курбангалиев Халит Шамсутдинович (1924 йыл — 1944 йыл) — ҡыҙылармеец, ефрейтор, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (10.01.1945) кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәлит Шәмсетдин улы Ҡорбанғәлиев 1924 йылда Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол улусына (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе) ҡараған Илсекәй ауылында Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улының хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағай.
1929 йылда атаһы Шәмсетдин, олатаһы Хисаметдин Ҡорбанғәлиевтарҙы кулак синыфы тип иғлан итеп сәйәси золом ҡорбанына әйләндерәләр, малын, мөлкәтен тартып алалар.
Уның тиҫтерҙәре (Фәссәхетдинов Фәйзрахман һ.б.) Тирмән крәҫтиән йәштәре (ете йыллыҡ) мәктәбендә, (Ғафаров Хатмулла) Лаҡлы крәҫтиән йәштәре (ете йыллыҡ) мәктәбендә уҡый. Хәлит уҡый алды микән, билдәһеҙ.
Тиҫтере Хатмулла Ғафаров Хәлит дуҫы тураһындағы иҫтәлектәрен район гәзиттәре биттәрендә яҙып сыҡты. Энеле-апалы Фәссәхов Ә. Ф. менән Абдуллина М. Ф. баҫтырып сығарған «Ауылдаш яугирҙәр» исемле китабында ла Ҡорбанғәлиев Хәлит тураһында юлдар бар.
Хәрби юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улы 1942 йылдың 17 декабрендә Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
Тәүҙә 13-сө запас уҡсылар дивизияһының 59-сы запас полкына оҙатыла, һәм унда 1943 йылдың 6 февраленә килеп етә. Артабан 1943 йылдың 20 мартында 129-сы уҡсылар дивизияһына (команда номеры 4800) ебәрелә.
Һуңғы хеҙмәт иткән урыны - 1-се Белорус фронты составына ингән 63-сө айырым сапёр-минёр подразделениеһының эттәр менән мина эҙләү батальоны.
Белорус ССР-ының Пинск ҡалаһы янында барған ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була. Вафаты тураһындағы ҡайғылы хәбәрҙе часть командиры Иконников менән өлкән лейтенант Фортунатов раҫлаған.
Ефрейтор Ҡорбанғәлиев Х. Ш. ете айлыҡ эше осоронда (1944 йылдың апреленән октябренә тиклем) Белорус ССР-ы райондарын һәм өлкәләрен миналарҙан зарарһыҙландырыу эшендә күп тапҡырҙар ҡыйыулыҡ һәм оҫталыҡ күрһәтте.
Быға тиклем ҡорлошо билдәһеҙ минаны зарарһыҙландырырға тырышҡанда һәләк булды. Шәхсән үҙе өс меңгә яҡын минаны сығарҙы һәм зарарһыҙландырҙы. Хөкүмәт наградаһына — II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ.
1944 йылдың 14 ноябре. 63-сө Айырым минёр-сапёр подразделениеһы командиры Иконников.
1944 йылдың 3 октябрендә Белоруссияның Пинск ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа батырҙарса һәләк була. Пинск ҡалаһының төньяҡ-көнбайыш ситендә ерләнгән[2].
1945 йылдың 10 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумының 410-н һанлы бойороғо менән, «Немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында Командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн», Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улы (вафат булғандан һуң) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[3].
Хәлит Ҡорбанғәлиевтың наградаһын 1965 йылда ғына Мөрсәлим ҡасабаһында йәшәгән бер туған ағаһы Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтдин Шәмсетдин улына тапшыралар.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олатаһы Ғәйнетдинов Хисаметдин мулла Ғәйнетдинов XIX быуат башында күрше Урмансы ауылынан күсерелгән элекке указлы ахун Ҡорбанғәле Тимерәков нәҫеленән була. Уларҙың нәҫелен Илсекәйҙә Тимерәктәр тип йөрөтәләр. Хисаметдин мулла менән Сәхибъямал абыстайҙың алты улы: Шәмсетдин, Ғабиҙулла, Әхмәтвара, Шайкамал, Мөхәмәт, Һаҙый һәм ике ҡыҙы — Ғөррә менән Фәйхүнә — була. Шәмсетдин һәм 1-се ҡатыны Хәкимәнең улдары Мөхәмәтдин менән Хәлит, ә 2-се ҡатынынан — балалары Закуан, Ләбиб, Фәйез һәм Мәрйәм[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (10.01.1945)[5]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорбанғәлиев Хәлит Шәмсетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО Фонд: 8342 Опись: 50943 Дело: 25
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Ғафаров Хатмулла. Йылдар һәм кешеләр /"Йүрүҙән", 58-се һан, 21 июль, 1999 йыл
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Курбангалеев Халит Шамсудинович
- Курбангалеев Халит Шамсудинович (Куртангалиев Хамит, Кугбангалиев Халит Шамсутдинович)
- Орден Отечественной войны II степени, 10.01.1945. Курбангалиев Хамит Шамсудинович
- Книга "Память" (погибшие) Салаватский район - 1999. - 478, [2 с.; ISBN 5-295-02200-5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Орден Отечественной войны II степени, 10.01.1945. Курбангалиев Хамит Шамсудинович
- ↑ Курбангалеев Халит Шамсудинович
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Орден Отечественной войны II степени, 10.01.1945. Курбангалиев Хамит Шамсудинович
- ↑ Книга "Память" (погибшие) Салаватский район - 1999. - 478, [2 с.; ISBN 5-295-02200-5]