Эстәлеккә күсергә

Ҡоротаң

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоротаң
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тимирязевское сельское поселение[d][1] һәм Силәбе өлкәһе
Халыҡ һаны 191 кеше (2002)[2],
198 кеше (2010)[3]
Идари бүлектәре Сыбаркүл районы
Почта индексы 456404
Карта

Ҡоротаң — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы ауыл. Тимирязев ауыл биләмәһе составына инә.

Ҡоротаң ауылын йәнәшәләге тораҡ пункттар менән грунт һәм шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем (Сыбаркүл) — 47 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә (Тимирязевский ҡасабаһына тиклем) — 10 км. Ҡоротаң — Ҡуйыл ҡәлғәһе казактарының боронғо ултырағы. Уға 18 быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған. 1929 йылда «Яңы ауыл» колхозы ойошторола, уға 3485 га ауыл хужалығы ерҙәре, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 2172, сабынлыҡтар — 37,3, көтөүлектәр — 449 га. ауыл халҡы иген культуралары, йәшелсә үҫтергән, мал үрсеткән. 1990 йылдарҙа Ҡоротаңда «Коротановское» дәүләт тәжрибә-производство предприятиеһы урынлаша, хәҙерге ваҡытта «Тимирязевское» тәжрибә-производствоһы хужалығының ГУП бүлексәһе урынлашҡан. Мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[4]

Ауыл Силәбе өлкәһенең үҙәгендә, Сыбаркүл районының көнбайыш өлөшөндә, Ҡаратаң һәм Сухарыш йылғаларының башында, Сыбаркүл ҡалаһынан (туранан) яҡынса 26 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Ландшафты —ҡарағай урмандары һыҙаты менән урман-дала. Көньяҡтан ауылға урман йәнәш тора. Урын һаҙлыҡлы, йылғалар ҡушылған урында ҙур булмаған быуа ҡоролған. Ауылдың диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 297 метр[5].

Сәғәт бүлкәте

Ҡоротаң ауылы бөтә Силәбе өлкәһе кеүек үк, МСК+2 сәғәт зонаһында урынлаша. Ҡулланыу ваҡытының күсеүе сағыштырмаса UTC +5:00 тәшкил итә[6].

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[8]
191198

Халҡы 191 кеше тәшкил итә (1795 йылда — 57, 1889 йылда — 308, 1926 йылда — 533, 1995 йылда — 206). Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда унда 4 ихата, 1826 йылда — 13 (33 ир-ат иҫәпкә алынған), 1889 йылда — 58 ихата булған (мәктәп эшләгән), 1900 йылда — 69 ихата (сиркәү булған), 1926 йылда — 101 ихата тәшкил иткән.

Гендер составы

2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса гендер структураһында ир-егеттәр 46,5 %, ҡатын — ҡыҙҙар 53,5 % тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә халыҡтың милли структураһында урыҫтар - 42 %, башҡорттар — 40 % тәшкилә итә[9].

Ауыл дүрт урамдан тора[10].

  1. ↑ ОКТМО (урыҫ)
  2. ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. ↑ Коротаново(недоступная ссылка)
  5. ↑ Korotanovo(англ.).GeoNames.
  6. ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5(3 июня 2011).
  7. ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года / Wikidata
  8. ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение насе / Wikidata
  9. ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».
  10. ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Чебаркульский р-н → Коротаново д.